Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Ҡорайыштарҙың Пәйғәмбәргә ﷺ нәфрәте

 

Хаж мәле яҡынлаша. Ҡорайыштар, Пәйғәмбәр ﷺ тирә-яҡ төбәктәрҙән хаж ҡылырға килеүселәрҙе исламға саҡыра башлар, тип ҡурҡа.

 

Быны булдырмаҫ өсөн улар, хажиҙарға Мөхәммәд ﷺ тураһында нимә әйтергә, тип бергәләп һөйләшергә йыйыла. Берәүҙәр тәҡдим индерә: «Беҙ уны сихырсы тип әйтәйек». Икенселәре: «Ә бәлки, ул - үҙенең фантазиялары менән йәшәгән еңел аҡыллы шағир, тип әйтергәлер», − ти. Өсөнсөләре ҡаршы килә: «Юҡ, беҙ уны, аҡылдан яҙған, тип бөтәһен дә ышандырырға тейешбеҙ», − тип ҡырт киҫә. Ниһайәт, хәл итәләр: килгән хажиҙарға Мөхәммәд ﷺ хаҡында, ул − ата менән улды, ир менән ҡатынды һәм туғандарҙы бер-береһенән айырта торған сихырсы, тип һөйләргә, тигән уртаҡ фекергә киләләр.

Мәжүсиҙәр, хажиҙарҙың Мәккәгә инә торған юлына сығып: «Үҙен пәйғәмбәр тип атаусы сихырсынан һаҡланығыҙ! Ышанмағыҙ уға!» − тип ҡысҡыралар. Бөтәһенән дә нығыраҡ Әбүләһәб яр һалып аҡыра.

Һәм бына хаж ваҡыты килеп етә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хажиҙар туҡтаған һәр урында уларҙы бер Аллаһҡа ышанырға саҡыра һәм ислам тураһында һөйләй. Ләкин, ул ҡайҙа ғына бармаһын, артынан Әбүләһәб эйәрә һәм: «Ышанмағыҙ уға, ул − алдаҡсы!» − тип ҡысҡырып йөрөй. Ул йылды хажда булып ҡайтҡан ғәрәптәр, үҙ илдәренә ҡайтҡас, Мәккәлә Пәйғәмбәр ﷺ барлығын һөйләйҙәр, шулай итеп, Аллаһ Рәсүле хаҡында хәбәр бөтә тирә-яҡҡа тарала.

Мөхәммәдте ﷺ ислам таратыуҙан туҡтатып булмағанды күреп, ҡорайыштар уны аҡылдан яҙған, иҫәр, тип уның һәр һүҙенән көлә башлайҙар. Пәйғәмбәр ﷺ яндарынан үтеп киткәндә, бер-береһенең ҡабырғаһына төртөп: «Ҡара инде, ошо кешегә күктән аят төшә тиме? Аллаһ Үҙенең Илсеһе итеп оошоно ебәргәнме?» - тиҙәр.

Пәйғәмбәргә ﷺ иң ҙур дошманлыҡ ҡылыусыларҙан Нәдр ибне Харис була. Ул Рөстәм һәм Исфәндиәр исемле фарсы батшалары тураһындағы риүәйәттәрҙе ятлап ала һәм Пәйғәмбәр ﷺ артынан йөрөп, шул риүәйәттәрҙе һөйләй, шунан: «Минең хикәйәт Мөхәммәдтекенән ни ере менән кәм?» − ти. Ул бик матур тауышлы йырсы ҡолбикә һатып ала. Әгәр берәй ерҙә кемдеңдер ислам ҡабул итеүен ишетһә, Нәдр уға ошо ҡол ҡатынды ебәргән − был кешене, йырҙар йырлап, шарап менән һыйлаһын, һәм теге Аллаһ диненән баш тартһын өсөн.

Ҡорайыштар Пәйғәмбәргә ﷺ: «Әйҙә, былай эшләйек: һин бер йыл беҙҙең илаһтарға табын, ә икенсе йыл беҙ һинең Аллаһҡа табынырбыҙ. Әгәр һинең Аллаһың беҙҙекенән яҡшыраҡ икән, беҙ унан күберәк файҙа алырбыҙ, әгәр инде беҙҙең аллаһтар һинекенән һәйбәтерәк булһа, һин уларҙан күберәк файҙа алырһың», − тиҙәр. Һәм шунда Пәйғәмбәргә ﷺ аят төшөрөлә (мәғәнәһе): «Әйт, «Эй һеҙ, кафырҙар! Һеҙ табынған нәмәгә мин табынмайым».

Мәжүсиҙәр, Пәйғәмбәрҙең ﷺ кешеләр менән ислам тураһында әңгәмә үткәреүен күреп ҡалыу менән, уның һөйләгәнен ишетмәһендәр өсөн, шунда уҡ тауыш күтәрәләр. Мөхәммәдкә ﷺ ен-шайтандар ярҙам итә, уларҙың һүҙҙәрен ҡабатлай ул, тиҙәр. Икенселәре, ошо йәтим байғоштан башҡа беҙҙең арала пәйғәмбәр булырға лайыҡлыраҡ кешене Аллаһ тапманымы икән ни, тип аптырашҡан. Өсөнсөләр иһә, пәйғәмбәр - ул ҡулында ошо донъяның байлығы булған һәм халыҡ менән идара иткән хаҡим булырға тейеш, тип раҫларға тырышҡан. Һөҙөмтәлә, мәжүсиҙәр тарафынан Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ ошо яғылған ялалар тураһында күп Ҡөрьән аяттары төшөрөлә.

Аллаһ Рәсүлен хурлаусылар араһында Хәләф улдары Умая менән Убай ҙа була. Убай һәр ваҡыт Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ төрлөсә янай. Бер ваҡыт ул уға: «Эй, Мөхәммәд ﷺ! Минең бер атым бар. Ҡасан да булһа, мин уға менәсәкмен һәм һине үлтерәсәкмен», − ти. Уға яуап итеп, Аллаһ Рәсүле ﷺәйтә: «Аллаһ ҡушҡан булһа, мин һине үҙем үлтерәсәкмен».

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...