Ҡорайыш илселәре − Эфиопияла

Ҡорайыш илселәре − Эфиопияла

Тәүге мосолмандарҙың яңы урында үҙҙәрен ирекле

тотоуын ишеткәс, ҡорайыштар Әмир ибне Ас һәм Абдуллаһ ибне Вәлидте ҡиммәтле бүләктәр менән Эфиопия хөкүмәтенә илсе итеп ебәрә.

 

Уларға негусты унда күсенеүселәрҙе кире үҙ илдәренә ҡайтарырға кәрәк икәнлегенә ышандырыу бурысы йөкмәтелә. Эфиопияға килеү менән ҡорайыш вәкилдәре, сиркәүгә христиан руханиҙары янына инеп, бүләктәр тапшыра һәм уларҙан, күскенселәрҙе илдәренә ҡайтарып ебәрергә кәрәклекте, кәңәш рәүешендә, негусҡа еткереүҙәрен һорайҙар һәм ризалаталар.

Эфиопия хакимына ингәс, ҡорайыштар уға шулай мөрәжәғәт итә: «Эй бөйөк батша! Һинең илеңдә ҡасҡындар − халҡының диненән баш тартҡан иҫәр кешеләр − тыныс ҡына йәшәп ята. Ләкин улар һинең динеңде лә ҡабул итмәгән. Улар һеҙгә лә, беҙгә лә билдәһеҙ ниндәйҙер ят динде тота. Шуға күрә халҡыбыҙҙың юғары дәрәжәләге кешеләре, ҡасҡындарҙы ҡайтарып ебәреүегеҙҙе һорап, беҙҙе һеҙгә илсе итеп ебәрҙе».

Руханиҙар, алдан килешел-гәнсә, ҡорайыштарҙың талабы хаҡ, уларҙың үтенесен ҡәнәғәтләндереү дөрөҫ булыр, тип үҙ һүҙҙәрен әйтә. Әммә негус ҡарар сығарырға ашыҡмай. Ул мосолман йәмғиәтенең етәкселәрен саҡыртып ала. Хаҡ мосолмандар, килеп ингәс, батшаға: «Әс-сәләмү ғәләйкүм!» (Һеҙгә именлек!) − тип сәләм бирә, ләкин башҡалар һымаҡ уға баш эймәй. Ҡорайыш илселәре шунда уҡ, улар хатта батшаны ихтирам итмәй, тип геүләшә башлай. Быға яуап итеп, Йәғәфәр ибне Әбүталип негусҡа: «Аллаһ Рәсүле ﷺ беҙҙең менән шулай иҫәнләшә. Беҙ ҙә бер-беребеҙҙе шулай сәләмләйбеҙ. Пәйғәмбәр ﷺ аша беҙ Йәннәт әһелдәренең дә бер-береһенә шундай һүҙҙәр менән өндәшкәнен беләбеҙ. Ә инде эйелеүгә килгәндә, беҙҙең динебеҙ Аллаһу Тәғәләнән башҡа бер кемгә лә эйелергә ҡушмай.

Шунан негус: «Һеҙҙе үҙ ырыуығыҙҙан айырған ниндәй дин һуң ул?» − тип һорай. Һәм яңынан мосолмандар исеменән Йәғәфәр ибне Әбүталип һүҙ башлай: «Эй бөйөк батша! Беҙ бик наҙан кешеләр инек: үләкһә ашаныҡ, әҙәпһеҙ булдыҡ, туғандар менән араны өҙҙөк, күршеләрҙе йәберләнек, көслө көсһөҙҙө рәнйетте. Был хәл Аллаһу Тәғәлә беҙгә үҙебеҙҙең аранан Үҙенең Илсеһен ебәргәнсегә тиклем дауам итте. Беҙ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдте ﷺ затлы нәҫелдән булыуын, намыҫлы, ғәҙел, тоғро һәм ышаныслы кеше булараҡ беләбеҙ. Аллаһ уны Үҙенең Илсеһе иткәндән һуң, ул беҙҙе ата-бабаларыбыҙ табынған боттарҙан баш тартырға һәм бары тик Бер Аллаһҡа ғына табынырға саҡырҙы. Ул беҙгә тик дөрөҫтө генә һөйләргә, аманатҡа бирелгән мөлкәтте хужаһына ҡайтарып бирергә, туғанлыҡ ептәрен өҙмәҫкә һәм күршеләр менән татыу торорға, ҡан ҡойоштарҙы туҡтатырға һәм хәрәм эштәрҙән тыйылырға ҡушты. Пәйғәмбәр ﷺ беҙгә үҙеңде әҙәпһеҙ тотоуҙан, алдашыуҙан, йәтимдәр өлөшөн ашауҙан һәм саф ҡатындарға яла яғыуҙан тыйҙы. Ә иң мөһиме − ул беҙгә Бер Аллаһҡа иман килтерергә, Уға тиңдәшлек ҡылмаҫҡа, намаҙ уҡырға, ураҙа тоторға һәм зәкәт − ярлы һәм етемдәргә саҙаҡа − бирергә ҡуша.

