Ябай ғына сепрәк түгел яулыҡ...

Ябай ғына сепрәк түгел яулыҡ...

Ябай ғына сепрәк түгел яулыҡ...

– Һине бер кем дә күрмәй ҙә инде, сис әле шул нәмәңде, тирләп-бешеп ултыраһың бит, – тип йәбеште миңә апайым. Ошондай һөйләшеү уларға барған һайын ҡабатлана.

 

Эйе, мине бер кем дә күрмәй, тип баш ҡаҡтым туғаныма. Кухняһында беҙ икәү генә ҡалһаҡ та, шыпа яланбаш ултырғым килмәй. Яулыҡҡа шул тиклем өйрәнеп кителгән, әйтерһең дә, ул ҡулым, аяғым кеүек минең өсөн бик кәрәкле ағза. Эске гармониям, тыныслығымдың сәбәбе, тип тә әйтергә мөмкин. Башымдан һыпырып алһам, көсөм кәмегәндәй, яҡлаусыһыҙ ҡалғандай кеүекмен.

Бынан ун ике йыл элек, биш намаҙға баҫып, ураҙа тотоп, дини ҡағиҙәләр буйынса йәшәргә тырыша башлағанда, берәй көндө яулыҡ ябынырмын, хижәпле йөрөрмөн, тигән уй ике ятып бер төшөмә лә инмәне тәүҙә. Аллаһ ҡушҡанды мотлаҡ үтәргә, буйһонорға кәрәк, тигән фекерҙә булһам да... Яулыҡ ябынһам, уҫлаптай башым тағы ла ҙурыраҡ, оҙон танауым тағы ла ослораҡ күренер, тип ҡурҡтым. Әлеге-баяғы үҫмер сағымдан тынғылыҡ бирмәгән комплекстарым ҡалҡып сыҡты бер заман. Иҫәр уйҙар артабан да юлымды быуып ҡамасаулар ине, әммә бер көн Ғилем Эйәһе – Аллаһ икеләнеүҙәремә сик ҡуйҙы. Тағы ла бер тапҡыр (икенсегә!) әсәй булыу теләге менән янған мин бер көндө бер тынала: «Йә Раббым! Ауырға ҡалып, имен-аман йөрөп, бала тапһам, яулыҡ ябынам», – тип әйткәнемде үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Шул саҡта йөрәгем аҫтында яңы ғүмер яралғанын белмәнем әле. Ике-өс аҙнанан табипҡа барып, барыһы ла асыҡланғас, вәғәҙәм иҫемә төштө. Аллаһҡа бирелгән анттан тайпылыу юҡ, тинем дә туғыҙ ай буйына яйлап үҙемде динебеҙсә кейенеүгә әҙерләнем, тыйнаҡ стилгә көйләнем. Комплекстарым да юҡҡа сыҡты. Сөнки яулыҡлы Светлана, яланбаш ҡатынға ҡарағанда, күңелгә нығыраҡ ятты. Һәм хижәпле әхирәттәремә ҡарап та шуны иҫбатлай алам: Аллаһ Ҡушҡанса бөркәнгән ҡыҙҙарҙан илаһи яҡтылыҡ, сафлыҡ бөркөлә, улар гүзәллек эталонына әйләнә, бөтмәҫ сер һаҡланған кеүек уларҙа. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: бөтә талаптар буйынса кейенә башлаһаң, барыһы, һөйләшеп ҡуйған һымаҡ, ихтирамын белдерә башлай, ҡәҙер-хөрмәткә күмә.

Ике апайымдан башҡа, барыһы ла хижәпле стилемде шундуҡ ҡабул итте, ыңғай баһаһын бирҙе. Һеҙ ҙә, әхирәттәрем, яулыҡты бер йылдан, йә университетты тамамлағас, йә хаҡлы ялға сыҡҡас ябынырмын, тип һуҙып килмәгеҙ, был ҡарарҙы бөгөндән тормошҡа ашырырға тырышығыҙ. Сөнки бының бер нисә етди сәбәбе бар:

