Әбүталиптың Пәйғәмбәрҙе ﷺ яҡларға кешеләр йыйыуы

Әбүталиптың Пәйғәмбәрҙе ﷺ яҡларға кешеләр йыйыуы

Мөхәммәд бабаһы (атаһының ағаһы) Әбүталиптың яҡлауы аҫтында булыуға ҡарамаҫтан, ҡорайыштар уға туҡтауһыҙ янай. Был Әбүталипты бик ныҡ борсой.

 

Ҡорайыштарҙың Пәйғәмбәрҙе ﷺ үлтерергә йыйыныуын белгәс, ул бөтә Һәшим ҡәбиләһе халҡын һәм Бану Ғәбделмотталип тоҡомона ҡараған кешеләрҙе йыйып ала һәм, бөтәһенә лә бер булып, Мөхәммәдте яҡларға тәҡдим итә. Ул заманда ғәрәптәрҙә шундай йола йәшәгән: кәрәк булһа, үҙенең ҡәрҙәш туғанын яҡларға бөтә ырыу берләшергә тейеш була. Ошо йоланы тотоп, Һәшим ҡәбиләһе кешеләре, хатта ислам ҡабул итмәгәндәре лә, бер нигә ҡарамай, Пәйғәмбәрҙе ﷺ яҡлап сығырға ризалыҡ бирә. Әбүләһәб иһә, Пәйғәмбәрҙең ﷺ атаһы Ғабдуллаһтың бер туған ағаһы булыуға ҡарамаҫтан, был юлы ла, ҡорайыштарҙы яҡлап, Мөхәммәдкә ҡаршы сығыш яһай.

Һәшимдәрҙең, Мөхәммәдте ﷺ яҡлап, һуғышырға әҙер тороуҙарын ишетеп, ҡорайыштар хафаға ҡала. Уларҙың хафаһы нигеҙһеҙ булмай. Сөнки һәшимдәр яғында Хәмзә ибне Ғәбделмотталип һәм Ғүмәр ибне Хаттаб кеүек ҡурҡыу белмәҫ батыр һәм оҫта һуғышсылар була. Ҡорайыштар, әгәр Мөхәммәдте ﷺ үлтерһәк, үҙебеҙҙе лә юҡ итәсәктәр, тип ҡурҡалар. Шунда улар бик мәкерле план ҡорорға хәл итә.

 

Ҡорайыштарҙың килешеүе.

Был юлы ҡорайыштар, эш планы менән таныштырып, бөтәһе менән килешер өсөн, Бану Кинәнә ҡәбиләһе биләмәһендә йыйыла. Улар һәшимдәр һәм Бану Ғәбделмотталип ырыуы кешеләре менән бөтә төр бәйләнештәрҙе өҙөргә ҡарар итә: улар менән никахҡа инмәҫкә, тауар менән алыш-биреш итмәҫкә, бер ниндәй сауҙа килешеүҙәре төҙөмәҫкә, уларҙы йәлләмәҫкә, улар менән ни генә булмаһын, өйҙәренә инмәҫкә һәм улар менән һөйләшмәҫкә. Бойкот, Пәйғәмбәрҙе ﷺ (язаға тарттырыр өсөн) ҡорайыштарға тапшырғанға тиклем дауам итәсәк. Ҡорайыштар килешеүҙә ҡаралған бөтә нәмәне үтәргә ант итәләр, ә килешеүҙең тексы яҙылған ҡағыҙҙы Ҡәғбә стенаһына элеп ҡуялар.

Килешеү тексын Мансур ибне Икрам яҙа. Һуңғараҡ Аллаһу Тәғәлә Пәйғәмбәрҙең ﷺ доғаһын ҡабул итә − Мансурҙың ҡулын филаж һуға.

Бойкот иғлан ителгәс, мосолмандар һәм Пәйғәмбәрҙең ﷺ уны яҡларға сыҡҡан мәжүси туғандары, өйҙәрен ҡалдырып, Әбүталиптың Мәккә ҡалаһының көнсығыш ситендәге биләмәһенә күсенергә мәжбүр булалар.

Өс йыл ошондай ҡамалышта йәшәй Аллаһ Рәсүле ﷺ һәм уның туғандары. Уларҙың хәле үтә лә ауыр була. Халыҡ аслыҡтан ағас япраҡтарын һәм йәнлек тиреләрен ашарға мәжбүр була. Хәдижәнең туғанының улы Хәким ибне Хизам мөшриктәрҙән йәшереп ашарға ташыған. Ҡамауҙағыларға һуғышырға ярамаған (хәрәм) айҙарҙа ғына үҙҙәре йәшәгән ерҙән сығырға рөхсәт ителгән. Әммә ул ваҡытта ла кәрәк әйберҙәрҙе алыуы ҡыйын була, сөнки мөшриктәр, мосолмандар аҙыҡ-түлек ала алмаһын өсөн, шунда уҡ хаҡты күтәреп ебәргәндәр.

Хатта ошондай шарттарҙа ла Аллаһ Илсеһе ﷺ халыҡты Исламға саҡырыуын дауам иткән.

 

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...