ТАУЫҠ ИТЕНӘН РУЛЕТ

ТАУЫҠ ИТЕНӘН РУЛЕТ

ТАУЫҠ ИТЕНӘН РУЛЕТ

Беҙгә кәрәк буласаҡ:

  • 1 тауыҡ
  • 2-3 йомортҡа
  • ярты ҡыҙыл борос
  • сыр
  • тоҙ, борос, йәшел үләндәр

*борос һәм сыр урынына ҡара емеш, күрәгә һалырға була.

 

Әҙерләү барышы:

  1. Тауыҡтың түш итен урталай киҫеп, һөйәгенән айырып алырға. 2 киҫәк ит сыға, тиреһе ҡала.
  2. Филе ите булған өлөшөн урталай киҫергә. Иттең өҫтөн салафан төргәк менән ҡаплап, махсус сүкеш ярҙамында бер аҙ йомшартып алырға кәрәк.
  3. Йомортҡаларҙы сәнске менән туғып, ҡоймаҡ итеп бешереп алырға, боросто, сырҙы оҙонса итеп киҫергә.
  4. Иткә сама менән тоҙ, борос һибергә. Иттең өҫтөн ҡоймаҡ менән ҡаплап, бер яғына борос менән сырҙы һалғас, рулет итеп төрәбеҙ. Артабан уны аҙыҡ-түлек пленкаһы менән яҡшылап уратырға, остарын бәйләргә кәрәк. 1 тауыҡтан 2 рулет сыға.
  5. Ҡайнар һыуҙа 45 минут бешерергә.

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...