Ҡиәмәт көнөнөң ҙур билгеләре

Ҡиәмәт көнөнөң ҙур билгеләре

Ғайса пәйғәмбәрҙең ергә икенсе килеүе тураһында

Имам Мәһди халыҡ араһында билдәле булғас, Ғайса пәйғәмбәр ергә төшөрөләсәк. Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрендә имам Мәһди Мәрйәм улы Ғайсаны көтөп йөрөйәсәк, тиелгән.

Изге Ҡөрьәндәге аяттарҙа апасыҡтан Ғайса пәйғәмбәрҙең икенсегә ергә килеүе тураһында әйтелә. «Әл-Ғимран» сүрәһендә (мәғәнәһе): «Һәм бына Аллаһ әйтте: «Йә, Ғайса! Ысынында, Мин һине алып китәм, (тере килеш) күккә Үҙемдең юғары урынға мендереп, кафырҙарҙан таҙартам (ҡотҡарам), ә һинең артыңдан эйәреүселәрҙе Ҡиәмәт көнөнә тиклем кафырҙарҙан өҫтөн ҡуйырмын...».

«...Ә һинең артыңдан эйәреүселәрҙе Ҡиәмәт көнөнә тиклем кафырҙарҙан өҫтөн ҡуйырмын...» тигән һүҙҙәр беҙҙең өсөн асыҡ билдә булып тора. Тимәк, Ҡиәмәт көнөнә тиклем Ғайса пәйғәмбәр аңлатҡан иман нигеҙҙәренә эйәргән йәмәғәт булырға тейеш. Ул йәмәғәтте кемдәр тәшкил иткәне Ғайса пәйғәмбәрергә ҡайтанан килгәс кенә билдәле буласаҡ. Һәм уның икенсе тапҡыр ергә килеүенән һуң артынан эйәреүселәр Ҡиәмәт көнөнә тиклем кафырҙарҙан өҫтөн буласаҡтар.

Изге яҙыуҙағы икенсе аяттарҙа киләһе мәғәнә бирелгән: «Беҙ уларға Ғайса пәйғәмбәргә ышанмағандары өсөн һәм Мәрйәмгә яла яҡҡандары өсөн ләғнәт ҡылдыҡ. Һәм (Беҙ уларға ләғнәт ҡылдыҡ) улар: «Беҙ Мәрйәмдең улы мәсехләнгән (помазанник) Ғайсаны һәм Аллаһтың рәсүлен үлтерҙек», – тип әйткәндәре өсөн. Әммә улар уны үлтермәнеләр һәм тәрегә ҡаҙаҡламанылар, уларға шулай булып күренде. Ысынында, кемдәр (йәһүдтәр һәм христиандар) ул ваҡиға тураһында бәхәсләшә (үлтереү тураһында), улар шикләнәләр. Улар ул ваҡиға тураһында бер нәмә лә (теүәл) белмәйҙәр, тик фараз итәләр. Ә улар (уны үлтерҙек тиһәләр ҙә) ысынында уны үлтермәгәндәр. Ысынында, Аллаһ уны (тере килеш) күккә Үҙенең юғары урынына мендергән, сөнки Аллаһ – Бөйөк, Хикмәтле. Һәм һәр Изге яҙыу (Святое писание) кешеләре (Ҡиәмәт көнө алдынан) уның (ысын) үлеме алдынан уға ышанасаҡтар» («Ән-Ниса сүрәһе», 156-159 аяттар). Иғтибар менән ошо аяттарға анализ яһағанда, киләһе һығымталарға киләбеҙ: Ғайса пәйғәмбәр ергә кире киләсәк һәм унда йәшәйәсәк, аҙаҡ ул үлем кисерәсәк һәр кеше кеүек үк физик рәүештә мәрхүм буласаҡ, һәм уға бар Изге яҙыу кешеләре иман килтерәсәк. Әлегә был ваҡиға тормошҡа ашмаған, әммә был күренеш Ҡөрьәндә, һис шикһеҙ буласаҡ, тип яҙылған.

«Әз-Зухруф» сүрәһендәге 61-се аятта Ғайса пәйғәмбәрҙең килеүенә бигерәк тә баҫым яһала. Сөнки ул хәл ахырзамандың билгеһе булып тора: «Ысынлап та, ул (Ғайса) – (Ҡиәмәт) ваҡытының билгеһе. Һис тә шикләнмәгеҙ ул ваҡытта ... ». Шуға күрә был аят Ғайса пәйғәмбәрҙең ахыр заман алдынан ергә ҡайтанан килеүен иҫбат итеүсе дәлил тип әйтә алабыҙ. Ул Ҡөрьәндең ергә төшөрөлөүенә хәтле алты быуат алда йәшәгән. Шуға күрә, уның ерҙәге беренсе тормошо Ҡиәмәт көнөнөң билгеһе булып һанала алмай. Был аяттың мәғәнәһе шунда: Ғайса пәйғәмбәр Ҡиәмәт көнө алдынан ҡайтанан ергә киләсәк һәм уның шул килеүе билге булып һанала ла инде. Күреүебеҙсә, Ғайса пәйғәмбәрҙеңикенсегә килеүе тураһындағы аяттар асыҡтан-асыҡ һәм улар тәрән фекерҙәр тыуҙыра. Шулай уҡ киләсәктә Ғайса пәйғәмбәрҙең ергә төшөүе тураһында тағы бер дәлил булып «Әл-Мәидә» сүрәһендәге 110-сы аятта һәм «Әл-Ғимран» сүрәһендәге 46-сы аятта «кәһлән» һүҙе тора.

«Кәһлән» һүҙе Ғайса пәйғәмбәрҙеңu бәлиғ икәнлеген аңлатыр өсөн ҡулланылған һүҙ ғәрәп телендә «30 йәштән алып 50-гә тиклемге, ҡартлыҡ осорона еткән кеше» тип аңлатыла. Ислам дине ғалимдары ул һүҙҙе «35 йәштән һуң еткән ғүмер осоро» тип тәржемә итәләр. Ибн Ғәббәстән еткерелгән хәҙистә әйтелә, Ғайса пәйғәмбәр йәш сағында, 30 йәш тирәһендә күккә күтәрелгәндән һуң, ергә кире ҡайтарылғас, ул был донъяла тағы ла 40 йыл йәшәйәсәк тиелгән. Ошо хәҙискә таянып ислам ғалимдары, Ғайса пәйғәмбәрu ергә кире төшкәс, оло йәшкә етәсәк, тигән һығымтаға киләләр. Һәм ул аят уның ергә ҡабат килеүе тураһында асыҡ дәлил булып тора, тип һанайҙар.

(Дауамы бар)

ӘҘИЛ ИБРАҺИМОВ

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...