Доғалы йорт

Доғалы йорт

Мәсеткә ингәндә

 

Мәсеткә уң аяҡ менән инеү йәнә, ингәндә, былай тип әйтеү мөстәхәб һанала.

«Әғүҙү билләәһил-ғәҙыиим, үә биүәжһиһил-кәриим, үә сүлтааниһил-ҡадиим, минәш-шәйтаанир-ражиим. Бисмилләәһ, үәс-саләәтү үәс-сәләәмү ғәләә расүүлил-ләәһ. Аллаһүм-мәфтәх лии әбүәәбә рахмәтик!»

Мәғәнәһе: «Бөйөк Аллаһҡа, Уның арҙаҡлы Дидарына йәнә Уның мәңгелек Хакимлығына ләғнәтле шайтандан һыйынамын. Аллаһ исеме менән Аллаһ Илсеһенә изгелек һәм сәләм булһын! Эй Аллаһ! Миңә Рәхмәтеңдең ишектәрен аса күр!» (Мөслим, Әбү Дауыт)

 

Мәсеттән сыҡҡанда

 

«Бисмилләәһ, үәс-саләәтү үәс-сәләәмү ғәләә расүүлилләһ, Аллаһуммә иннии әсьәлүкә мин фадлик, аллаһүммәғ-сымнии минәш-шәйтаанир-ражиим».

Мәғәнәһе: «Аллаһ исеме менән, Аллаһ Илсеһенә игелек һәм сәләм булһын! Эй Аллаһ! Дөрөҫлөктә, мин Һинең йомартлығыңды һорайым. Эй Аллаһ! Мине ләғнәтле шайтандан һаҡлай күр!» (Ибне Мәджә, Әбү Дауыт)

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...