Һин ҡайһы донъя кешеһе?

Һин ҡайһы донъя кешеһе?

Бер кеше шәйехҡа килә һәм һорау бирә:

− Хөрмәтле шәйех, минең белгем килә: мин фани донъя кешеләре иҫәбенә керәмме, әллә Мәңгелек донъя (Әхирәт) кешеләре иҫәбендәменме?

Үлсәгес һәр кемдең үҙ ҡулында, − тигән аҡыл эйәһе.

Ир кеше аптырап киткән:

− Нисек?

Шәйех:

Һин кешеләрҙе алдай алаһың, ә үҙеңде − юҡ. Һинең үлсәгесең үҙ ҡулыңда. Һин үҙеңдең ҡайһы донъя кешеһе икәнлегеңде үҙең үлсәй алаһың.

− Нисек итеп? − тип һорай ир.

Шәйех уның үҙен һорау бирә:

Әгәр һиңә берәү килеп аҡса бирһә, һәм икенсе берәү килеп, хәйер һораһа, һин уларҙың ҡайһыһына шатланырһың?

Ир кеше өнһөҙ ҡала.

Шәйех дауам итә:

Әгәр һин аҡса килтергән кешегә ҡыуананаһың икән, һин − ошо донъя кешеләренең береһе. Ә инде һинән хәйер алыусыға ҡыуанһаң, һин − Әхирәт кешеләре иҫәбендә. Ысынында, кеше үҙе яратҡан нәмәне килтереүсегә ҡыуана. Миңә кем аҡса килтерә − ул миңә донъялыҡты (ошо донъяны) бирә. Ә кем минән хәйер ала − миңә мәңгелекте (Әхирәтте) бүләк итә. Әгәр һин Әхирәт кешеләре иҫәбендә икән, ул сағында, аҡса килтереүсегә түгел, һинән хәйер алыусыға нығыраҡ ҡыуан.

Теге кеше:

− Сөбхәналлаһ! − тип ҡабатлай.

Шәйех:

Шуға күрә бер тәҡүәле кеше, янына хәйер һорап инеүсегә: «Мәрхәбә! Минең изге ғәмәлдәремде бушҡа Әхирәткә илтеүсе, рәхим ит!» − тип уны, ҡунаҡ ҡаршылағандай, шатланып ҡабул итә.

Ир кеше башын аҫҡа эйеп:

− Миңә: «Иннә лилләәһи үә иннә иләйһи раджиғүүн» («Бөтәбеҙ ҙә Аллаһтан килгәнбеҙ һәм Уға ҡайтабыҙ»), − тип әйтергә генә ҡала, − ти. Йәғни, үҙенең мөшкөл хәлдә булыуына ишаралай.

Шәйех быға яуап итеп әйтә:

Аллаһтың мәрхәмәтлегенә өмөтөңдө юғалтма. Әгәр һин уларға оҡшамағанһың икән, уларса ҡылан. Тәҡүәле кешеләрҙе ҡабатлау − уңыш, ҡотолоу юлы. Әгәр яныңа хәсрәтле кеше килә икән − тыңла! Кемдер яныңа үкенеп, аҡланып килә икән − ғәфү ит! Мохтаж кеше килһә, ярҙам ит! Маҡсатың − Ҡөрьән китабы тотоп йөрөүҙә түгел. Маҡсатың − һинең холҡоңда Изге Ҡөрьәндең исмаһам бер аяты булһын! Бәхет − кешеләр араһында изгелек орлоғо сәсеүселә! Һине күргән әҙәм һиңә тәрбиә биреүсегә яҡшы доға ҡылырлыҡ итеп ғәмәл ҡыл! Йөрәктең таҙалығы − Аллаһтың Үҙе яратҡандарға биргән билгеһе!

 

 

Интернет селтәрҙәренән

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...