«Тубырсыҡ» печеньеһы

«Тубырсыҡ» печеньеһы

 

  • 100 г аҡ май
  • 90 г шәкәр онтағы
  • 50 г көнбағыш майы
  • 2-4 аш ҡалағы какао
  • 1 йомортҡа
  • 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс
  • 270-300 г он
  • семтем тоҙ

 

Әҙерләү:

  1. Йомшаҡ аҡ майҙы шәкәр онтағы һәм семтем тоҙ менән ыуығыҙ. Көнбағыш майын, йомортҡаны, какаоны ҡушып болғатығыҙ. Он менән ҡамыр йомшартҡысты иләк аша үткәреп өҫтәгеҙ, йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы 20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ.
  2. Тәғәйен ваҡыт үткәс, ҡамырҙан оҙонса йомроҡастар әүәләп, пергамент ҡағыҙына теҙеп сығығыҙ. Бысаҡ ярҙамында тубырсыҡҡа оҡшатып һүрәт эшләгеҙ.
  3. 180 градусҡаса ҡыҙған мейестә теүәл 15-20 минут бешерегеҙ. Тубырсыҡтар һыуынғас, шәкәр онтағы менән өҫтөнә «ҡар яуҙырырға» мөмкин. Ауыҙҙа иреп кенә торған печеньелар әҙер. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...