Ҡыҙым истерикаға бирелә

Ҡыҙым истерикаға бирелә

Үҫмер ҡыҙымдың әхирәттәре яңы телефондар, ҡиммәтле кейем-һалым, төрлө сәйәхәттәре менән маҡтанғанда, ул быны ауыр кисерә, көйә, ҡайһы саҡта илап та ала. Үҙе лә быға ояла, сөнки ундай әйберҙәрҙе ала алмауын аңлай. Шул уҡ ваҡытта ул туҡ, кейеме лә бар, барыһы ла өр-яңы, зауыҡлы. Әммә мин уны яңғыҙ үҫтерәмен, шуға уның һәр теләген үтәргә минең мөмкинлегем юҡ. Быны уға нисек аңлатырға?

 

К., Әлмәт ҡалаһы.

 

Дин белгесе яуабы

Имам Әбү Хәмид әл-Ғазали әйткән: «Шуны бел – бала ата-әсәгә аманат итеп бирелә. Уның саф күңеле – ҡиммәтле ынйы кеүек. Беҙ унда ниндәй биҙәк һалабыҙ, ул шуны ҡабул итә».

Балаларҙы тәрбиәләүҙе улар үҫеп үҫмерлек йәшенә еткәс кенә түгел, ә бәләкәй сағынан башларға кәрәк. Уларҙы дин ҡанундарына өйрәтеү, ата-әсәне, ололарҙы хөрмәт итергә, уларҙың фекерен ҡәҙерләргә күнектереү мөһим.

Үҫмерлек осоронда ата-әсәләр балаларына айырыуса иғтибарлы булырға тейеш. Бала үҫкән һайын ғаиләнең йоғонтоһо бер аҙ кәмей, ә тирә-яҡ мөхиттең йоғонтоһо көсәйә. Шуға күрә был осорҙа уны кемдәр уратып алыуы, улар ниндәй ҡиммәттәргә эйәреүе бик мөһим. Сөнки үҫмер әлегә тулыһынса формалашып бөтмәгән шәхес булып ҡала.

Һеҙгә ҡыҙығыҙ алдындағы абруйҙы ла, йылы һәм ышанысҡа ҡоролған мөнәсәбәтте лә һаҡлап ҡалыу айырыуса мөһим. Бөгөн бигерәк тә уның менән асыҡ һөйләшеүҙәр алып барыу, рухи яҡынлыҡҡа таяныу кәрәк. Әгәр ҙә һеҙ уны бәләкәйҙән дини ҡанундарҙы үтәргә, тейешле кейем кейергә, әхлаҡи сифаттарҙы һаҡларға өйрәткән булһағыҙ, еңелерәк булыр ине.

Биш ваҡыт намаҙҙы ваҡытында һәм тейешенсә үтәү кешеләге насар сифаттарҙы ла яйлап кәметеүе мөмкин. Әммә ҡыҙығыҙҙың кемдәр менән аралашыуын, ниндәй мөхиттә булыуын да аңларға кәрәк. Бының өсөн һеҙ уның менән тик әсәй генә түгел, ә яҡын дуҫ та булырға тейешһегеҙ – ул һеҙҙең менән һәр төрлө борсолоуҙары менән уртаҡлаша алһын.

Тыйыуҙар урынына башҡа ысул тәҡдим итегеҙ, мәҫәлән, бергәләп йөрөүҙәр, Ислам дәрестәренә, мәсеткә барыу. Бында ҡыҙҙы матур кейендереү генә етмәй – уға етерлек ваҡыт бүлергә, һөйөүегеҙҙе һәм уның өсөн борсолоуығыҙҙы күрһәтергә кәрәк.

 

Психолог яуабы

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күп ата-әсәләргә таныш хәл. Ҡайһы бер ата-әсәләр, балаларына ярарға тырышып, улар һораған һәр нәмәне алып бирергә тырыша.

Бында бер мөһим нәмәне иҫәпкә алырға кәрәк – үҫмерҙәрҙең үҙ-үҙенә баһаһы йыш ҡына уларҙың ниндәй әйберҙәргә эйә булыуына бәйле була. Шул уҡ ваҡытта башҡа үҫмерҙәрҙең уларға ҡарашы ла ҡайһы саҡта ошоға ҡарап формалаша. Әммә был мәсьәләлә бер яҡлы ғына ҡараштың булыуы мөмкин түгел.

