Ғәреш күләгәһе аҫтында өс төрлө кеше булыр...

Ғәреш күләгәһе аҫтында өс төрлө кеше булыр...

Ғәреш күләгәһе аҫтында өс төрлө кеше булыр...

Риүәйәт ителгәнсә, Расүлүллаһ, ғәләйһис-сәләм: «Ҡиәмәт көнө Аллаһуның Ғәреше аҫтында өс төрлө кеше булыр, ә ул көндө фәҡәт Ғәреш күләгәһе генә булыр», – тип әйтә.

 

Унан: «Эй Рәсүлуллаһ, ғәләйһис-сәләм, кемдәр улар?» – тип һорағас, ул: «Өммәтемде ҡайғыларҙан азат итеүсе, сөннәтемде йәшәртеүсе, миңә салауатты күп әйтеүсе», – тип яуап бирә.

Шуның өсөн мөьминдәрҙең ҡайғыларын бөтөрөргә, һуңғы пәйғәмбәр Сөннәтен йәшәртергә тырышығыҙ, ғаләмдәр Раббыһының, халыҡтың иң хөрмәтлеһе һәм пәйғәмбәрҙәр хужаһына салауаттар әйтергә ынтылығыҙ, Аллаһу һеҙгә мәрхәмәт күрһәтер.

Ҡайһы бер сәхәбәләрҙән (Аллаһ уларҙан риза булһын) риүәйәт ителгәнсә, улар: «Барлыҡ мәжлестәр ҙә Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтелеп уҙыр, уның хуш еҫе сығыр ҙа иң юғары күккә ирешер. Фәрештәләр: «Был – Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтелгән мәжлестең еҫелер», – тип әйтерҙәр».

 

Илшат Хафизиҙың «Салауат-шәрифтәр» китабынан

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...