Аллаһтан ғәфү үтен!

Аллаһтан ғәфү үтен!

Бер ваҡыт имам Хәсән әл-Басриға үҙенең ярлылығына зарланып бер кеше килә. Уға имам: «Аллаһтан ғәфү үтен!» – тип әйтә.

Шунан түлһеҙлеккә зарланып икенсе кеше килә. Уға ла имам: «Аллаһтан ғәфү үтен!» – ти.

Артабан баҡсаһындағы ҡоролоҡҡа зарланып өсөнсө кеше имамға мөрәжәғәт итә. Һәм уға ла Хәсән әл-Басри: «Аллаһтан ғәфү үтен!» – тип әйтә.

Шунан имам эргәһендә быны күҙәтеп ултырғандарҙың береһе: «Һиңә кем генә килһә лә, һин уға Аллаһтан ғәфү үтенеүҙе кәңәш итәһең. Ни өсөн?» - тип һорай.

Быға Хәсән әл-Басри: «Мин Ҡөрьәнгә бер нәмә лә өҫтәмәнем» – ти һәм артабан киләһе аятты уҡый: «Раббығыҙҙан ярлыҡау һорағыҙ, сөнки Ул – Ғәфү итеүсе. Ул һеҙгә күктән мул ямғырҙар ебәрер, һеҙҙе мал һәм балалар менән ҡеүәтләндерер, һеҙҙең өсөн баҡсалар үҫтерер һәм һеҙҙең өсөн йылғалар булдырыр» («Нух» сүрәһе, 10-12 аяттар).

Шуға күрә ғалимдар фекеренсә, кем үҙ эштәрендә ҡыйынлыҡҡа тап булһа, истиғфар ҡылһын, Аллаһтан күп тапҡыр ғәфү үтенһен. Һәм бынан һуң, Аллаһтан күп һанлы рәхмәттәр яуыр.

 

Ләйсән Бәхтиева тәржемәһе

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...