Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ алтын кәңәштәр

Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ алтын кәңәштәр

Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ алтын кәңәштәр

 

Өс төрлө мөнәсәбәтте дауам итеүҙән туҡтамағыҙ:

 -туғандар менән

 -күршеләр менән

 -дуҫтар менән.

 

Өс төрлө сифаттың үҙегеҙҙә даими булыуын ҡайғыртығыҙ:             

-сабырлыҡ

-ғәфү итә белеү

-рәхмәтле булыу.

 

Өс нимәнең таҙалығын һаҡларға тырышығыҙ:

-йөрәктең

-фекерҙең

-кейемдең.

 

Өс ыңғай ғәҙәткә ныҡ тотоноғоҙ:

-йылмайыу

-саҙаҡа биреү

-шат күңеллелек ( оптимизм).

 

Өс нимә тураһында гел уйлағыҙ:

-мәңгелек тормош

-Аллаһтың рәхимлелеге

-ҡылған ғәмәлеңдең һөҙөмтәһе тураһында.

 

Өс төрлө гонаһтан ситләшегеҙ:

-ғәйбәттән

-тәкәбберлектән

-ялҡаулыҡтан.

 

Өс төрлө нимәгә эйә булығыҙ:

-ҡуйылған маҡсатҡа ынтылыу

-ниндәй ҙә булһа һөнәрҙе яҡшы үҙәштереү

-үҙ-үҙеңде тәртиптә тота белеү, куркәм әҙәп.

 

 Өс төрлө нимәнән арынығыҙ:

-көнсөллөктән

-асыу ҡабарып, ҡыҙып китеүҙән

-ялған һөйләүҙән.

 

 

Дини календарҙан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...