Ҡайһы бер ғөмүми әҙәптәр

Ҡайһы бер ғөмүми әҙәптәр

 

 

Бер фекер эйәһе әйткән:

«Был үтәлергә тейеш булған әҙәптәрҙең бер өлөшө:

Дуҫтарың һәм дошмандарың менән һәр ваҡыт ҡәнәғәт бул, бер ҡасан да улар алдында мәсхәрәгә ҡалма һәм уларҙан ҡурҡма! Етди бул, әммә тәкәббер булма! Бөтә нәмәлә «алтын урталыҡ»та бул! Атлаған ваҡытта ян-яҡҡа ҡаранма! Берәй төркөм күргәндә, улар янына туҡтама! Төҙ ултыр! Бармаҡтарыңды ҡымтып тотма һәм йөҙөк менән уйнама! Тешеңде һәм танауыңды соҡома! Битеңдән себендәрҙе ҡыума! Кирелмә һәм иҫнәмә! Тыныс ҡына ултыр! Асыҡ итеп һөйләш! Һинең менән һөйләшкән кешеләрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һал. Шул ваҡыт тынысһыҙлығыңды ла, вайымһыҙлығыңды ла күрһәтмә! Һөйләгән кешенән һүҙҙәрен ҡабатлауын һорама! Шаярыуҙарына иғтибар итмә! Балаға, малай булһынмы, ҡыҙ булһынмы, һоҡланыуыңды бер кемгә лә һөйләмә! Ҡатындар кеүек биҙәүестәр тағып йөрөмә, әммә тотҡондар кеүек илтифатһыҙ ҙа булма!

Һәр нәмәлә тәртипле бул! Һөрмәне артыҡ күп һөртмә, еҫле майҙы ла самалап ҡуллан! Риүәйәттәр һөйләүҙе һорап ныҡышма. Ят кешеләргә генә түгел, ҡатыныңа һәм балаларыңа ла хәлеңде һөйләмә! Сөнки, һинең ярлы булыуыңды белеп ҡалһалар, улар алдында абруйың төшөр. Бай булғаныңды белһәләр − талап күбәйер. Уларҙы ярат һәм ҡаты булма! Улар менән йомшаҡ бул, әммә көсһөҙлөгөңдө күрһәтмә!

Берәй кемде ғәйепләһәң, ашыҡма һәм дәлилдәреңде уйлап ҡара! Һөйләшкәндә ҡулдарыңды бик болғама! Тубыҡланма! Асыуың бөткәс кенә һөйләш!

Хаким менән дуҫлашырға тура килһә, уға бик яҡын килмә һәм уның ҡасандыр һинең дошманыңа әйләнмәҫ, тип уйлама. Уның менән йомшаҡ һәм яҡшы бул, балаға ҡараған кеүек! Ишетәһең килгән һүҙҙәрҙе әйт! Һинең фекереңә ҡолаҡ һала икән, унын ғаиләһе, балалары һәм яҡын кешеләре араһында торма!

Һиңә яҡшы булған саҡтарҙа ғына килгән дуҫтарыңдан ситләш, сөнки ундайҙар дошман булып һанала!

Байлығыңды дәрәжәңдән өҫтөн ҡуйма!

Кеше алдында төкөрөнмә, сөнки бындай эш йәмғиәттә шелтәләнә!

Проблемаларың тураһында ҡәрҙәшеңә һөйләмә, сөнки һинең түбән төшөүеңде күрһә, ул дошманға әйләнер.

Аҡыллы кешеләр менән шаярма, сөнки улар һине күрә алмаҫтар.

Ахмаҡтар менән шаярма, сөнки улар яманлап китергә мөмкин. Шаярыуҙар кешенең баһаһын төшөрә, кәмһетә, оят тойғоһон бөтөрә, ҡайғыға килтерә һәм мөхәббәтте ҡыуа. Йөрәкте үлтерә. Кешене Раббынан йыраҡлаштыра, шелтәләүгә юл аса, яҡшы иҫтәлектәрҙе хәтерҙән юя, гонаһтарҙы арттыра, тәнҡитләүҙәр, кәмһетеүҙәр һәм хаталарыңа төрттөрөүҙәрҙең сәбәбе булып тора».

Хаҡ юлға күндереүҙе Аллаһтан һорайбыҙ, беҙҙе хаҡ юлдағылар араһына урынлаштырһын. Беҙгә һаулыҡ бирһен һәм һаулыҡ биргәндәр араһына беҙҙе урынлаштырһын.

Башҡаларҙы алған кеүек беҙҙе лә Үҙенең ҡурсалауына алыуын һорайбыҙ. Беҙгә биргән нәмәләрҙең бәрәкәтле булыуын һорайбыҙ, һәм Үҙенең ҡөҙрәте менән беҙгә насип иткән бәләләрҙән йыраҡлаштырыуын үтенәбеҙ. Ул насип иткән нәмәне йыраҡлаштыра торған башҡа зат юҡ. Уның дошмандары күтәрелеп китмәҫтәр, Ул Үҙенә дуҫ итеп алғандар кәмһетелмәҫ.

Беҙҙең Раббыбыҙ бөйөк! Унан ғәфү үтенәбеҙ һәм гонаһтарыбыҙ өсөн тәүбә ҡылабыҙ. Уның ҡоло булған Мөхәммәд пәйғәмбәргә, салләллаһү ғәләйһи сәлләм, уның артынан барған һәм хаҡтың төп нигеҙен һалған сәхәбәләренә бик күп күркәм сәләмдәр әйтергә теләйбеҙ!

Бөтә маҡтауҙар тик Аллаһтың Үҙенә генә хас. Уҡый ҙа, яҙа ла белмәгән беҙҙең пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһи сәлләмгә Аллаһ Үҙенең рәхмәтен насип итһен!

Әмин!

 

 

Имам Әбү Хәмид әл- Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Мине тренажер залы тураһында ике һорау борсой: 1. Күп кенә егеттәр тренажер залына йөрөй, ә унда динебеҙ ҡушҡанса кейенеп килгәндәр һирәк, шулай уҡ шундай урындарҙа ҡыҙҙар күп. Шул залға йөрөүҙән туҡтағыҙ, тип, ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын тыя аламы? Үҙенең иренең шундай залға йөрөп...


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...


Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде...


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...