Ҡайнатманан ыуылған бәлеш

Ҡайнатманан ыуылған бәлеш

Ҡамыр өсөн:

200 г аҡ май

2 йомортҡа

90 г шәкәр

420 г он

1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс

семтем тоҙ

 

Эслек өсөн үҙегеҙ яратҡан ҡайнатманы алығыҙ. Шулай уҡ повидло, джем, эремсек һалырға була.

 

Әҙерләү:

Онға тоҙҙо, ҡамыр йомшартҡысты, шәкәрҙе, һалҡын майҙы ҡушып, ҡул менән яҡшылап ыуабыҙ. Йомортҡаны туғып ҡушабыҙ. Йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы 2 өлөшкә бүлеп (ҙурырағы – бәлештең төбөнә, бәләкәй өлөшө – ыуалар өсөн ҡулланыласаҡ), салафан төргәккә һалабыҙ ҙа, ҙурын һыуытҡысҡа, бәләкәйен ярты сәғәткә тундырғысҡа оҙатабыҙ.

Әҙер ҡамырҙы табаға йәйеп тигеҙләйбеҙ. Ҡамырҙың өҫтөн ҡаплағансы, теләгән ҡайнатма менән һылап сығабыҙ. Тундырғыстан ҡалған ҡамырҙы алабыҙ ҙа, ҡырғыс ярҙамында ыуып, ҡайнатмалы өлөштө ҡаплайбыҙ.

Бәлеште 180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 30 минут бешерәбеҙ. Тәмле лә, татлы ла бәлеш әҙер. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...