Ғәли тураһында

Ғәли тураһында

 

Артабан, өс сәхәбәнән һуң, иң лайыҡлыһы – Ғәли ибне ӘбүТалип. Ул ир балалар араһынан беренсе булып ислам динен ҡабул итеүсе. Был ваҡытта ул ете-һигеҙ йәштәр тирәһендә булған, тиҙәр, ун йәштә булған, тигән фекер ҙә бар.

Сәғид бин Әби Үәҡастан еткерелгәнсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ Ғәлигә: «Ғәли, һин миңә − Муса өсөн Һарун кеүек − яҡын», – тип әйткән.

Сәһл ибне Сәғит әйтеүенсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ Хәйбәр көнө алдынан: «Мин иртәгә был байраҡты Аллаһты һәм уның Рәсүлен яратыусы кешегә тапшырасаҡмын, уның ҡулы аша Аллаһ еңеү бирәсәк», – тигән.

Иртәгәһенә бөтә сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ килә, уларҙың һәр береһе байраҡтың үҙенә бирелеүен теләй. Шул саҡта Аллаһ Рәсүле:

– Ғәли ибне Әбү Талип ҡайҙа? – тип һорай.

– Аллаһ Рәсүле ﷺ, ул күҙе ауыртыуына зарлана, – тиҙәр.

– Уны бында алып килегеҙ, – ти Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.

Ғәлиҙе алып килгәс, Аллаһ Рәсүле ﷺ уның күҙҙәренә төкөрә. Шунда уҡ уның күҙҙәре һауыға, бөтөнләй ауыртмаған һымаҡ була. Шунан уға байраҡты тапшыралар.

Ғәли: «Йә Аллаһ Рәсүле, мин улар менән улар беҙҙең һымаҡ булғансы алышасаҡмын», – ти.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Һин тыныс ҡына уларҙың сиктәренә тиклем үт, шунан уларҙы дингә өндә», – ти. Әл-Барранан еткерелгәнсә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Ғәлигә: «Һин - минән һәм мин − һинән» (беҙ бер бөтөн), – тигән.

Ғәлиҙең яҡшы ғәмәлдәренең береһе − ул Рәсүлдәрҙең хужаһы Мөхәммәдтең ﷺ ҡыҙы, бөтөн ҡатындарҙың хужабикәһе Фатимаға өйләнә. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Мин – хикмәт (ғилем) йорто, ә Ғәли уның ҡапҡаһы», – ти.

Шулай уҡ уның Аллаһ Рәсүлен ﷺ ҡорайшиттарҙан һаҡлауы абруйын күтәрә. Ҡорайшиттар, үҙ-ара килешеп, Пәйғәмбәрҙе ﷺ үлтерергә булалар. Был турала Ябраил фәрештә Мөхәммәд салләллааһү ғәләйһи үә сәлләмгә хәбәр итә. Шунан Аллаһ Рәсүле ﷺ Ғәли ибне Әбү Талипҡа: «Минең урынға ят һәм минең йәшел төҫтәге кейемемде кей», – ти. Ғәли шул урында йоҡлай, Аллаһ Рәсүле ﷺ сыҡҡан саҡта, өйҙө уратып алғандарҙың күҙҙәре быуылып, уны күрмәй үткәреп ебәрәләр.

Ғәли сәхәбә – дүртенсе хәлиф, дүрт йыл һәм туғыҙ ай идара итә.

Ул Куфа ҡалаһында һижри буйынса 40-сы йылдың, Рамаҙан айының 17-се көнөндә, йома иртәһендә Ғабдурахман ибне Мүләджимә Әл-Муради ҡулынан үлемесле яралана. Өс төндән һуң мәрхүм була. Әл-Хафиҙ Әбү-Нәим әйтеүенсә, уны төнөн йәшерен ерләйҙәр. Уға 63 йәш була. Әбү Бәкер ҙә, Ғүмәр ҙә, Ғәйшә лә, Аллаһ илсеһе лә 63 йәштә мәрхүм булалар.

Сәхәбәләрҙең яҡшы сифаттары бик күп һәм был бәләкәй китапта барыһын да һанап бөтөү мөмкин түгел. Ожмах менән ҡыуандырылған ун сәхәбәгә килгәндә – улар Талха, Зөбәйер, Сәғдү, Сәғит, Ғабдуррахман ибне Әүф, Әбү Ғүбәйдә ибне Джәррәх. Улар бөтәһе лә Ожмахта һәм Әбү Бәкер ҙә, Ғүмәр ҙә, Ғосман да , Ғәли ҙә – Ожмахта. Барыһынан да һәм беҙҙән дә Аллаһ риза булһын!

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Әбү-Бәкр әл-Аймаҡиҙың «Фазаилүл Хәбиб» китабынан.

 

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...