Изге Китап күсермәһе

Изге Китап күсермәһе

 

“Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһе сиктәрендә Республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән Өфөгә Үзбәкстандан өсөнсө хәлиф Ғосман сәхәбәнең ҡулдан яҙылған Ҡөрьәненең берҙән-бер алтын күсермәһе ҡайтарылыуы айырыуса тулҡынландырғыс мәл булды. Был тарихи ҡомартҡының төп нөсхәһе йөҙ йыл элек Башҡортостанда һаҡланған булған.

 

Риүәйәт буйынса Изге Китап XIV быуатта Аҡһаҡ Тимер тарафынан Бассы ҡалаһынан Сәмәрҡәндкә килтерелә. Ул дүрт йөҙ йыл дауамында Хужа Әхрар музейында һаҡлана. 1868 йылда урыҫ ғәскәрҙәре Сәмәрҡәндкә баҫып ингәс, Изге ҡомартҡы революцияға тиклем Санкт-Петербургтағы императорҙың публичный китапханаһында, артабан Өфөлә һаҡланған була. Әммә 1924 йылда Совет Хөкүмәте ҡарары менән Ҡөрьән кире Ташкентҡа ҡайтарыла.

Бөгөнгө көндә изге ҡомартҡының төп нөсхәһе Үзбәкстандың Хәҙрәти Имам комплексы территория-һындағы Мүйи-Мөбәрәк мәҙрәсә-һендә һаҡлана. Был боронғо ҡулъяҙманың 286 бите Ғосман раҙыйаллаһу ғәнһүҙең ҡан эҙҙәренә мансылған.

 Алтын күсермә әлеге мәлдә Башҡортостан Республикаһының Милли музейына урынлаштырылды. Теләгән бер кеше уны түбәндәге адрес буйынса килеп күрергә мөмкин: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14-се йорт.

Артабан Ғосман сәхәбәнең бар донъяға билдәле Ҡөрьәненең күсермәһе Шишмә районынында төҙөләсәк Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейында урын аласаҡ.

 

Зөлфиә Ханнанова

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...