Маҙаһыҙлыҡ менән вайым баҫҡанда

Маҙаһыҙлыҡ менән вайым баҫҡанда

«Аллааһүммә иннии ғәбдүк, ибнү ғәбдик, ибнү әмәтик, нәәсыйәтии бийәдик, мәәдыйн фиййә хүкмүк, ғәдлүн фиййә ҡадааьүк, әсьәлүкә бикүлли исмин һүүә ләк, сәммәйтә биһии нәфсәк, әү әнзәлтәһүү фии китәәбик, әү ғәлләмтәһүү әхәдән мин халҡиҡ, әү истәьҫәртә биһии фии ғилмил-ғайби ғиндәк, ән тәжғәләл-ҡурьәәнә рабииғә ҡальбии үә нүүра садрии үә жәләәьә хүзнии үә ҙәһәәбә һәммии».

Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ! Дөрөҫлөктә, мин – Һинең ҡолоң, Һинең ҡолоң менән көңөңдөң (ҡатын-ҡыҙ ҡолоңдоң) улымын. Минең тәҡдирем Һинең ҡулыңда. Һинең ҡарарың минең өсөн мотлаҡ, һәм миңә сығарған хөкөмөң ғәҙел. Һинең барлыҡ исемдәрең менән, Үҙеңде атаған йәки Китабыңда төшөргән, йәки мәхлүктәреңдең берәйһенә (фәрештәләр һәм пәйғәмбәрҙәр күҙ уңында тотола) өйрәткән, йәки Үҙеңдән башҡаларҙан йәшергән барлыҡ исемдәрең менән Үҙеңә ялбарамын: Ҡөрьәнде йөрәгемдең яҙы, кәүҙәмдең нуры һәм маҙаһыҙлығым менән вайымымды китеүсе итә күр!» (Әхмәт бине Мөхәммәт бине Хәнбәл)

«Аллааһүммә иннии әғүүҙү бикә минәл-һәмми үәл-хәзән, үәл-ғәжзи үәл-кәсәл, үәл-бүхли үәл-жүбн, үә даләғид-дәйни үә ғаләбәтир-рижәәл».

Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ! Дөрөҫлөктә, мин Һиңә вайым-ҡайғынан, хәлһеҙлек менән ялҡаулыҡтан, һаранлыҡ менән ҡурҡаҡлыҡтан, бурыс ауырлығынан һәм әҙәмдәрҙең йәберләүенән һыйынамын». (әл-Бохари)

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...