Һуңғы юлға оҙатыу

Һуңғы юлға оҙатыу

Һуңғы юлға оҙатыу

Үлем хәлендәге кеше янында

Һорау: Әгәр бер кеше үлем сире менән сирләһә, ни эшләргә?

Яуап: Ауырыуҙың барып хәлен белеү мөхтәсәб ғәмәлдәрҙән һанала. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: “Әгәр бер кеше иртә менән ҡәрҙәшенең хәлен белергә барһа, етмеш мең фәрештә кискә ҡәҙәре, әгәр кис менән барһа, таңға ҡәҙәре истиғфар әйтеп торор,” – тине.

Һорау: Үлем хәлендәге кеше янына кергән кеше нимә эшләй?

Яуап: Тәүҙә хәлен һораша, шунан, Аллаһтан сәләмәтлек һорап, доға ҡыла. Ауырыуҙың кәйефенә ярашлы, күп ултырырға ярамай. Үлем хәлендәге кеше ишетерлек итеп шәһәҙәт кәлимәһен ҡысҡырып әйтергә кәрәк, йәғни: “Ләә иләәһә илләл-лааһу” тип әйтелер. Ауырыуы көслө булған әҙәмгә Иман кәлимәһен көсләп әйттерергә ярамай. Бер мәртәбә әйтһә, шул етә. Иман кәлимәһен әйткәс, тағын башҡа һүҙҙәр һөйләһә, йәки һаташып төрлө һүҙҙәр әйтһә, икенсе мәртәбә Иман кәлимәһен әйттерәһең. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙисендә: “Һуңғы һүҙе: “Ләә илләһә илләллааһ” булһа, ул кеше Йәннәткә инер”, – тип әйтә.”Әшһәдү ән ләә илләһә илләллаһ”, – тип әйтһә лә ярай.

Әжәле яҡынлашҡаны күренһә, ауырыуҙы уң яғына ятҡырырға тырышырға кәрәк. Йәне еңелерәк сыҡһын өсөн, янындағыларҙың “Фәтихә” сүрәһен йәки “Йәсин”, шулай уҡ “Мүлк” (“Тәбәрәк») сүрәләрен уҡыуын динебеҙ сауаплы күрә. Үлем хәлендәге кеше янында Ҡөрьән уҡый белмәгәндәр хәйер доға ҡылыр. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Бер ауырыуҙың йәки бер мәйеттең янында булһағыҙ, хәйерле бер һүҙ әйтегеҙ. Сөнки фәрештәләр, ул һүҙҙең ҡабул ителеүе өсөн: “Әмин”, – тип доға ҡылырҙар”, – тигән. Яҡын иптәше Әбү Сәләм вафат булғанда, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уның өсөн хәйер доға ҡылған, иптәше өсөн Аллаһтан рәхмәт һәм мәғрифәт һораған, әхирәттә ҙур дәрәжәләр, ҡәберендә рәхәтлек теләгән.

Һорау: Үлергә ятҡан кеше янында кемдәрҙең булыуы һәйбәтерәк?

Яуап: Уның янында уны яҡындан белгән кеше ҡалыуы һәйбәт, сөнки ул уның күҙ ҡарашынан, ишараларынан бөтә теләктәрен аңлай ала. Сит кеше булһа, ул уның һөйләгән һүҙҙәрен дә, ишараларын да аңламауы мөмкин.

Һорау: Үлергә ятҡан кеше эргәһендә уны һаҡлаусы нимәләр эшләй?

Яуап: Ауырыуҙы эргәһендә ултырып һаҡлайҙар. Йән биреүсе яңғыҙ ҡалырға тейеш түгел. Уның янында тороусы кеше үлергә ятҡан кешенең теләктәрен үтәй һәм унан, тәүбә ҡыл, тип тәүбә истиғфарҙарын әйттерә. “Васыяттарың юҡмы?” – тип васыяттарын һорап ала. Васыят – кешенең яҡты донъяла әйтелмәй ҡалған һүҙҙәре, теләктәре. Васыят итеп әйтеп ҡалдырылған һүҙҙәр онотолорға тейеш түгел. Мәҫәлән, “төҫөм итеп, бүләк итеп фәлән-фәләнгә ҡалдырам” тигән әйберҙәр тапшырылырға тейеш.

Үлем хәлендә ятҡан кешенең асыуын килтерергә ярамай, йомшаҡлыҡ менән эш итергә кәрәк. Үлемгә ауырығанды борсомайҙар, үлем түшәгендә ятҡанға ҡамасауларға ярамай. Шулай ҙа уның менән хушлашырға килергә һәр кемгә рөхсәт ителә. Кешенең йәне бик ауыр сыға, йәне сығыр алдынан уға ҡамасауларға, тауыш күтәреп һөйләшергә, ҡысҡырып иларға ла ярамай. Йән биреүе еңел булһын, тип аят уҡыйҙар, Йәсин сығалар.

Хәле бөтөп, үлем минуты еткәс, ауыҙынан йәне оҙон тын булып сыға.

Һорау: Мәрхүмдең васыятын йәки әйтеп ҡалдырған һүҙен үтәмәү гонаһмы?

Яуап: Мөмкинлегең булып та үтәмәһәң, әлбиттә, гонаһ. Хәлеңдән килә торған эш түгел икән, өҫтөңдән төшөрөлә. Аллаһу Тәғәлә: “Мин һеҙҙе күтәрә алмаҫлыҡ йөк менән йөкләмәйем”, – ти.

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

Дилә Буранғолова, Ырымбур өлкәһе

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...


Үтеп барышлай ғына...

Йәш сәйәхәтсе аҡыл эйәһендә туҡталған. Ул хужаның бар мөлкәте бер бәләкәй генә бүлмә, китаптар өйөлгән өҫтәл, ятып йоҡларға һике икәнен генә белеп шаҡ ҡатҡан.   Йәш кеше: «Остазым, ә ҡайҙа һеҙҙең йорт йыһаздары?» – тип һораған аптырап. – Ә ҡайҙа һинеке? – тигән...


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Мине тренажер залы тураһында ике һорау борсой: 1. Күп кенә егеттәр тренажер залына йөрөй, ә унда динебеҙ ҡушҡанса кейенеп килгәндәр һирәк, шулай уҡ шундай урындарҙа ҡыҙҙар күп. Шул залға йөрөүҙән туҡтағыҙ, тип, ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын тыя аламы? Үҙенең иренең шундай залға йөрөп...