Нимә ул ғөшөр саҙаҡаһы?

Нимә ул ғөшөр саҙаҡаһы?

Нимә ул ғөшөр саҙаҡаһы?

Үҙенең Сикһеҙ Рәхимлеге менән Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә үҙ ҡолдарын, йәғни, беҙҙе, ризыҡландырыр өсөн күп ниғмәткә күмә, файҙалы үҫемлектәре менән туйындыра, шуларҙан табыш алырға өйрәтә.

 

Гүзәл еребеҙҙә нимә генә үҫмәй: иген культуралары, йәшелсә-емештең иҫәбе һаны юҡ, йәй эсендә өлгөрөр өсөн ямғырҙар менән дымлана, үҙебеҙ ҙә ҡоро көндәрҙә мул итеп һыу һибергә тырышабыҙ. Файҙалы хеҙмәткә көс-далан биреүсе лә — Раббыбыҙ! Тупраҡтың көсөн алып, ҡояштың нурында наҙланып үҫкән баймандан ауыҙ итеп туҡланған һәр береһе организм өсөн күп файҙалы матдәләр, витаминдар ала. Баҫыуҙан, баҡсанан, емеш ағастарҙан уңыш йыйыу мөмкинлеге лә — Аллаһу Тәғәләнең Сикһеҙ Шәфҡәтенән. Һәм беҙҙе лә Ул йомарт булырға саҡыра. Киң күңел менән башҡарылған изге эштәрҙең береһе ул ғөшөр-саҙаҡа биреү. Нимә ул, ҡасан һәм кемгә бирелә? Ошо хаҡта беҙгә бөгөн Өфө ҡалаһының "Хәмзә" мәсетенең имам-мәзине Хаммат Бохарбаев аңлата.

– Әлхәмдүлилләһи раббил ғәләмин! Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Нимә ул ғөшөр саҙаҡаһы? "Ғәшәрә" ғәрәпсәнән "ун" тигәнде аңлата. Ундың бер өлөшө тигән мәғәнәлә ҡулланыла, беҙҙең күркәм ислам динендә һалым түләүҙе аңлата был. Тапҡан, йыйған ашлыҡтың ундан бер өлөшө саҙаҡа була. Уны кемдәр бирә, байҙар ғынамы? Юҡ, баҡсалары булған бөтә кешеләр ҙә үҫтергән һәр нәмәнән өлөш сығарырға бурыслы. Быға Аллаһу Тәғәләнең әмере бар: "Эй, иман килтергән бәндәләр! Үҙегеҙҙең кәсеп ҡылғандарығыҙҙың яҡшыһын Аллаһ Ризалығы өсөн сарыф итегеҙ. Һәм дә шулай уҡ ерҙән беҙ һеҙгә нимә сығарып бирҙек − шуларҙан ", — тигән. Йәғни кеше үҫтергән уңыштан, тапҡанынан мохтаждарға, фәҡирҙәргә өлөш сығарырға тейеш.

Кемдер әйтә: "Мин бит барыһын да үҙем үҫтерәм, иртә яҙҙан ҡара көҙгә саҡлы баҡсамда көс түгәм, ни өсөн әле мин бер нәмә лә эшләмәгән кешеләргә ғөшөр-саҙаҡа бирергә тейеш?" Эйе, беҙ бирә торған кешене уйлап түгел, Аллаһтың әмерен иҫтә тотоп бирергә тейешбеҙ! Аллаһу Тәғәлә ҡушты, бисмилләһ, Раббыбыҙ Ризалығы өсөн, тип! Сөнки Аллаһ ҡына беҙгә уңышын, орлоғон бирә, елен, ҡояшын, шарттарын булдыра. Барыһы ла Аллаһтың ниғмәте. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ күркәм бер хәҙисендә, ҡоролоҡтоң күпселек сәбәбе − зәкәт һәм саҙаҡаларҙың бирелмәүе арҡаһында, тиелгән.

Ғөшөр саҙаҡаһы ниндәй күләмдә һәм кемгә бирелә? Беренсенән, йәшелсә-емеш тик ямғыр йә йылға һыуҙары менән һуғарылып үҫтерелһә (ҡайһы ерҙәрҙә йылға һыуын баҡсаларға арыҡ ярҙамында ебәрәләр), уңыштың ундан бер өлөшөн ғөшөр-саҙаҡа итеп бирәһең. Ямғыр һыуында башлыса картуф, кишер, сөгөлдөр үҫтерәбеҙ. Ағас-ҡыуаҡтарҙан йыйып алынған емеш-еләктең дә ундан бер өлөшө — ғөшөр-саҙаҡа.

Бында кеше өсөн олуғ файҙа, таҙарыныу. Балды алғанда ла, шул уҡ хәл. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгән һәр кем яҡшы белһен: һығылған балдың ундан бер өлөшө — саҙаҡа. Мәҫәлән, 100 кг балдың ун килоһы — фәҡирҙәрҙеке.

Йәшелсә-емеште биҙрәләп, лейкалап һыу ташып үҫтерһәк, ул саҡта ашлыҡтарҙың егерменән бер өлөшө бирелә. Мәҫәлән, ҡыярҙарға көн дә һыу һибәбеҙ. Ниндәй доға уҡырға, мин бит доғалар белмәйем, белемле кешене табырға кәрәк, таба алмаһам, был саҙаҡаны бирә алмай ҡалам инде, тиеүселәр ҙә бар. Юҡ, бында иң мөһиме − кешенең ниәте. Бисмилләһ, Аллаһ Ризалығы өсөн ғөшөр итеп бирелһә, шул дөрөҫ буласаҡ. Тыныс күңел менән бирегеҙ.

Һәм был саҙаҡа кемдәргә бирелә? Бөтә төр мохтаждарға: фәҡирҙәргә, етемдәргә, мәҙрәсәлә уҡыған шәкерттәргә, мосафирҙарға, дин юлында хеҙмәт иткән уҡытыусыларға бирелергә тейеш. Кеше таба алмаһаҡ, хәйриә фондтары бар. Ауыл ерендә мохтаждар күп. Хаҡлы ялдағы өлкәндәргә, бурыстары күп булғандарға йөҙ процент тыныс күңел менән бирергә мөмкин.

Шуны аңларға кәрәк: ысынында, ғөшөр саҙаҡаһы — Аллаһтың Рәхмәте. Шуны матур итеп үтәһәк, үҙебеҙҙең малға ла бәрәкәт буласаҡ, Ин шәә Аллаһ, олуғ сауапҡа ирешербеҙ.

 

Светлана Әбсәләмова

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...