«Иртәң доғалы башланһа, көнөң ҡояшлы булыр!..»

«Иртәң доғалы башланһа, көнөң ҡояшлы булыр!..»

Өфө районы Дорогино ауылында йәшәүсе Вәсилә ханым Иҙрисова яңыраҡ кесе хаж ғәмәлен үтәп ҡайтты. Был матур күңелле мөслимәнең һәр таңы изге доғалар ҡылыуҙан башлана. «Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ, балаларым, туғандарым, дуҫтарым, дин ҡәрҙәштәрем!» – тип, барыһын да ихлас сәләмләгәндән һуң, үҙенә генә хас оҫталыҡ менән теләк-доғаларын теҙә ул. Йылдар дауамында көндән-көн һис бер ҡабатланмаған, күңелдәрҙе ыңғай тулҡындарға көйләгән был доғаларҙы һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.

 

«Йә Раббым! Күгебеҙҙе аяҙ, йөҙөбөҙҙө нурлы, кәйефебеҙҙе күтәренке, донъябыҙҙы тыныс, ризығыбыҙҙы хәләл һәм мул, эшебеҙҙе уңышлы, һаулығыбыҙҙы ныҡ, иманыбыҙҙы ҡеүәтле ит!

Был донъяла яҡшылыҡ, игелек ҡылыу ерҙә ятып ҡалмай, шуға күрә һәр беребеҙҙең күңелендә изгелек, таҙалыҡ, сафлыҡ йәшәһен! Бары шул ваҡытта ғына кеше был донъяла үҙен бәхетле тоясаҡ! Көтөлмәгән ҡыуаныстар килһен, тыныслыҡ, мөхәббәт һәм именлек, бәхет һәм шатлыҡ, сәләмәтлек һәм уңыштар уратып алһын!..»

«Аллаһтың рәхмәте, бәрәкәте, донъя именлеге булһын! Тән сихәте, күңел тыныслығы, иман байлығы, файҙалы ғилем, камил аҡыл, тәүфиҡ насип ит! Кешеләргә үрнәк булырлыҡ итеп йәшәргә яҙһын!

Йә Раббым! Хәйерле ҡыл һәр көнөбөҙҙө, ошо ерҙә йәшәргә тип, кеше итеп яратҡанһың. Күркәм сабырлыҡ һорайым, өмөтөмдө һындырма, гонаһтарҙан, ауыр һынауҙарҙан һаҡла. Ҡарт көнөмдә кеше ҡулына ҡалдырма!..»

«Йә Раббым! Тағы бер көнөбөҙҙө «Бисмилләһ»тән башлап ебәрҙек, артабан да татыу булып йәшәргә яҙһын. Һуғыш афәте тынып, һалдаттарыбыҙҙың имен, иҫән-һау, еңеүсе булып ҡайтыу бәхетен бир, йә Аллаһ!

Ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, юҡ-барға зарланмай, булғанына шөкөр итеп йәшәт! Көндәребеҙҙе матур, эшләйһе эшебеҙҙе, бараһы юлыбыҙҙы уңышлы ит! Дуҫтарым, яҡындарым сәләмәт булһын! Барыбыҙға ла һау-сәләмәт булып, ҡуйған маҡсатыбыҙға ирешеп, ғибәҙәт ҡылып, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәп, ике донъя бәхетенә ирешергә насип ит!..»

«Донъяларыбыҙ матур, илдәр имен, тыуған еребеҙ тыныс булһын! Илебеҙҙә, ер шарында дөрләгән һуғыштарҙы туҡтат, төрлө ғәрәсәттән, юл фажиғәһенән һаҡла! Балаларҙы етем итмә!

Парлылар пары менән булһын, яңғыҙҙар үҙ яртыһын тапһын! Һәр кем бәхетле булһын! Беҙгә ғүмер бер генә бирелгән – уны, ҡәҙерен белеп, изгелек эшләп, ғибәҙәт ҡылып үтергә насип ит!..»

«Йә Раббым! Зәңгәр күгебеҙҙе һөрөм менән ҡаплатма, һәр бала ата-инәле булып, бәхетле йәшәһен! Әсәләрҙең күҙ йәшен түктермә, ил-йортобоҙға тыныслыҡ бир!

Таңдарыбыҙ атҡан саҡта изге теләктә булайыҡ! Яңы тыуған көнөбөҙ өсөн, ырыҫлы ғүмеребеҙ өсөн шөкөр итеп, Үҙеңә рәхмәт әйтәбеҙ! Файҙалы ғилем, бәрәкәтле ғүмер насип ит! Хәүеф-хәтәрҙән, золом-йәберҙән, шайтан вәсүәсәһенән, низағтарҙан, яман уйҙарҙан, кеше ҡулына ҡалыуҙан һаҡла!..»

«Йә Раббым! Беҙҙе бәлә-ҡазанан, хөсөтлөктән, ялҡаулыҡтан, ҡурҡыуҙан, һаранлыҡтан, ҡырыҫлыҡтан, вайымһыҙлыҡтан, түбәнлектән һәм фәҡирлектән, гонаһлы ғәмәлдәрҙән, йәһәннәм ғазабынан һаҡла.

Белеп тә, белмәй ҙә ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, хаталарыбыҙҙы ғәфү ит. Ҡушканыңды ихлас үтәп, тыйғаныңдан тыйылып, бар ниғмәтеңә лә шөкөр итеп йәшәргә насип ит!..»

 

Вәсилә Иҙрисова,

Өфө районы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...