Салауат уҡыуҙың бәрәкәте

Салауат уҡыуҙың бәрәкәте

Суфьян Саури бер хәл тураһында бәйән итә: «Мин Ҡәғбә тирәләй тауаф ҡылғанда, бер кешене күрҙем. Ул һәр аҙым һайын Пәйғәмбәребеҙгә салауат әйтә ине. Мин уға:

–       Тәсбих менән тәһлилде ҡалдырып, һин даими рәүештә тик Пәйғәмбәребеҙгә сала-уат уҡыйһың. Һиңә башҡалар белмәгән берәй нәмә мәғлүмме? – тинем.

–       Аллаһ һине ғәфү итһен, һин кем?

–       Мин – Суфьян Саури.

–       Әгәр һин беҙҙең заманыбыҙҙың бәрәкәтле кешеләренең береһе булмаһаң, мин һиңә үҙ хәлемде һөйләмәҫ тә инем. Минең һәр аҙым һайын Рәсүлебеҙгә салауат әйтеүемдең сәбәбе – ошо ваҡиға:

Атайым менән хажға юлландыҡ. Бер урында ялға туҡтағанда, атайым, көтмәгәндә ауырып, вафат булды. Ул үлгәс, уның йөҙө ҡарайып китте, күҙҙәре күгәрҙе, эсе ҡабарҙы. Мин иланым һәм шул уҡ ваҡытта эстән: «Беҙ Аллаһтан килдек һәм Уға ҡайтасаҡбыҙ. Атайым сит ерҙә вафат булды», – тип әйтеп, уның йөҙөн күлдәк менән ҡапланым.

Шул мәлдә мине йоҡо баҫты. Төшөмдә бер кешене күрҙем. Унан да сибәрерәк йөҙлө, унан да таҙараҡ кейемле, хуш еҫле кешене элек күргәнем булманы. Был кеше, атайым янына килеп, ҡулы менән уның йөҙөн һыпырҙы. Шул мәлдә үк атайымдың ҡарайған йөҙө, һөт төҫөнә инеп, ағарып китте. Артабан ул ҡулы менән атайымдың эсен һыпырып сыҡты. Шул минутта ҡабарған ҡорһаҡ шиңде, элекке хәленә ҡайтты. Шунан ул кеше китә башланы. Мин тиҙ генә тороп, уның кейеменең ситенән тотоп:

– Әфәндем! Үтенеп һорайым, һеҙҙе атайыма рәхмәт йөҙөнән ебәргән Зат хаҡына, кем булыуығыҙҙы әйтегеҙсе? – тинем.

–           Мине таныманыңмы ни? Мин – Аллаһтың Рәсүле Мөхәммәд ﷺ. Атайыңдың гонаһтары күп ине, әммә донъялыҡта ул миңә күп итеп салауат уҡыны. Уға бәлә килгәндә, ул минән ярҙам һораны, һәм мин килдем. Кем миңә күп тапҡыр салауат уҡый, уға мин был донъяла ла, әхирәттә лә ярҙамсы булырмын, – тине.

Шул мәлдә мин уянып киттем һәм атайымдың, ысынлап та, йөҙөнөң аҡ булыуын, эсенең шиңгәнен күрҙем».

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...