Өфө мәсеттәрен яратам

Өфө мәсеттәрен яратам

Өфө мәсеттәрен яратам

«Мәсеттәр − Аллаһтыҡы (Аллаһ йорто)» (“Ен” сүрәһе, 18-се аят).

 

Әгәр минән: «Баш ҡалабыҙҙың ҡайһы урындарында булырға яратаһың?» − тип һораһалар, мин: «Мәсеттәрендә!» − тип яуап бирер инем. Әле ҡасан ғына минең өсөн рухи аҙыҡ, илһам сығанағы булып тойолған мәҙәни үҙәктәр, театрҙар, концерт залдары онотолдо тиерлек, күңел мәсеткә тартыла ла тора.

 

 

Минең өсөн мәсеттәрҙән дә матурыраҡ, яғымлыраҡ, йылыраҡ, ҡәҙерлерәк урын юҡ, кеүек. Сөнки унда күңелемә тыныслыҡ табам, унда һинең уйҙарың яҡтыра, зиһенең асыла, ҡәлебең таҙара. Унда намаҙҙар ҙа айырым бер ләззәт менән уҡыла. Унда һиңә бер кем дә ҡамасауламай, һиңә бер кем дә иғтибар итмәй, һине тикшермәй, берәү ҙә ҡысҡырып һөйләшмәй. Сөнки беҙ − Аллаһу Тәғәләнең йортонда. Уға ҡунаҡҡа килгәнбеҙ. Унда беҙ икәү генә − Рәхимле, Рәхмәтле, Мәғфирәтле (Ғәфү итеүсе) Аллаһ һәм мин, уның гонаһлы бер ҡоло. Һәм мин уға күңелемдән һәм телем менән шыбырлап ҡына мөрәжәғәт итәм: күңелемдәге бөтә уй-теләктәремде әйтәм, зарҙарымды түгәм, илайым, ялбарам, һөйөүемде белдерәм. Ул ишетә, сөнки Ул Ишетеүсе, Күреүсе, барыһын да Белеүсе...

Дөрөҫөн әйткәндә, элек мин мәсеттәрҙе хәйер һалыу урыны һымағыраҡ ҡына күрә торғайным. Барып, әрүәхтәр өсөн доға ҡылдырып, Ҡөрьән уҡыусыға саҙаҡа биреп, күңелемде тынысландыра инем. Ләкин эшем буйынса йыш ҡына ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған боронғо ҡулъяҙмаларҙы уҡыу ихтыяжы тыуғанлыҡтан, ғәрәпсә уҡырға өйрәнеү ниәтенән, «Ихлас» мәсетенә Фатима абыстайҙың дәрестәренә йөрөй башланым. Мөғәллимәбеҙ, хәреф өйрәтеүҙән тыш, ислам нигеҙҙәрен, Ҡөрьән аяттарының мәғәнәләрен ентекләп төшөндөрә, Аллаһҡа, Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ мөхәббәт тураһында бөтә йөрәге менән аңлатып һөйләй, хәҙистәр менән таныштыра башлағас, мин үҙемдең күпме ғүмеремде, үткенсе донъяға албырғап, әрәмгә үткәреүемде аңланым һәм ислам динен өйрәнеүгә сат йәбештем. Артабан, эш урынына яҡын булғанлыҡтан, «Ғофран» мәсетенә уҡырға йөрөй башланым. Унда мине Тулҡын хәҙрәттең лекциялары әсир итте. Ә мәсет тыуған йортом кеүек яҡын булып китте. Хәҙрәт «Хәмзә» мәсетенә күскәс, алыҫ ара булыуға ҡарамаҫтан, уҡытыусым артынан унда йөрөнөм. Был мәсетте тағы ла нығыраҡ яраттым. Хаҡлы ялға киткәс, үҙем йәшәгән Дим биҫтәһендәге яңы төҙөлгән гүзәлдәрҙән-гүзәл «Мәҙинә» мәсете тормошомдоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Йома көндәре Замир хәҙрәттең йөкмәткеле вәғәздәрен тыңлап кинәндем, өс йыл Ләйсән мөғәллимәлә дин һабаҡтары алдым. Инде нисәмә йыл кесаҙна көндәрендә имандаш әхирәттәр менән һөйөклө Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат уҡырға йыйылабыҙ. Был көндө мин түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Ошондай бәхет бүләк иткәненә Раббыма мең-мең рәхмәттәр әйтәм. Баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе һәр мосолманды ошондай бәхет менән бүләкләһәң ине, тип ялбарам Уға. Аллаһ йорттары күберәк булһа ине, тим. Хәйер, 1996 йылда баш ҡалабыҙҙа 3 кенә мәсет эшләһә, әлеге ваҡытта 25-ләгән мәсеттең ишектәре асыҡ. Бер ҡарағанда, күп кеүек, әммә миллиондан ашыу халҡы булған, уларҙың сама менән 60-70 проценты этник мосолман иҫәпләнгән ҡала өсөн был аҙ (Ҡазанда, мәҫәлән, мәсеттәр 2-3 тапҡырға күберәк). Шулай ҙа, иң мөһиме − мәсеттәребеҙ буш булмаһын. Унда яңғыраған аҙан тауышы − ул Аллаһу Тәғәләнең саҡырыуы. Пәйғәмбәребеҙ заманындағы кеүек, аҙан тауышын ишетеү менән, ир-егеттәребеҙ, бөтә эштәрен ташлап, Аллаһты, уның фәрештәләрен көттөрмәй, илаһи осрашыуға ашыҡһын!

 

Әлфиә Батталова

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...