ПӘЙҒӘМБӘРЕБЕҘҘЕҢ ﷺ ШӘЖӘРӘҺЕ ҺӘМ УНЫҢ ПӘЙҒӘМБӘРЛЕККӘ ТИКЛЕМГЕ ТОРМОШО

ПӘЙҒӘМБӘРЕБЕҘҘЕҢ ﷺ ШӘЖӘРӘҺЕ ҺӘМ УНЫҢ ПӘЙҒӘМБӘРЛЕККӘ ТИКЛЕМГЕ ТОРМОШО

 

Ибраһим пәйғәмбәрҙең  Ҡәғбәне төҙөүе

 

Нух пәйғәмбәр  ваҡытында бөтөн донъя һыу аҫтында ҡалғас, Аллаһу Тәғәлә Ҡәғбәне күккә мендерә. Аҙаҡ Аллаһ ҡушыуы буйынса Ибраһим  үҙенең улы Исмәғил  менән Мәккәлә яңынан изге Ҡәғбәтулла төҙөйҙәр. Шунан Раббыбыҙ Ибраһим  пәйғәмбәргә бар кешелекте хаж ҡылырға саҡырырға ҡуша. Ҡалғандарға өлгө булһын тип, Ибраһим  менән Исмәғил  беренсе булып хаж ҡылалар. Шул ваҡыттан алып Мәккә тирәһендә йәшәгән ғәрәп халҡы Ибраһим пәйғәмбәрҙең  диненә эйәреп, йыл һайын хаж ҡыла башлай.

 

Бөтөн тормошон Исмәғил пәйғәмбәр  Мәккәнең башлығы булып, Ҡәғбәне һаҡлауға бағышлай. Ул вафат булғас, уның изге вазифаһы Нәбит менән Кидар тигән улдарына күсә. Артабан Мәккәнең хакимдары булып Джурхум ҡәбиләһенән уларҙың туғандары хеҙмәт итә. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, улар ике мең йыл Мәккә менән идара итәләр. Әммә, ваҡыт үтеү менән улар, башбаштаҡлыҡ ҡылып, хажиҙарҙы йәберләй, уларҙың хәйерҙәрен үҙ мәнфәғәттәрендә ҡуллана башлай. Хузаа ҡәбиләһе бындай ғәҙелһеҙлек менән риза булмай, күрше тирәләге халыҡ менән джурхумиттарҙы Мәккәнән ҡыуып ебәрә. Бынан һуң өс йөҙ йыл тирәһе Мәккә менән хузаиттар идара итә. Әммә ваҡыт үтеү менән улар, үҙҙәренең ғөрөф-ғәҙәттәренә эйәреп, Аллаһ ҡушҡан хаж ҡылыу тәртибен боҙа башлай. Һәм ахыры сиктә Ҡәғбәтулланың эсенә, Шәм ерҙәренән алып килеп, боттар ҡуялар. Ғәрәп халҡының бер өлөшө Ибраһимдың  хаҡ динен (ул хәнифиә – бер Аллаһҡа табыныу тигәнде аңлата) онотоп, боттарға табына башлай.

 

Ҡәғбә төҙөлөп бөткәс, Ибраһим пәйғәмбәр  Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итә: «Йә, Раббым! Мәккә халҡына улар араһынан Һинең Яҙмаңды уҡыған һәм Һинең Яҙмаңа өйрәтеүсе, унда яҙылған күрһәтмәләр тураһында һөйләүсе һәм уларҙың изге икәнлеген аңлатыусы рәсүлде ебәрһәң ине. Йә, Рабби, Һин Үҙеңдең һәр ҡарарың менән хайран итеүсе».

 

(Дауамы бар)

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

 

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...