Сибайҙа Урал аръяғы мөслимәләре ғилем һәм тәҡүәлектә көс һынашты

Сибайҙа Урал аръяғы мөслимәләре ғилем һәм тәҡүәлектә көс һынашты

Май айының тәбиғәтебеҙ ыуыҙ йәшеллеккә төрөнгән йәмле бер көнөндә Сибай ҡалаһының “Тәҡүә» йәмиғ мәсетендә «Исламда ҡатынҡыҙ роле» тип аталған конкурс уҙҙы. Был мәртәбәле бәйгелә баһалаусылар сифатында ҡатнашырға саҡырыу алғас, тотош редакциябыҙ менән барып ҡайтыуыбыҙ ҙа бәхетле яҙыбыҙға тағы ла яңы тәьҫораттар, матур асыштар алып килде.

“Тәҡүә” мәсетендәге сара − быйыл март айында Хәйбулла мөслимәләре башлап ебәргән бәйгенең дауамы икән. Аҡъярҙа ул «Алтын тирмә» исеме аҫтында үтеп, унда Урал аръяғындағы дүрт төбәктән килгән командалар сығыш яһаған. Сибайҙа ҡатнашыусыларҙың һаны йәнә икәүгә артты: Сибай, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил һәм Бөрйәндән булды улар.

Иң башта «Тәҡүә» мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт Ғәзизов конкурсант ҡыҙҙарға үҙ фатихаһын биреп, һәр береһенә тел, зиһен асҡыстарын теләп, доға ҡылды. Өс кешенән торған һәр команда осрашыуҙы үҙҙәре менән таныштырыуҙан башланы.

Командаларҙың исемдәре лә мәғәнәле:

Бөрйәндәр «Әзһәр», әбйәлилдәр «Тура юл», йылайырҙар «Ожмах асҡыстары» исемдәрен һайлаған, Хәйбулла мөслимәләре «Фирҙәүес», Баймаҡ ҡалаһы ханымдары «Исламия», сибайҙар үҙҙәрен «Хәдижә» тип атаны. Бәйге бик етди һынауҙан башланып китте.

Конкурс шарттарына ярашлы, һәр команда, йәрәбә тартып, изге Ҡөрьәндән ҡатын-ҡыҙға ҡағылышлы аяттарҙы уҡып, уға башҡорт телендә дөрөҫ тәфсираңлатма бирергә тейеш ине. Һынау барышында алып барыусы Альбина Байназарова уҡый башлаған хәҙисте тамамлап ҡуйыу бурысы ла торҙо мөслимәләр алдында.

Икенсе турҙа иһә ҡыҙҙарҙың эрудицияһына баҫым яһалды. Тағы ла йәрәбә тартып, командалар Рәсәй, Урал киңлектәрендә киң билдәле берәй мөслимә хаҡында һөйләргә тейеш ине. Был турҙа айырыуса сибайҙар көслө булды: иң йәш конкурсант Азалия Вәлиева ҡатындар араһында беренсе ҡаҙый Мөхлисә Буби хаҡында тулы яуап бирҙе, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерҙе.

Мәрйәм Солтанова, Суфия Йәнтурина, Рабиға Ҡушаева, Бәндәбикә кеүек ҡаһарман йөрәкле ҡатындарыбыҙ, шулай уҡ Киҫәкбикәнең аяныслы яҙмышы тураһында әсенеп бәйән итте бәйге тотоусы мөслимәләр. Өсөнсө турҙа һәр команда алдан әҙерләп алып килгән һорауын бирҙе. Тап ошо конкурс бығаса мәрәйҙәр буйынса сағыштырмаса тигеҙ барған командалар араһында лидерҙарҙы асыҡларға ярҙам итте.

Беҙ, жюри ағзалары, үҙ сиратыбыҙҙа төплө һәм үҙенсәлекле һорауҙарға өҫтөнлөк бирҙек. Аҙаҡҡы һынау барышында конкурсант ҡыҙҙар һәр береһе үҙенең эше менән таныштырҙы: мөғәллимәләр педагогик серҙәре менән бүлеште. Сибай командаһы ағзаһы, эшҡыуар Гүзәл Мөхәмәтйәнова, «Тәҡүә» мәсете ҡыҙҙары менән сағыу дефиле ойоштороп, матур сараны ысын байрамға әйләндерҙе.

Бәйге һөҙөмтәләре түбәндәгесә булды: Баймаҡ районы командаһы − гран-приға, сибайҙар − беренсе урынға лайыҡ булды. Икенсе урынды Бөрйән һәм Йылайыр районы мөслимәләре бүлешһә, Хәйбулла менән Әбйәлил районы ҡатынҡыҙҙары «Ихласлыҡ» һәм «Ғилемгә ынтылыш» номинацияларына лайыҡ булды. Сибайҙың төп мәсете “Тәҡүә”лә уҙған күркәм саранан һуң һәр беребеҙ яҡты уйҙар, күтәренке рух менән таралышты. Раббыбыҙ гелән беҙҙе шундай Үҙенең бәрәкәтле мәжлестәрендә генә йөрөтһөн ине, ин шәә Аллаһ!

СВЕТЛАНА ӘБСӘЛӘМОВА

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...