Атайым тураһында яҡты иҫтәлек

Атайым тураһында яҡты иҫтәлек

Атайымдың бер туған ағаһы Сәмиғулла Ғилман улы Ҡоҙашев 1941 йылда уҡ яу яланында вафат булғас, ауырыу ғына әсәһе – Латифа ҡарсәйем бөгөлөп төшә. Атайымдың атаһы – Йылайыр районы Юлдыбай ауылы мәсетенең имамы Ғилман Ғәбит улы Ҡоҙашев: «Улым, әсәйең ауырый, минең дә хәл яҡшынан түгел, ағайыңдың да үле хәбәре килде, беҙҙе ҡарар кәрәк, башың йәш әле», – тип әйтһә лә, атайым, Камил Ғилман улы Ҡоҙашев, 1943 йылда үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Күп михнәттәр күреп, 1947 йылда ғына тыуған ауылы Юлдыбайға әйләнеп ҡайта.

 

Ата-әсәһенең диндар булыуы, көнө-төнө ҡылған доғалары, намаҙҙа булыуҙары ла ҙур көс биргәндер, ҡурсалағандыр, күрәһең. Һуғыштан һуңғы ауырлыҡтан мәрхүм булып ҡалған туғандарының мала-йын да тәрбиәгә алып үҫтерәләр. Ҡыяметдин ағай атайым менән ныҡ дуҫ, бик татыу инеләр.

Үкенескә ҡаршы, Ғилман мулла ҡартатайыбыҙ, Латифа ҡарсәйебеҙ ауырыу сәбәпле иртә донъя ҡуя. Беҙҙең яугир атайыбыҙ Иҫке Яҡуп ауылы ҡыҙы Фәғилә Сәйетбаттал ҡыҙына өйләнә, әсәйебеҙ менән биш балаға ғүмер бүләк итәләр. Әйткәндәй, ҡайныһы – Мәҡсүтов Сәйетбаттал Ғимран улы – Алкино ҡасабаһында хәрби хеҙмәткә әҙерлек ваҡытында ат ҡараусыһы булып эшләгән. Ә яуҙаш дуҫы, ҡайнағаһы Мәҡсүтов Илһаметдин Сәйетбаттал улы менән ғүмер буйы матур итеп ҡатышып йәшәне. Осрашһалар, бит алмалары буйлап әсе күҙ йәштәре тамыр ине ҡәҙерлеләребеҙҙең. Аҡыллы ла, сабыр ҙа, кеше йәнле лә булдылар, урындары ожмах түрҙәрендә булһын, ин шәә Аллаһ.

Атайыбыҙ һәр ваҡыт яугир дуҫтарын барлап, уларға аят бағышлар ине. Мәҡәл менән матур итеп һөйләр ине. Һәр ваҡыт, үҙеңдән башҡаны әүлиә итеп күр, тиер ине. Әсәйебеҙ иртә мәрхүм булғас, атайыбыҙ ҡыҙҙарында донъя көттө, 2013 йылда гүр эйәһе булды.

Еңеү яҙҙарын ғорурланып, тулҡынланып ҡаршылайбыҙ, яугирҙәребеҙ алдында баш эйәбеҙ. Аллаһ бойорһа, Украинала барған һуғыш тамамланһын, әсәләрҙең күҙ йәше түгелмәһен, йәш ғүмерҙәр ҡыйылмаһын, балаларыбыҙ тулы ғаиләлә һау һәм тәртипле, иманлы булып үҫһендәр. Аяҙ күк йөҙө аҫтында тыныслыҡта йәшәргә насип булһын, Раббым!

Атайыбыҙ күп гәзит-журнал алдырҙы, күп уҡыны, мулла ҡартатайыбыҙҙың ғәрәпсә Ҡөрьән китабы әле лә һаҡлана. Бала саҡта икмәген аҙ ашаманым, тип ҡартатайыбыҙҙың тирмәнен дә оҙаҡ йылдар ҡәҙерләп һаҡланы. Былтыр «Торатау» музейына бүләк итеп ҡуйҙыҡ.

Дәһшәтле һуғышты уҙған атайыбыҙ балта эшенә, йорт һалыуға ла оҫта булды, был эштәрҙә ауылдаштарына ла ихлас ярҙамлашты. Өлкәнәйеберәк китһә лә, мал салыуға ҡулы йомшаҡ, тип саҡырып торҙолар.

Үҙе ныҡ, сыныҡҡан кеше булды, бер ваҡытта ла дарыу ашаманы, мәтрүшкәле сәй, ҡоротло һурпа йәнемә дауа, тиер ине. Йәш сағында бейеүгә маһир булды. Сәхнәләрҙә төшкән фотоһүрәттәре әле лә һаҡлана. Боронғо йырҙарҙы матур башҡарыр ине. Аҡыллы, зиһенле булды, һәр ваҡыт аят бағышлатып, Ҡөрьән сүрәләрен яттан уҡып ултырҙы.

Тәртипле, сабыр, йомшаҡ күңелле булыуын әле булһа һоҡланып иҫкә алабыҙ. «Аллаһ Хаҡ, Аллаһҡа шөкөр, Аллаһҡа рәхмәт!» – тип кенә торор ине. Беҙҙең балаларыбыҙ ҙа уны тик өлгөлө яҡтан иҫкә алалар.

 

Зилә Ҡоҙашева-Кәримова

Йылайыр районы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...