Башҡорт телендә сыҡҡан “Әс-Сәләм” алдынғылар рәтендә!

Башҡорт телендә сыҡҡан “Әс-Сәләм” алдынғылар рәтендә!

Башҡорт телендә сыҡҡан “Әс-Сәләм” алдынғылар рәтендә!

 

Үҙәк гәзиттең саҡырыуы буйынса сентябрь айында “Әс-Сәләм” гәзите хәбәрселәре Махачкала ҡалаһында уҙғарылған Дағстан Республикаһы мөфтөйө, шәйех Әхмәт хажи Абдулаев ҡатнашлығында уҙғарылған киңәйтелгән кәңәшмәлә ҡатнашты.

 

Осрашыу барышында башҡорт телендә сыҡҡан “Әс-Сәләм” гәзитенең эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирелде. Башҡорт баҫмаһында уҡымлы мәҡәләләре менән сығыш яһаған Адиль Ибраһимов, Әминә Евпатова, София Фокиналар кеүек хәбәрселәр менән фекер алышыу бик файҙалы булды.

Башҡортостан ҡунаҡтары шулай уҡ Дағстан халыҡтары берҙәмлеге көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашты. Тарки ҡасабаһында ерләнгән яҡташыбыҙ, шәйех Баязит Хәйруллин һәм Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатов ҡәберенә зыярат ҡылды.

Үҙәк гәзиттең баш мөхәррире Хәсән Мәхмүтов оҙатыуында Казанище, Чиркей ауылдарындағы иҫтәлекле урындарҙа сәйәхәттә булды. Ислам донъяһында ҙур эҙ ҡалдырған шәйех Сәйет әфәнде Чиркавиҙың хәләл ефете Өзлифәт ханым менән осрашты.

 

Зөлфиә Ханнанова

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...