Шайтанды һәм уның вәсүәсәһен ҡыуа торған доға

Шайтанды һәм уның вәсүәсәһен ҡыуа торған доға

«Әғүүҙү бил-ләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим», – тип Аллаһҡа шайтандың вәсүәсәһенән һыйыныу.

Мәғәнәһе: «Ҡыуылған шайтандың вәсүәсәһенән Аллаһҡа һыйынамын!» (Әбү Дауыт, Ибне Мәджә).

Аҙан һүҙҙәрен әйтеү (әл-Бохари, Мөслим).

Аллаһты зекер итеү һәм Ҡөрьән уҡыу.

Аллаһ Илсеһенең ﷺ: «Өйҙәрегеҙҙе ҡәбергә әйләндермәгеҙ! Хаҡикәттә, «Һыйыр» сүрәһе уҡылған өйҙән шайтан ҡаса», – тигәне риүәйәт ителә. Шулай уҡ иртәнге йәнә киске зекерҙәрҙе әйтеү, йоҡо алдынан йәнә йоҡонан уянғанда, өйгә кергәндә йәнә өйҙән сыҡҡанда, мәсеткә кергәндә йәнә мәсеттән сыҡҡанда әйтелә торған зекер-доғаларҙы әйтеп йөрөү, йәнә башҡа зекер һүҙҙәрен, мәҫәлән, йоҡлар алдынан «Аятел-Көрси»ҙе йәнә «Һыйыр» сүрәһенең һуңғы ике аятын уҡыу ҙа шайтанды ҡыуа.

Ә «Ләә иләәһә илләл-лааһү үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмд, үә һүүә ғәләә кулли шәй ин ҡадиир» тигән һүҙҙәрҙе 100 ҡабат әйткән әҙәмгә көнө буйына яҡлау булыр. Мәғәнәһе: «Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ, Ул – Яңғыҙ, Уның тиңдәше юҡ. Бөтөн хакимлыҡ Уныҡы! Барлыҡ маҡтауға Ул ғына лайыҡ! Уның көс-ҡөҙрәте барлыҡ нәмәгә тулыһынса етә!»

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...