Уҡтан атыу – Пәйғәмбәребеҙ сөннәте

Уҡтан атыу – Пәйғәмбәребеҙ сөннәте

14 майҙа Ауырғазы районының Мораҙым ауылында «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә беренсегә «Меркет мәргәне — 2022» халыҡ уйындары һәм бәйгеләре фестивале үтте. Был сара Меркет-мең олоҫоноң старшинаһы Мораҙым Сәйетмәмбәтов иҫтәлегенә бағышланды.

Ауырғазының иң ҙур башҡорт ауылына мәргәндәрҙе, батырҙарҙы күреү, бәйгеләрҙә ҡатнашыу өсөн Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарынан, ҡалаларынан, хатта күрше өлкәләрҙән бихисап ҡунаҡтар йыйылды. Өфө, Ишембай, Октябрьский, Баймаҡ ҡалалары, Өфөнөң Жилино, Шамонино ҡасабалары, Татарстандан Алабуға ҡалаһы, Һарытау өлкәһе, Салауат, Ҡырмыҫҡалы, Ейәнсура, Хәйбулла, Ғафури, Ишембай, Баймаҡ, Дәүләкән, Әлшәй райондары, Ауырғазы районының Талбазы һәм Мораҙым ауылы уҡсылары мәргәнлектә, таһыллыҡта ярышты.

Сарала Дәүләт ЙыйылышыҠоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты етәксеһе, мөфтөй Айнур Бирғәлин, Меркет ырыуы советы рәйесе Зәйнулла Насиров, Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов һәм башҡа вәкилдәр ҡатнашты. Биллеғылыс буйында, Ҡыҙҙар тауы тип аталған ерҙә тирмәләр ҡуйылды, ихаталар ҡоролған. Һәр ерҙә килеүселәрҙе ихлас ҡаршы алдылар, милли аш-һыу тәҡдим иттеләр.

Халыҡ оҫталары тәңкә тишеү, ситән үреү, балаҫ һуғыу кеүек кәсептәрҙе күрһәттеләр. Бер түңәрәктә көрәшселәр бил һынашты, халыҡ уйындары ла тамашасылар йыйҙы. Сәхнәлә сағыу коллективтар бер-береһен алыштырып, йыр-бейеү бүләк итте. “Арғымаҡ” рок-төркөмөнөң рухлы йырҙары яңғырап торҙо. Сараның иң сағыу тамашаһы уҡтан атыу булды. Ярыш башҡорттоң тоғро юлдашы, яуҙашы һәм моңдашы, даны булған аты ҡатнашлығында ла ойошторолдо.

Махсус трассала атта һыбай елеп, сәпкә атыусы бәйгеселәр бигерәк тә иғтибарҙы йәлеп итте. Мәргәнлек менән бергә, күпме таһыллыҡ, сослоҡ талап итә бит был ярыш. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашыуы тағы ла һоҡландырҙы. Был төрҙә Әбйәлил районынан Рушан Хәсәнов үҙенең иң таһыллы ла, мәргән дә булыуын иҫбатланы.

Ҡырмыҫҡалы районынан Асҡар Ишбирҙин – икенсе, Салауат районынан Айнур Низаметдинов өсөнсө урынды яуланы. Шамонино ҡасабаһынан Ләйсән Абдуллина ат өҫтөнән уҡ атыусы берҙән-бер ҡатынҡыҙ булды, уға махсус приз тапшырылды. Тау аҫтында, йылға буйында ла уҡсылар өсөн бәйге майҙаны ойошторолдо. Бында ир-аттар, ҡатынҡыҙҙар, балалар айырым ярышты. Башлап ярышыусылар ҙа үҙ көстәрен һынап ҡараны.

Тәжрибәлеләре уларға ян тартыу техникаһы буйынса кәңәштәрен дә бирҙе. Сәмле ярыштар ҡыҙғанданҡыҙҙы, уның еңеүселәре лә билдәләнде. Ир-егеттәр араһында Сибай ҡалаһынан Хөрмәт Таһиров, ҡатын-ҡыҙҙарҙан – Өфө ҡалаһынан Лилиә Низаметдинова беренсе урынды яуланы. Ярыштарҙа әлегә башлап ҡына ҡатнашыусылар араһында Сибайҙан Дамир Юлдыбаевҡа, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Динара Юлдыбаеваға етеүсе булманы.

10-14 йәшлек балалар араһында ҡыҙҙарҙан Карина Мәһәҙиева, малайҙарҙан Илнар Әлмөхәмәтов мәргәнлектәрен иҫбатланы. Милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, үҙ аллы шөғөлләнгән уҡсыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, төрлө милләт уҡсыларын берләштереү, йәш быуында илһөйәрлек, тарихыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында үткәрелеп килә был бәйгеләр. «Меркет мәргәне — 2022» халҡыбыҙҙың милли спорт уйындарының һәм ярыштарының бигерәк тә үҙенсәлекле булыуын тағы бер ҡат иҫбатланы.

РАУИЛӘ БАРЛЫБАЕВА

Ауырғазы районы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...