Фәләстан − йөрәгебеҙ һыҙлауы

Фәләстан − йөрәгебеҙ һыҙлауы

Фәләстан − йөрәгебеҙ һыҙлауы

Йыш ҡына яҙыусы-журналистар үҙҙәренең яҙмаһына тапалған, ҡабартылған исем ҡуя. Әммә әлеге мәҡәләбеҙҙең башы һис кенә лә арттырыу түгел, ул бөгөнгө ысынбарлыҡ.

 

Әгәр һинең кеүек үк, әммә бөтә нәмәнән мәхрүм ителгән кешеләрҙең хәле тураһында туҡтауһыҙ уйлайһың, уларҙың минут һайын, туҡтамай яуған бомбалар аҫтында, яҡындарын, ғәзиз кешеләрен юғалтып, ни тиклем ауыр һынау кисереүен күҙ алдынан үткәрәһең икән − йөрәктең тыныс ҡалыуы мөмкин түгел. Былар бөтәһе лә йөрәкте һыҙлата, әрнетә.

Бер дин кешеләре булған өсөн генә түгел, ер шарының теләһә ҡайһы нөктәһендә, ниндәй генә дин, ниндәй генә милләт халҡы менән ошондай фажиғә булмаһын, барыбер ошо тойғоно кисерер инек − йөрәгебеҙ яныр, һыҡрар ине.

Хәҙерге коммуникация саралары донъялағы бар хәбәрҙе, шулай уҡ Фәләстан ерендә барған ҡот осҡос хәлдәрҙе бик тиҙ һәм бер ниндәй цензураһыҙ тарата.

Минең ҡатыным күреү һәләте сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән интернат-мәктәптә эшләй һәм өҫтәмә рәүештә бөтөнләй тиерлек күрмәгән, түшәктә ятҡан уҡыусы менән шөғөлләнә. Көн һайын ул, хәҙерге тел менән әйткәндә “мөмкинлектәре сикләнгән” балалар араһында, башҡа балаларға мөмкин булған шатлыҡтан мәхрүм ителгәндәрҙең тормошон яҡындан күрә. Күптәр уйлай, йәнәһе, ундай кешеләр зәғифтәрҙе көн дә күреп өйрәнеп бөтә, күңелдәре ҡата... ләкин улай түгел. Ҡатыным, социаль селтәрҙәрҙә күрһәтелгән кадрҙарҙы: шартлатылған дауаханаларҙы, емереклек аҫтында ғазапланған кешеләрҙе, яраланған балаларҙы күреп, бер нисә төн бөтөнләй йоҡлай алманы. Беҙ бөтәбеҙ ҙә шундай уҡ кисерештә. Быларҙы күреп, тыныс һәм битараф ҡалыу мөмкин түгел.

Берәй еребеҙ яраланһа, бөтә тән быны тоя һәм ғазаплана, шуның кеүек бөтә кешелек әлеге хәлдәрҙе йөрәге аша үткәрә. Ысынлап та, әгәр беҙ ундағы ғазап, һыҙланыуҙарҙы тоймайбыҙ, кисермәйбеҙ икән, ул сағында беҙ ниндәй кешеләр һуң?

Әммә беҙ бер нисек тә хәлде үҙгәртә алмайбыҙ, ҡулдарыбыҙ менән нимәлер эшләй, ярҙам итә алмайбыҙ, тиһегеҙме? Ләкин беҙ һүҙҙәр менән ярҙам итә алабыҙ! Һәр беребеҙ Аллаһу Тәғәләгә, ошо бәләләрҙе туҡтатыуын, золом күреүсе халыҡҡа ярҙам итеүен һорап, ялбара алабыҙ. Раббыға доға − иманлы кешенең төп ҡоралы! Хәҙер был турала күп һөйләйҙәр һәм был ысынлап та шулай. Доға үҙе үк − Аллаһҡа итәғәт итеү. Беҙ доға ҡылабыҙ, ә уның файҙаһын Аллаһ беҙгә, һөҙөмтәһен күрһәтмәйсә, йәшертен бирергә мөмкин. Аллаһҡа ялбарған саҡтағы ихласлығыбыҙ, яҡшы буласағына ышаныу доғаларҙың ҡабул булыуына ярҙам итер, ин шәә Аллаһ.

Кешеләр ғәҙелһеҙлек, золом, яуызлыҡ өсөн яза бирелеүен шул мәлендә үк, тиҙ генә булыуын теләй. Ләкин улай булмай, кемдең сабырлығы һәм үҙенә бирелгән ғүмере етә − һәр әҙәмдең үҙенә тейешле өлөштө алғанын күрер. Хаҡ Тәғәлә ҡылған ғәмәлдәр өсөн тәүбәгә килергә һәм хаталарҙы төҙәтергә ваҡыт бирә...

Беҙ ғәҙәттә башты юғалтмаҫҡа, яуызлыҡҡа ҡаршы яуызлыҡ ҡылмаҫҡа саҡырған кешегә асыуланабыҙ. Ундай кешеләрҙе ҡурҡаҡлыҡта йәки һатылыуҙа ғәйепләүе еңел. Әммә, ваҡыт үтеү менән, тап ана шул, хис-тойғоға бирелмәй, айыҡ аҡыл менән ҡалған кешеләр арҡаһында төҙәтә алмаҫлыҡ оло хата эшләнмәгәнлеген аңлайбыҙ.

Беҙгә хәҙер еңел түгел. Беҙҙең йөрәктәрҙә − әрнеү һәм асыу. Беҙ күңелебеҙ менән унда, ғазап-золомдан интеккән халыҡҡа ярҙам итергә, вәхшилекте туҡтатырға теләйбеҙ. Беҙ туҡтауһыҙ доғалабыҙ − Аллаһу Тәғәләнән һуғышты туҡтатыуын һорап ялбарабыҙ. Һәм бөтә донъяла, бигерәк тә әлеге ерҙә тыныслыҡ урынлашыуына өмөтләнәбеҙ.

 

Ғәзиз Мичигешов

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...