ДОҒАЛЫ ЙОРТ

ДОҒАЛЫ ЙОРТ

ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Йөклө ҡатын уҡый торған доға

 

Мөмкинлек булған һайын «Аятел-Көрси» һәм «Инширах» сүрәһен уҡырға кәрәк. Түбәндәге доғаны ла уҡырға булла:

«Аллаһүммә әғтыйнә сыйххәтән үә ғәәфийәтән үә әүәәлдән саалихан үә ризҡан үәәсиғән үә дуғәән ән мәкбүүлән».

Мәғәнәһе: «Аллаһым! Беҙгә һаулыҡ һәм сәләмәтлек бир. Һау-сәләмәт бала бүләк ит. Мул ризыҡ биреп, доғамды ҡабул ит, Раббым».

 

Сәфәрҙә йәки берәй ерҙә ҡунырға ҡалғанда

 

«Әғүүҙү бикәлимәәтил-ләәһит-тәәммәәти мин шәрри мәә халәҡ».

Мәғәнәһе: «Аллаһтың камил һүҙҙәренә Ул бар иткән нәмәләрҙең яманлығынан һыйынамын!»

 

«Мосолмандың ҡәлғәһе» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...