Ашау-эсеү әҙәбе

Ашау-эсеү әҙәбе

Ашау-эсеү әҙәбе
  • Ашар алдынан ҡулдарҙы йыуыу
  • «Бисмилләһ»те әйтеү
  • Уң ҡул менән ашау һәм алдыңдағын ашау
  • Ваҡ өлөштәр менән ашау
  • Йотор алдынан һәйбәтләп сәйнәү
  • Өҫтәл артында ултырған кешеләрҙең йөҙөнә ҡарамау
  • Мендәргә ҡырын ятып ашамау
  • Туйғансы ашамау (әгәр ҙә ҡунаҡ йәки ярлы менән ашайһың икән, уларҙы уңайһыҙ хәлгә ҡуймаҫ өсөн, бергә ашау)
  • Тәрилкәнең ситенән ашай башлау. Уртанан ярамай
  • Аллаһты тәсбихләү
  • Бергә ашап ултырған кешеләрҙең аппетитын боҙмаҫ өсөн, өҫтәл артында үлем хаҡында һәм күңелһеҙ темаларға һөйләшмәү

 

Һыу эсеү әҙәбе

 

  • Һыу эсер алдынан стаканға ҡарап, «бисмилләһ»те әйтеү
  • Һыу эскәндән һуң, Аллаһты маҡтау
  • Һыуҙы йотом-йотом эсеү. Бер тында бөтә һыуҙы эсеп бөтөргә ярамай.
  • Өскә бүлеп эсеү кәрәк
  • Һәр бер йотомдан һуң «әлхәмдүлилләһ» һәм һәр бер йотом алдынан «бисмилләһ» тип эсергә
  • Һыуҙы баҫып эсмәҫкә
  • Яныңда кешеләр бар икән, һыуҙы уң яҡта торған кешегә бирергә кәрәк

 

 

Имам Әбү Хәмид әл- Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...