Тәү күреүҙән ғашиҡ итте Өфө!

Тәү күреүҙән ғашиҡ итте Өфө!

Тәү күреүҙән ғашиҡ итте Өфө!

Өфө менән тәү күрешеүем йәй көнө булды. «Сибай-Өфө» поезынан төшөп, әсәйем, Ләйсән апайым һәм мин өсәүләп тимер юл вокзалы алдына сыҡтыҡ.

 

Йәйге матур иртә, сағыу ҡояш нурҙарын йәлләмәй ҡыҙҙыра ғына! Ҡала ҡырмыҫҡа иләүендәй гөж килә: майҙан тулы халыҡ, әсәләр балаларын ашыҡтыра, кеселәре, өлкәндәрҙән ҡалышмаҫҡа тырышып, бер-бер артлы килеп туҡтаған автобус янына йүгерә, өҫтәрәк трамвайҙар сыйылдай. Ә һауала — Өфөгә генә хас еүеш асфальт еҫе. Төнгө ҡойонда йыуынған йүкәнән дә хуш еҫтәр аңҡый! Шундай яҡын һәм ҡәҙерле ул мине тәү күреүҙән үҙенә ғашиҡ иттергән ҡояшлы, шау-шыулы, гүзәл баш ҡалам!

Сәскәләй матур хыяллы йәш сағым ошонда үтте. Инде мине лә хәҙер Өфө кешеһе, өфөлө тип әйтергә ярайҙыр. Аллаһҡа мең шөкөр, Башҡортостаныбыҙҙың йөрәге булған Өфөлә йәшәлгән 32 йыл ғүмерем даланлы, емешле, аяҙ, үкенестәренә ҡарағанда шатлыҡ-һөйөнөсө, юғалтыуҙан табыш-асыштары күберәк булды! Иллегә кереп барғанда ла мин һаман гүзәл ҡалама, Өфөнө тәү күргән балалай, һоҡланып бағам! Һәр мөйөшө, һәр өйө ҡәҙерле йөрәгемә...

Артҡа боролоп ҡарайым да, Өфөбөҙҙә төпләнеп ҡалыуыма һис кенә лә үкенмәйем, сөнки тап ошо уңдырышлы, рухлы мөхиттә Раббым миңә мул итеп тормош һабағын, ғилемдәрен бирҙе, сыныҡтырҙы, һөйгән йәрем менән осраштырҙы, әсә бәхетен бүләк итте! Бәхеттең етенсе ҡатына күтәрҙе — намаҙға баҫтырҙы, мөләйем уҡытыусым янына дини дәрестәргә ашыҡтырҙы, тәҡүәле ҡолдары менән таныштырҙы, иң мөһиме – шулар янында йөрөтә, эшләтә, күҙ тейә күрмәһен, мәә шәә Аллаһ, ләә хәүлә үә ләә ҡуүүәтә иллә билләһ!

Өмөтһөҙләнеп, күҙ йәштәренә быуылған минуттарым да булды Өфөлә. Ҡәҙерле атай-әсәйем һуңғы һулышын ошонда алды. 1937 йылда репрессияға эләгеп, ҡулға алынған Бәхтиәр ҡартатайым Өфө төрмәһендә йән биргән, һуңғы төйәге лә уның һымаҡ ерләнгән меңәрләгән исемһеҙ ҡәберҙәр араһында. Аллаһтың Ҡануны шулай: беҙ беребеҙ ҙә мәңгелек түгел. Ошо ожмахтай еребеҙҙе гөрләтеп, Өфөнө шау сәскәгә күмеп, яҡташтарым, йәндәй күргән яҡындарым менән файҙалы ғәмәлдәр ҡылып, яҡшы һүҙҙәр генә әйтеп, иманлы, ғилемле тормошта йәшәтһен ине Раббыбыҙ! Илаһи әмин!

 

Светлана Әбсәләмова

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...