Иғтибар! Конкурс!

Иғтибар! Конкурс!

Иғтибар! Конкурс!

Халҡыбыҙҙың аҫыл улы Зәйнулла ибне Хәбибулла Рәсүлевтың 190 йыллығы айҡанлы “Әс-Сәләм” гәзите редакцияһы шәйех Зәйнулла Рәсүлевҡа арналған иң яҡшы поэтик әҫәргә конкурс иғлан итә.

 

Конкурстың маҡсаты:

– бөйөк дин белгесе шәйех Зәйнулла Рәсүлев шәхесенә, хаҡ иман юлына, ватаныбыҙ, динебеҙ тарихына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу;

– милли телде һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү;

– һөнәри хеҙмәттәшлек өсөн яңы авторҙар табыу.

Конкурста ҡатнашыу шарттары

Конкурста Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзалары, шулай уҡ союз ағзаһы булмаған авторҙар ҡатнаша ала. Йәш буйынса сикләү юҡ.

 

Конкурс премияһы

Еңеүсегә 10 мең һум күләмендә бер премия бирелә. Конкурсты ойоштороусылар махсус приздар булдырыу, призлы урындар һанын кәметеү йәки арттырыу хоҡуғына эйә.

 

Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәргә талаптар

Конкурсҡа әүәл бер ерҙә лә баҫылып сыҡмаған, башҡорт телендә яҙылған һәм баҫылған (ҡулъяҙмалар алынмай) әҫәрҙәр тәҡдим ителә. Әҫәрҙең исеме, аныҡ ижад йылы, жанры (шиғыр, поэма, ода, робағый, бәйет, мөнәжәт һ.б) күрһәтелеүе шарт.

Шулай уҡ авторҙың фамилияһы, исеме, атаһының исеме, тыуған көнө, адресы, телефоны, ҡыҫҡаса ижади автобиографияһы, шөғөл төрө күрһәтелгән мәғлүмәттәр булырға тейеш.

Конкурсҡа ебәрелгән материалдар рецензияланмай һәм кире ҡайтарылмай.

Эштәр 2023 йылдың 1 ноябренә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: assalambash876@gmail.com

Конкурсҡа 2023 йылдың декабрь айында йомғаҡ яһала.

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...