Әлегә һуң түгел!

Әлегә һуң түгел!

Әлегә һуң түгел!

 

Бай кеше тәҙрәһенән сүп-сар контейнерында соҡсонған ярлыны күреп ҡала ла эстән генә: "Аллаһҡа шөкөр, фәҡир түгелмен", – тип һөйөнә. Ярлыһы иһә ян-яғына ҡаранһа, үҙен ныҡ әҙәпһеҙ тотҡан шәрә кешене шәйләп ҡала һәм шөкөрана ҡыла: "Был бисара кеүек аҡылдан яҙмағанмын, Раббым, мең рәхмәт Һиңә!"

 

 

Был тиленең күҙенә ҙур тиҙлектә доноп барған ашығыс ярҙам машинаһы салынып ҡала, һәм ул: "Әлхәмдүлилләһ, мин сирләмәйем", – тип һөйөнә.

Дауаханаға килеп еткән ауырыу моргҡа табан юл тотҡан мәйет һалынған арбаны күреп ҡала ла шым ғына: "Аллаһҡа шөкөр, үлмәнем, тере ҡалдым", – тип бышылдай.

Тормошто яҡшыраҡ аңлау өсөн, беҙгә дүрт урынды – дауахананы, психиатрия бүлеген, төрмәне һәм зыяратты – күҙ алдынан үткәреп, байҡап сығырға кәрәктер. Тәүгеһендә беҙ һаулыҡтан да гүзәллерәк нәмә юҡлығын аңларбыҙ. Төрмәлә иректең иң ҡиммәтле нәмә икәнен күрербеҙ. Ҡәберлектә беҙ тормоштоң фани ғына булыуына, бер ни тормауына төшөнөрбөҙ. Бөгөн ер өҫтөнән йөрөйбөҙ, иртәгә ул, кәүҙәбеҙҙе үҙенә һыйындырып, беҙгә кәфенлек булыр.

Бары тик мәрхүм кешенең генә нимәнелер үҙгәртергә, Аллаһҡа шөкөр итергә мөмкинлеге юҡ. Ни өсөн беҙгә был турала уйланмаҫҡа? Әйҙәгеҙ, тәүбәгә киләйек, беҙҙе, был донъяны юҡтан Бар Итеүсе Ғаләмдәр Хужаһына бай, имен, тыныс, рәхәт тормошобоҙ өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәйек, яман ғәҙәттән арынырға, иҫән сағыбыҙҙа Раббыбыҙ, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ күрһәткән юлдан тайпылмайса барырға ниәтләйек. Әлегә һуң түгел! Һуң түгел!

 

Светлана Ғәлиуллина тәржемә итте

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...