Сәфәргә сыҡҡанда

Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат).

Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!»

«Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн».

Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ етмәй. Дөрөҫлөктә, беҙ Раббыбыҙ хозурына ҡайтып барабыҙ» («Әз-Зухруф» («Биҙәүестәр») сүрәһе, 13-14-се аяттар).

«Аллааһүммә ииннәә нәәсьәлүкә фии сәфәринәә һәәҙәл-бирра үәт-тәҡүәә, үә минәл-ғәмәли мәә тәрдаа! Аллааһүммә һәүүин ғәләйнәә сәфәранәә һәәҙәә үәтүи ғәннәә бүғдәһ! Аллааһүммә әнтәс-саахибү фис-сәфәри үәл-хаалифәтү фил-әһл. Аллааһүммә иннии әғүүҙү бикә мин үәғҫәәис-сәфәр, үә кәәбәтил-мә́нҙар, үә сүү ил-мүнҡаләби фил-мәәли үәл-әһл».

Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ! Беҙ Һинән ошо сәфәребеҙҙә салихлыҡ менән тәҡүәлекте йәнә Үҙең риза була торған ғәмәлдәр ҡылыуыбыҙҙы һорайбыҙ.

Эй Аллаһ! Был сәфәребеҙҙе беҙгә еңел ит һәм уның оҙонлоғон беҙгә ҡыҫҡа ит. Эй Аллаһ! Ошо сәфәрҙәге юлдашым ‒ Үҙең, шулай уҡ ғаиләм менән ҡалған да ‒ Үҙең (йәғни, доға ҡылған кеше үҙен дә, ғаиләһен дә Аллаһ ихтыярына тапшыра, Уның ярҙамынан ташламаҫына өмөтөн белдерә). Эй Аллаһ! Мин сәфәрҙең ауырлыҡтары менән төшөнкөлөккә килтергән күренештәрҙән, шулай уҡ мал-мөлкәтем менән өй эсемә ҡағылышлы күңелһеҙ хәл-ваҡиғаларҙан Үҙеңә һыйынамын!»

Сәфәрҙән ҡайтҡанда ла ошоно һәм шунан тыш киләһе һүҙҙәрҙе әйтеү мөстәхәб һанала:

«Әәйибүүнә тәә ибүүнә ғәәбидүүнә лира́ббинәә хәәмидүүн».

Мәғәнәһе: «Беҙ Раббыбыҙға тәүбә итеп, ғибәҙәт ҡылып, маҡтау әйтеп ҡайтып киләбеҙ!» (Мөслим).

 

«Мосолмандың ҡәлғәһе» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...