Мәсет булған ерҙә – иман булыр!

Мәсет булған ерҙә – иман булыр!

Мәсет булған ерҙә – иман булыр!

Раббыбыҙҙың оло рәхмәте менән ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Мөхәммәтсәлим" мәсете үз ишектәрен асты. Ун ике йыл дауамында төҙөлгән Аллаһу Тәғәләнең мөбәрәк йорто үҙенең күркәмлеге менән күңелде арбай.

 

Ошо изге эште атҡарып сыҡҡан шәхси эшҡыуар Салауат Миҙхәт улы Яппаровҡа мәсет төҙөүҙә Аллаһу Тәғәләнең ризалығына ирешергә теләгән һәр кем ярҙам ҡулы һуҙған. Айырыуса, Рәйлә Табабилова, Ринат Райманов, Альвина Ғабдрахмановалар ҙур тырышлыҡ күрһәткән.

“Минең бабайым Әһлиуллин Мөхәммәтсәлим Зариф улы Стәрлетамаҡ районы мәсеттәренең беренсе имамы булған. Шуға мәсеткә уның исемен бирҙек тә инде. Заманында Мөхәммәтсәлим бабайыма эйәреп, күп кеше хаҡ иман юлына баҫҡан. Мин дә уның, һәр кеше үҙе артынан яҡшы эш ҡалдырырға тейеш, тигән өгөт-нәсихәттәрен ишетеп үҫтем.

Был иҫ киткес матур Иман йортон төҙөүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә бик рәхмәтлемен. Мәсет төҙөү, уның төҙөлөшөнә үҙ өлөшөңдө индереү саҙаҡа-джәриә булып иҫәпләнә. Уның сауабы баҡыйлыҡҡа күскәс тә дауам итә. Ошо мәсеттә ҡылынған һәр бер ғибәҙәт өсөн Аллаһ йортоноң төҙөлөшөндә ҡатнашлығы булған һәр кемгә сауаптары бер туҡтауһыҙ барып торасаҡ”, – ти Салауат Яппаров.

 

Фәрәт Богданов,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы

 

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...