  1. Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәләнең Әмере. Раббыбыҙ Бойорғанды барыбыҙға кисекмәҫтән үтәү мөһим. Аллаһ Ҡушты! Был ике һүҙ Ғаләмдәр Хужаһының Берлегенә ышанған һәр кемгә иң яҡшы мотивация булырға тейеш.
  2. Дингә өндәүсе иң еңел дәғүәт. Яулыҡ ябынып, ипле кейенеп, үҙ йомошоң менән йөрөп килгәнсе, нисәмә кеше һине ситтән күҙәтеп, фекер туплап өлгөрә. Өндәшмәйенсә, шым ғына үтһәң дә, һин үҙеңдең образың менән ислам динен, Аллаһты хәтерҙәренә төшөрөп, кемдеңдер шәһәҙәт һүҙҙәрен әйтеп, гүзәл динебеҙгә килеүенә сәбәпсе булыуың мөмкин. Шулай уҡ һине күргәндән һуң яулыҡ ябынырға ҡыймай йөрөгән берәй ҡатын-ҡыҙ, ҡыйыулығын йыйып, хижәпле тормошҡа йөрьәт итһә, ошонан да ҙурыраҡ шатлыҡ бармы икән?
  3. Һин – яҡлаулыһың! Аңлашылмай: ғәҙәти генә туҡыма нисек һаҡларға мөмкин? Ҡайһы бер йәштәр эре сирттереп иң отошлоһо – кеҫәндә газ баллончигын йөрөтөү, тиер, бәлки. Әммә мосолманса кейенеп ҡараған һәр бер кеше бының күңел торошона иҫ китмәле ыңғай тәьҫир итеүен билдәләй. Әлбиттә, төҫ-башыбыҙҙы ҡыҙыҡһыныусан ҡараштарҙан йәшергән кейем генә һаҡлау функцияһын үтәй алмай. Аллаһ ҡына Ҡурсыусы һәм Ул ғына Үҙенә буйһоноусы ҡолдарын бәхет һәм тыныслыҡҡа ирештерә.
  4. Берҙәмлек тойғоһо. Бөтә мосолмандарҙы берләштергән сәләмләшеү, намаҙ кеүек, хижәп тә мөслимәләрҙе бер-береһенә яҡынайта. Дин ҡәрҙәшең әҙ булған ерҙә йәшәгән һәр кемгә, уйламағанда, берәй сауҙа үҙәгендә яулыҡлы ҡыҙҙы осратҡас, күңелдә яралған шатланыу тойғоһо яҡшы таныш. Шул мәлдә йөрәктә апайҙарса ҡараш, дуҫлашыу теләге тоҡанып китә. Ғөмүмән, үҙеңде оло яҡты донъяның бәләкәй генә өлөшсәһе итеп хис итеү – өммәтебеҙҙең бер ағзаһы булыуыңды тойоу − ҙур бәхет!
  5. Тотҡарлаусы фактор. Хижәп бөркәнһәк, беҙ тағы ла яҡшыраҡ яҡҡа үҙгәрәбеҙ. Эске донъябыҙҙың үҫешеп, әҙер булыуын йылдар буйына көтөп ятҡансы, яулыҡ ябын, һәм барыһы ла үҙ урынына ултырыр. Маршруткала телефондан ҡысҡырып һөйләшергә, әхирәттәрең менән урамдарҙы лауылдап, шарылдап ҡыҙырып йөрөүҙән ояла башларһың. Артабан иһә – ата-әсәйеңә ҡаршы килергә, намаҙға һуңларға, эшеңде илке-һалҡы башҡарырға, хеҙмәт урынына йә уҡыуға һуңларға тартынырһың. Аллаһу Тәғәлә барыһын да булдыра ала!

Үтәләй ел һуғыуынан, туҙғаҡ сәсте ипкә килтерә алмай, төҫ-башың өсөн бер туҡтауһыҙ мәшәҡәтләнеүҙән, ультрафиолет нурҙарының зарарынан һаҡлағанын әйтеп тораһы ла юҡ. Яулыҡ ябыныу өсөн тиҫтәләрсә түгел, йөҙҙәрсә сәбәп бар. Иң мөһиме – Аллаһтың Әмеренә битараф булмайыҡ, Ул Ҡушҡанса йәшәргә өйрәнәйек. Ул саҡта, ин шәә Аллаһ, тормошобоҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер.

 

Светлана Әбсәләмова

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


«Ҡөрьән менән көнөм бәрәкәтле үтә!..»

Изге Рамаҙан – Ҡөрьән айы. «Ҡөрьәнде өйрәнгән һәм Ҡөрьәнде өйрәткән кешеләр – арағыҙҙағы иң хәйерле кешеләр», – тиелә хәҙистә. Изге Китапты уҡыу – оло ғибәҙәт. Ҡөрьән уҡыуҙың ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнлеген иҫебеҙгә төшөрөп үтәйек. Рубрикабыҙҙың ҡунағы –...


Нимә ул оялсанлыҡ?

Исламдағы «хая» (оялсанлыҡ) тигән төшөнсә бер ҡасан да кешене насарлыҡҡа этәрмәҫ. Дин ғалимдары әйтеүенсә, хая – ул Аллаһу Тәғәлә алдында йәки кешеләр алдында ғәйеп эш ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡыу сәбәпле, күңелдә тыуған баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Был күркәм, юғары әхлаҡи сифат кешенең күңел...


Мәзин олатай

Беҙ бала саҡта ауылыбыҙ менән уны, Мәзин олатайыбыҙ, тип кенә йөрөттөк. Ғәлимйән Абдулла улы 1881 йылда Йылайыр районының Аралбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Абдулла Аблаевтың өс улы: Ғәлимйән, Ахунйән, Хәкимйән һәм Кинйәбикә исемле ҡыҙы була. Уландары ла, аталарына оҡшап, дин юлын яҡын...


Ғәйет намаҙын үткәреү тәртибе

Рамаҙан-шәриф айы тамамланғас, шәүүәл айының беренсе көнөндә (ул быйыл 20 мартҡа тура килә) Ураҙа байрамын, ғәрәпсә әйткәндә, Ғийдүл-Фитрҙы, билдәләйәсәкбеҙ, ин шәә Аллаһ Рахмән! Был көндө матур итеп үткәрергә тырышырға кәрәк. Шуға күрә беҙгә байрам көнөндә ниҙәр эшләргә икәнен, ғәйет намаҙының...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

1891 йылдан ҡазый булып һайланған Ризаитдин Фәхретдинов, Аҡмулла менән был һөйләшеүҙән һуң, мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтановтың ризалығын алып, уның менән осрашыу мәжлесе ойоштора. Мәжлестә шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Хайрулла ахун һ.б. ҡатнаша. Ғәҙәттәгесә, зыялылар өсөн М. Өмөтбай менән Аҡмулла...