««Әс-Сәләм»де йыйып барам!..»

««Әс-Сәләм»де йыйып барам!..»

Һүрәттәге мөләйем йөҙлө инәй Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылында йәшәүсе 88 йәшлек Хәлимә Ғәзизова.

 

Ауылға «Әс-Сәләм» гәзите вәкилдәре килгәнен ишеткәс, таяҡҡа таянып йөрөүенә ҡарамаҫтан, мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатына уҡ күтәрелеп, осрашыуға килеп еткән. Улай ғына ла түгел, сәй табынына ҙур иттереп бәлештәр бешереп алып алып килгән.

«Әс-Сәләм» гәзитен дүртенсе йыл рәттән яҙҙырам, һәр һанын көтөп алам. Килгәс, уҡыйым да подшивка эшләйем, ҡәҙерләп һаҡлайым», – ти ауылдың ағинәйе.

«Хәлимә инәйҙең хәләл ефете Йомағужа хәҙрәт быйыл туҡһанын тултырҙы. Мәсеттә имам хатип булды. Аят мәжлестәрен бик көслө үткәрә ине. «Мин һеҙҙең өсөн яуап биреп ултырмайым», – тип, иң тәүҙә мәжлес алдынан ҡатын-ҡыҙҙарға дөрөҫ итеп кейенергә ҡуша торғайны. Шуға ла Беренсе Этҡолдағы ҡатын-ҡыҙҙар бөгөн дә аятҡа, ғәүрәттәрен ҡаплап, дөрөҫ итеп, матур итеп кейенеп йөрөй.

Хәлимә абыстай ҙа бик уҡымышлы. Бик күп сүрәләрҙе, шул иҫәптән «Йәсин», «Тәбәрәк» сүрәләрен дә яттан уҡый. Күп йылдар бергә-бергә дин тотҡан, халыҡты иманға өндәгән хөрмәтле кешеләр улар», – ти Ғәзизовтарҙың ауылдаштары.

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...