Әҙәптәр

Әҙәптәр

Ҡатының менән ниндәй мөғәмәләлә булырға?

 

  • Уның менән яҡшы мөнәсәбәттә булыу
  • Йомшаҡ итеп һөйләшеү
  • Мөхәббәтеңде белдереү
  • Ҡатын менән икәүҙән-икәү ҡалғанда тыныс булыу
  • Бәләкәй хаталарҙы иғтибарға алмау
  • Кәмселектәрен ҡапларға тырышыу
  • Дәрәжәһен һәм намыҫын һаҡлау
  • Бәхәскә йыш инмәү
  • Тәьмин итеү һәм һаран булмау
  • Ғаиләһен (ата-әсәһен, туғандарын) хөрмәт итеү
  • Матур вәғәҙәләр биреү
  • Көнләшеү

 

Ирең менән ниндәй мөғәмәләлә булырға?

  • Ирең алдында оялыу тойғоһон юғалтмау
  • Ир менән бәхәсләшмәү
  • Теләктәрен үтәргә тырышыу
  • Ире һөйләгәндә тын тороу
  • Ире өйҙә булмағанда, намыҫын һәм мал-мөлкәтен һаҡлау
  • Бушҡа килемдәрен әрәм итмәү
  • Тәмле еҫле хушбуй (еҫле май) ҡулланыу
  • Тештәрҙе тәртиптә тотоу һәм үҙ-үҙеңде ҡарау
  • Таҙа әйбер кейеү
  • Ҡәнәғәтлегеңде күрһәтеү
  • Мәрхәмәтле булыу
  • Биҙәүестәр тағыу
  • Ирҙең ғаиләһенә һәм туғандарына хөрмәт күрһәтеү
  • Ғәмәлдәре өсөн рәхмәттәр әйтеү
  • Икәүҙән-икәүгә ҡалғанда, мөхәббәтеңде белдереү
  • Ирен күргәндә, шатланырға тейеш

 

 

Имам Әбү Хәмид әл- Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...