Барыһы ла тик яҡшыға

Барыһы ла тик яҡшыға

2001 йылдың 11 сентябренән һуң бер гәзиттә ҡыҫҡа ғына мәҡәлә баҫыла.

 

 

«Бик ҙур компания директоры был көндө беренсе тапҡыр улын балалар баҡсаһына алып барған. Икенсе бер егет, сәйгә пончиктар алып килергә сираты етеп, магазинға киткән. Сәғәте ваҡытында шылтырамаған ҡатын, йоҡлап ҡалып, эшкә һуңлаған. Кемдер тығындарҙа ултырған, кемдер автобусҡа һуңлаған, кемдеңдер машинаһы ҡыҙмаған, кемдер телефонға яуап биреп тотҡарланған, берәүҙең балаһы мыжыған, берәү такси тота алмаған. Бер ҡатын, өҫтөнә кофе түгелеп, кейемен алыштырырға булып һуңлаған.

Бер ир-егет ул көндө яңы туфли кейгән. Эшкә килеп еткәнсе, яңы аяҡ кейеме аяғын өйкәгән. Аптекаға лейкопластырь алырға кергән һәм... иҫән ҡалған.

Тығындарҙа булһам да, лифтҡа өлгөрмәһәм дә, уңайһыҙыраҡ мәлдә телефон шылтыраһа ла, туҡтап ҡалам. Ваҡ-төйәктәр ҡайһы саҡта йәнде үртәһә лә, ошо минутта, тап ошо урында булыуымды Аллаһу Тәғәлә билдәләгән, тип уйлайым.

Иртәләрегеҙ ығы-зығылы, балаларығыҙ яй кейенә, машинаның асҡысы табылмай, юлда светофорҙар күп, эшкә һуңлайым кеүек борсолоуҙар тынғыһыҙламаһын, көйҙөрмәһен. Аллаһу Тәғәлә беҙҙе һаҡлай. Барыһы ла тик яҡшыға».

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙистәренең береһендә: «Ер менән күкте яратҡанға тиклем илле мең йыл элек үк Аллаһу Тәғәлә бәндәләренең яҙмышын яҙып ҡуйған», – тиелә (Мөслим). Беҙгә нимә яҙғанын белмәйбеҙ, бары тик, Аллаһу Тәғәләгә һыйынып, бәлә килһә, сабыр итеп, барлыҡ биргән ниғмәттәргә рәхмәтле булып, шөкөр итеп йәшәйһе ҡала.

 

(Ислам календарынан)

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...