Әгәр һеҙ ҡыҙығыҙ менән йышыраҡ өлкән кеше менән һөйләшкән кеүек аралашһағыҙ, уның фекерен иҫәпкә алһағыҙ һәм асыҡ мөнәсәбәттәр ҡорһағыҙ, уның үҙ-үҙенә ҡарашы ла яйлап нығынасаҡ. Ваҡыт үтеү менән ул башҡаларҙың фекеренә шул тиклем ныҡ бәйле булмаҫҡа мөмкин. Әлбиттә, был еңел юл түгел, әммә мөмкин.

Ҡыҙығыҙға шунда уҡ: «Кешенең ҡиммәте телефонға йәки әйберҙәргә бәйле түгел, иң мөһиме – әхлаҡлелек һәм шәхси ҡиммәттәр», – тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Был һүҙҙәрҙе ул һеҙ уның проблемаларын аңламай, тип ҡабул итеүе ихтимал.

Әммә әгәр һеҙ, уның хәленә инеп: «Мин дә ҡайһы бер нәмәләрҙе ала алмауыбыҙ өсөн бик борсолам», – тип әйтһәгеҙ, уға ла аңлау килер. Ҡыҙығыҙ әсәһенең уға битараф түгеллеген, бары тик ҡайһы бер ҡиммәтле әйберҙәрҙе алырға мөмкинлеге булмауын күрер. Тормошта был ысул йыш ҡына яҡшы һөҙөмтә бирә.

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса уртаҡ ҡарар табырға ла була. Мәҫәлән, теләгән нәмәне алыу өсөн аҡсаны бергәләп йыйырға тәҡдим итергә мөмкин.

 

 

Һорауҙарға дин белгесе Адиль Ибраһимов һәм психолог Алиасхаб Мурзаев яуап бирҙе. Ләйсән Бәхтиева тәржемәһе

 

 

Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәр! Һеҙҙең иғтибарға яңы рубрика тәҡдим итәбеҙ. Үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы түбәндәге электрон адресҡа ебәрә алаһығыҙ: assalambash876@gmail.com.

Бәйләнеш өсөн телефон: 89613620937

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Ғаилә һәм йолалар − халыҡ мәҡәл-әйтемдәрендә

Мәҡәл-әйтем – афористик, йәғни, тәьҫирле, тасуирлы, мәғәнәле телмәр ижад төрө. Мәҡәл-әйтемдәр халыҡтың борон-борондан килгән тормош тәжрибәһен, әхлаҡи ҡараштарын хикмәтле һүҙ ярҙамында күрһәтә, шулай уҡ өгөт-нәсихәт, кәңәш биреү, аҡыл өйрәтеү вазифаһын башҡара. Шуға күрә лә мәҡәл-әйтемдәр...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ Таифҡа барыуы

Әбүталип менән Хәҙисәнең үлеменән һуң ﷺ Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡорайыштарҙың ҡыҫымы көсәйә. Шуға күрә Пәйғәмбәр ﷺ Мәккәнән йыраҡ булмаған, әсәһе яғынан туғандары йәшәгән Таиф ҡалаһына барырға ҡарар итә. Ул Таиф халҡынан ҡорайыштарҙан яҡлау һәм ислам таратыуҙа ярҙам һорарға уйлай.   Һәм Пәйғәмбәр ﷺ...


Иремде юғалттым

Ауыр хәлгә дусар булдым – ҡапыл ғына ҡәҙерле иремде юғалттым. Беҙ 30 йылдан ашыу бергә йәшәнек, бер-беребеҙҙе аңлап, пландар төҙөнөк. Барлыҡ хыялдар бер мәлдә өҙөлдө. Артабан нисек йәшәргә икәнен аңламайым.   Р., Колпино ҡалаһы   Дин белгесе яуабы Был донъяға килгән һәр кеше Аллаһу Тәғәлә...


Нимә ул оялсанлыҡ?

Исламдағы «хая» (оялсанлыҡ) тигән төшөнсә бер ҡасан да кешене насарлыҡҡа этәрмәҫ. Дин ғалимдары әйтеүенсә, хая – ул Аллаһу Тәғәлә алдында йәки кешеләр алдында ғәйеп эш ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡыу сәбәпле, күңелдә тыуған баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Был күркәм, юғары әхлаҡи сифат кешенең күңел...


Шайтан яҙмалары

Хәлдәр нисек, таҡыр баш? Мәжит кисә, бөҙрәханаға барып, сәсен ҡырҙырып ҡайтҡан икән. Бөгөн иптәштәре янына сыҡҡас, мин уның ялтас башын күреп ҡалдым. Һа-һа-һа! Үәт, мин илаттым уны! Һа-һа-һа! Ә беләһегеҙме, нисек килеп сыҡты? Хәҙер һөйләйем. Мин уның дуҫына: «Сәйет! Мәжитте таҡыр баш, тип...