Cаҙаҡа тураһында

Cаҙаҡа тураһында

Cаҙаҡа тураһында

Саҙаҡа бүтәндәргә, нисек итеп булһа ла, ярҙам ҡулы һуҙыуҙы аңлата. Был хәйер рәүешендә лә, кем менәндер аралашып, уның хәлен аңлау, дөрөҫ юлға баҫтырыу, йәиһә йылмайыу бүләк итеү һәм урамда үтеп барыусыға ҡамасаулаған нәмәләрҙе юлдан алыу һәм башҡалар. Быларҙың барыһы ла саҙаҡаның асыҡ миҫалы булып тора.

Кеше саҙаҡаны йәше-рен бирергә тейеш, бы-ның тураһында Аллаһу Тәғәләнән башҡа берәү ҙә белмәһен. Йәшерен рәүештә бирелгән саҙаҡа уның менән бүләкләнгән кешене түбәнһетеүҙән һаҡлай. Исламда саҙаҡа күләме билдәләнмәгән, уны ихлас күңелдән, хәле еткән күләмдә бирергә кәрәк. Саҙаҡа – аҡсалата ғына булмай, ул – изгелек итеү, яҡшылыҡ эшләү, һүҙ менән дә, мал менән дә ярҙам итеүҙе аңлата.

Саҙаҡа үҙеңдән артып ҡалғанда ғына бирелә.Кеше иң элек үҙен тәьмин итергә бурыслы. Шунан һуң ҡатынын, балаларын тәьмин итергә, мохтажлыҡтан сығарырға тейеш. Ата-әсәһе, ҡыҙ туғандары, ир туғандары мохтаж булып та, сит кешегә саҙаҡа бирә, ярҙам итә икән, был дөрөҫ түгел. Иң элек үҙеңдең яҡын кешеләреңде хәстәрлекләргә тейешһең. Үҙең дә, яҡындарың да мохтаж түгел икән, артабан күршеңде, дуҫ-иштәреңде хәстәрләйһең. Уларҙың мохтажлығы юҡ икән, шул сағында инде сит кешеләргә – мохтаждарға, фәҡирҙәргә ярҙам итәһең.

Саҙаҡа – туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу сәбәбе. Мөхәммәд Пәйғәм-бәр ﷺ әйткән: “Мәхрүм ителгәндәргә биргән саҙаҡа тик саҙаҡа ғына булып тора, ә мәхрүм ителгән туғаныңа биргәнең – туғанлыҡ ептә-рен нығытыусы саҙаҡа һанала.

Саҙаҡа – мөлкәттең артыуы һәм ризыҡтың күплеге сәбәпсеһе. Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ әйткән: “Саҙаҡа мөлкәтте кәметмәй”.

Саҙаҡа – ауырыуҙарҙы еңеү сәбәбе. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйткән: “Ауырыуҙарығыҙҙы саҙаҡа ярҙамында дауалағыҙ”.

Саҙаҡа күңелде таҙарта һәм рухи яҡтан күтәрә.

Саҙаҡа – барлыҡ насар нәмәләрҙән һаҡлай һәм Аллаһтың нәфрәтен һүндерә.

Саҙаҡа ҡаты бәғерле-лекте дауалай.

Саҙаҡа – Ҡиәмәт көнөндә тамуҡ утынан ҡотолоу сараһы. Саҙаҡа хаталарҙы юя һәм гонаһтарҙы йыуа.

Саҙаҡа – Аллаһтың мөхәббәтенә ирешеү сәбәбе. Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ әйткән: Аллаһҡа ҡарата иң яҡшы эштәр булып ошолар тора: мосолманға килтергән шатлыҡ, йәки уны ҡайғынан арындырһаң, йәки уны аслыҡтан сығарһаң, йәки уның бурысын түләһәң”.

Мөхәммәд Пәйғәмбәрﷺ: “Әҙәм балаһы үлгәндән һуң уның бөтөн эше туҡтай, өсәүҙән башҡа: бирелгән саҙаҡа; файҙа килтереүсе белем; ата-әсәһе өсөн доға уҡыусы диндар бала”, – тигән.

Саҙаҡа – ожмахҡа инеү сәбәбе. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйткән: “Эй, кешеләр! Саҙаҡа таратығыҙ, фәҡирҙәрҙе ашатығыҙ, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытығыҙ, бар кешеләр йоҡлағанда, төнгө намаҙ уҡығыҙ, шул саҡта ожмахҡа инерһегеҙ”.

Дилә Буранғолова әҙерләне

Ырымбур өлкәһе

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...