ҠОЙМАҠ

ҠОЙМАҠ

 

Кәрәк:

3 йомортҡа

3 аш ҡалағы шәкәр

0,5 балғалаҡ тоҙ

500 мл һөт

250 г он

4 аш ҡалағы көнбағыш майы

1/4 балғалаҡ сода

250 мл ҡайнар һыу

 

Йомортҡаларға шәкәр, тоҙ ҡушып, сәнске менән яҡшылап болғатырға. Артабан һөт ҡойорға, ондо иләп, әҙләп ҡуша-ҡуша, ҡуйы ҡамыр туғырға. Унан һуң көнбағыш майы өҫтәргә, иң аҙаҡ соданы ҡайнар һыуға һалып болғатырға ла, ҡамырға ҡойорға. Төйөрһөҙ генә шыйыҡ ҡамыр килеп сыға. Инде рәхәтләнеп ҡоймаҡтарҙы ҡойорға ла була. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...