Беҙ Пәйғәмбәрҙең ﷺ Аллаһу Тәғәләнән алған ошо диненә ышандыҡ һәм ҡабул иттек. Ул беҙҙе нимәнән тыйған, беҙ шуны хәрәм тип иҫәпләйбеҙ, нимәгә рөхсәт биргән − ул беҙгә хәләл, һәм беҙ Бер Аллаһҡа ғына табынабыҙ. Һынташтарға табыныуҙан туҡтай алмаған туғандарыбыҙ беҙҙе ошо динебеҙҙән айырырға тырышты, инде беҙҙе эҙәрлекләй, үлтерә башлағас, беҙ һинең илеңә, беҙҙе бында ҡыйырһытмаҫтар, тигән өмөт менән күсеп килдек».

Был һүҙҙәр Эфиопия хаҡимына, ҡорайыш илселәре көтмәгәнсә, тәьҫир итә. Ул Йәғәфәрҙән Ҡөрьәндән берәй нәмә уҡыуын һорай. «Мәрйәм» сүрәһенең аяттарын тыңлағанда, негус шундай итеп илай − хатта күҙ йәштәренән һаҡалы еүешләнә. Уның менән йәнәш ултырған руханиҙар ҙа илай. Һуңғы һүҙҙәр уҡылғас, батша йөрәкһенеп: «Ысынында, Ғайса пәйғәмбәр алып килгән һәм һин уҡығандар − бер үк сығанаҡтан!» − ти. Ҡорайыштарға иһә ул: «Ә һеҙ үҙегеҙгә ҡайтып китегеҙ», − ти. Ләкин тегеләр, хәйләкәр генә итеп, батшаға, мосолмандар Ғайса тураһында уны кәмһетә торған һүҙҙәр һөйләй, ти.

Негус яңынан мосолмандарҙы саҡыртып ала һәм Ғайса пәйғәмбәр тураһында нимә һөйләгәндәрен һорай. Йәғәфәр: «Беҙ Ғайса тураһында, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ нимә өйрәткән, шуны һөйләйбеҙ. Ғайса − Аллаһтың ҡоло һәм Уның илсеһе. Ғайса − Мәрйәмдең улы. Аллаһ әмере буйынса, ул уны атаһыҙ тапҡан». Ошоларҙы ишеткәс, негус: «Аллаһ менән ант итәм, Мәрйәм улы Ғайса тураһында бынан да яҡшыраҡ итеп әйтеү мөмкин түгел. Ә хәҙер тыныс ҡына китегеҙ. Минең илемдә һеҙгә хәүеф янамаҫ. Кем һеҙҙе йәберләргә йөрьәт итә, мин үҙем уларҙы язаға тарттырасаҡмын. Хатта алтын тауҙар бирһәләр ҙә, мин һеҙгә остоҡ ҡына ла зыян килтермәйәсәкмен», − ти.

Шунан һуң негус ярҙамсыла-рына ҡорайыштарға бүләктәрен кире биреп ҡайтарырға ҡуша: «Ғаләмдәр Раббыһы, миңә тотош батшалыҡты биргәндә минән бүләк алманы. Мин дә алмайым». Ҡорайыш илселәре Эфиопиянан хурлыҡлы хәлдә ҡайтып китә.

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...