Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Үҫмер сағы

Мөхәммәд ﷺ бәләкәйҙән үк тиҫтерҙәренән изгелекле холҡо, зирәк аҡылы һәм отҡорлоғо менән айырылып торған. Ул ғәҙел булған һәм һәр саҡ тик дөрөҫөн генә һөйләгән. Шуға күрә ғәрәптәр уны Әмин тип атаған, йәғни «ышаныслы, тоғро». Мөхәммәдте ﷺ бар донъяға рәхмәт өсөн ебәреүсе Аллаһу Тәғәлә Үҙенең Яратҡанын ﷺ уның ҡылыҡтарында һәм холҡонда исламға тиклемге наҙанлыҡ (джәһилиә) заманында таралған бар насарлыҡтарҙан һаҡлаған.

Йәш сағында Мөхәммәд ﷺ Мәккә ҡалаһы тирәһендәге тауҙарҙа көтөү көткән, шуның менән үҙ тамағын үҙе аҫраған. Йылдар үткәс, Пәйғәмбәр ﷺ шул ваҡыттарҙы йыш иҫкә алыр булған: «Араҡ ҡыуағының емешен ашағыҙ, ҡараһы тәмлерәк, − тиер булған ул. − Мин көтөүсе сағымда шуларҙы ашай торғайным». Сахих (ышаныслы) хәҙистә әйтелә: «Аллаһтың көтөүсе булмаған бер генә пәйғәмбәре лә юҡ».

Мөхәммәд ﷺ үҫмер генә сағынан уҡ һәр бер эштең йәки ваҡиғаның мәғәнәһе тураһында уйланған, нимәгә генә юлыҡмаһын, нимә хаҡында уйланмаһын, һәр береһенең төбөнә төшөп, айышына төшөнөр, асылын табыр булған. Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә Мөхәммәдкә ﷺ камил аҡыл биргән. Ул бөтә изге эштәрҙә лә ҡатнашырға тырышҡан, ә ҡалған ваҡытын, әҙәпһеҙ нәмәләрҙән ҡасып, яңғыҙлыҡта үткәреүҙе өҫтөн күргән. Ул бер ҡасан да шарап эсмәгән, мәжүсиҙәр үҙҙәре табынған боттарға ҡорбан итеп килтергән хайуандарҙың итен ашамаған, уларҙың илаһтары хөрмәтенә үткәрелгән байрамдарында ҡатнашмаған.

 

Ғәҙеллек килешеүе

Мөхәммәдкә ﷺ егерме йәш тулғанда, ҡорайыштар һәм Кинәнә ҡәбиләһенең уларға теләктәш булған башҡа ырыуҙары менән Һәүәзин һәм Ҡайс ҡәбиләләре араһында «законһыҙ» (фижар) һуғыш башлана. Был һуғышты «законһыҙ» тип атайҙар, сөнки ул «харам» (һуғыштар тыйылған) айҙарҙың береһендә башлана. Был бәрелештәрҙә Мөхәммәд тә ﷺ ҡатнаша. Ул, дошман атҡан уҡтарҙы йыйып, ағаларына килтереп биреп тора.

Был − ғәрәп ерҙәрендә ғәҙелһеҙлек хөкөм һөргән осор була. Көслө көсһөҙҙө йәберләй, юлсыларға һәр саҡ хәүеф янай − уларҙы юлбаҫарҙар һағалай. Ошондай хәүефле көндәрҙә Мәккә ҡалаһында Джадан улы Ғабдуллаһтың өйөндә Һәшим, Әсәд, Зөһрә һәм Тайм ырыуҙары башлыҡтары ғәҙеллекте тергеҙеү тураһында «Хильф әл-фудул» килешеүен төҙөйҙәр. Ырыуҙар вәкилдәре, бынан һуң улар, ҡалала кемде йәберләйҙәр йәки уға ҡарата ғәҙелһеҙлек күрһәтәләр, Мәккәлә йәшәйме ул йәки мосафирмы − уға ҡарамай, һәр бер кешене яҡларға һәм уларҙың боҙолған хоҡуҡтарын ҡайтарырға, тип һүҙ ҡуйышалар.

Был килешеүҙе төҙөгәндә, үҙенең ғәҙеллеге, намыҫлы булыуы һәм әйткән һүҙенә тоғролоғо менән билдәле, егерме йәшлек Мөхәммәд ﷺ тә ҡатнаша. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул Мәккә кешеләре араһында хөрмәт ҡаҙана.

Һуңғараҡ, инде Аллаһ Рәсүле булған Мөхәммәд: «Ислам дәүерендә лә мин шундай килешеүҙе төҙөүҙә ҡатнашыр инем», − тиер булған.

 

 

Аллаһу Тәғәлә һәр ваҡыт Үҙенең Һөйөклөһөн ﷺ донъяуи күңел асыуҙар, кәйеф-сафаларҙан һаҡлаған. Был хаҡта Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе һөйләгән: «Ике тапҡыр исламға тиклемге күңел асыу байрамында ҡатнашырға уйланым. Бер ваҡыт, тауҙарҙа көтөү көткәндә, иптәшемә: «Әгәр һарыҡтарҙы ҡарап торһаң, мин Мәккәгә байрамға барыр инем», − тинем. Ул риза булды, мин ҡалаға киттем. Бер өй янында йыр тауышы ишеттем һәм, бында нимә бара, тип һораным. Миңә бында туй барыуы, фәлән кешенең фәлән ҡатынға өйләнеүе тураһында әйттеләр. Мин, туҡтаған урында ултырып, йыр тыңларға булдым. Әммә Аллаһ, йырҙы ишеттермәҫ өсөн, мине шунда уҡ йоҡлатты. Иртәнсәк ҡояш нурҙарының ҡыҙҙырыуынан уянып киттем. Икенсе тапҡыр йәнә, Мәккәгә ҡайтырға сыҡҡас, шундай уҡ хәл ҡабатланды. Ошонан һуң миндә күңел асыу уйындарында ҡатнашыу теләге башҡаса тыуманы».

 

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


Үтеп барышлай ғына...

Йәш сәйәхәтсе аҡыл эйәһендә туҡталған. Ул хужаның бар мөлкәте бер бәләкәй генә бүлмә, китаптар өйөлгән өҫтәл, ятып йоҡларға һике икәнен генә белеп шаҡ ҡатҡан.   Йәш кеше: «Остазым, ә ҡайҙа һеҙҙең йорт йыһаздары?» – тип һораған аптырап. – Ә ҡайҙа һинеке? – тигән...


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...