“Ил һаҡларға барам!” – тине атай

“Ил һаҡларға барам!” – тине атай

Бөйөк Еңеүгә 77 йыл быйыл. Май айҙары етһә, йөрәк тулҡынлана башлай. Кемдер ғәзиз атаһын, кемдер олатаһын иҫләп, хәтирәләргә бирелә, һарғайып бөткән фотоһүрәттәрҙе килтереп сығара, ҡасандыр, сың-сың килеп, Еңеү көнөн биҙәгән, инде иҫтәлеккә ҡалған орден-миҙалдарҙы барлай.

Бөгөн гәзит уҡыусылар иғтибарына Күгәрсен районының Сәйетҡол ауылында йәшәүсе 86 йәшлек Зифа Закир ҡыҙы Рәхмәтуллинаның иҫтәлектәрен тәҡдим итәбеҙ.

– Ҡәһәрле һуғыш башланып, 1941 йылдың октябрь башында атайым һуғышҡа китте. Мин, 5 йәшлек ҡыҙсыҡ, атайымдың аяғынан ҡосаҡлағанмын да, ебәргем килмәй: “Китмә, ҡайҙа бараһың, беҙҙе ҡалдырып?” – тип һораным. “Балам, ил һаҡларға барам, һеҙҙе һаҡларға барам!” тип яуапланы атайым. Оҙатырға йыйылған ауылдаштар илашалар. “Ни эшләп илайһығыҙ ул, иламағыҙ инде!” – тип йүгереп йөрөгәнем бөгөнгөләй хәтерҙә.

Атайым Закир Байғүбәковҡа һуғышта ҡатнашып, тыуған еребеҙгә миҙалдар тағып ҡайтып төшөргә насип булды. Уның һуғыш тураһында һөйләгәндәрен әле булһа хәтерләйем:

“Бер бәләкәс кенә түмәләс, ҡалҡыулыҡты алыр өсөн 7 көн алыш барҙы. Утыҙлап кеше яуға күтәрелә лә, бер-ике кеше генә тороп ҡала, арттан ярҙам килеп тора, тағы ла яуға күтәреләләр һалдаттар, 1-2 минут үтә – ҡырылып яталар, үле кәүҙәләрҙе аша атлап сығып та китеп булмай. Шул алыштан тере ҡалып сығырға яҙҙы бит! Приказ көслө – артҡа сигенергә ярамай. Немецҡа бирелеүсе булһа, бер туғаның булһа ла – атырға, йәлләмәҫкә!

Бик ауырға тура килә ине һалдаттарға, аслыҡ хөкөм һөрҙө. Хатта ат тояғының эҙендә йыйылған һыуҙы эскән саҡтар булғыланы”.

1943 йылда пленға тошмәйем тип, һыу тирмәне аҫтында өс тәүлек йәшенеп ултырырға тура килә. Немецтарҙың эттәре еҫ һиҙмәй, китәләр. Таба алмайҙар – ағып ятҡан һыу арҡаһында. Шул һыуыҡ һыу эсендә ултырыу һаулығын ҡаҡшата ла инде. Госпиталдә саҡта, уколдар һалырһың, тағы дауаланырға кәрәк, тип әйтһәләр ҙә, форсат булмай. Һуғыш бөтмәгән әле! Өйгә ҡайтҡас та аяҡтары ныҡ һыҙлап аптыратты.

1945 йылда һуғыш бөткәс, ҡайтып етеп килгәндәрендә Ҡазандан кире бороп, тыныслыҡ урынлашып етмәгән урындарға ярҙамға ебәрәләр. 1946 йылдың көҙөндә генә, ҡар яуыр алдынан ҡайтып инде ул. Өйҙә инде, һуғыштан һуңғы емереклек, аслыҡ хөкөм һөрә. Ҡайтыу менән сельсовет председателе ярҙамсыһы булып эшләй башланы.

Һуғышҡа тиклем магазинда һатыусы булып эшләгәйне, иҫәп-хисап итергә шәп, ғәрәпсә яҙа һәм уҡый белә. Әсәйем Ғәфүрә лә ғәрәпсә яҙа һәм уҡый белә ине. Заманына күрә уҡымышлы инеләр. Бик егәрле булды әсәйем. Өс көндә 1 гектар ерҙе ҡул урағы менән урып алыуға ирешә ине. Миңзифа тигән ауылдашыбыҙ менән икеһен бергә тәүге немой киноға ла төшөрҙөләр.

Һуғыш ваҡытында ер тырматыуҙа йөрөгән еренән бер мәл ауырып ҡайтып йығылды. Иртәгә эшкә сыға алмайым инде, тип ҡайғыра. Эшкә барһаң бит көнөнә бер ҡалаҡ он бирәләр. Һигеҙ йәшлек кенә мин әсәйем урынына үҙем эшкә киттем. Ялан аяҡ, ялан баш, һыйыр етәкләп, тубыҡтан батҡаҡ кисеп, өс көн эшләнем. Ҡайтышлай, ололар өйрәтеүенсә, бәпкә үләне, ҡайын бөрөһө һәм башҡа шифалы үләндәрҙе йыйып, өйгә ҡайтҡас әсәйемә төнәтмәләр эсерҙем, аш бешереп ашатҡан булдым. Әсәйебеҙ шәбәйеп китте.

1943 йылда, ҡырҙа башаҡ табып алып, шуны ҡурып ашай торғайныҡ. Бер мәл әсәйебеҙ кис кенә эштән ҡайтыуына өс ҡыҙ бала урындыҡта һуҙылып ятабыҙ. Мин сосораҡ инем, аңыма килеп, нимә ашағандарыбыҙҙы әйтә алдым. Күршеләрҙән ҡатыҡ килтереп, көсләп эсереп, ҡоҫтороп, ашҡаҙандарыбыҙҙы таҙарттырып, үлемдән саҡ алып ҡалдылар.

Үлем фронтта ғына түгел, тылда ла аяуһыҙ һағалай ине шул. Атайыбыҙ ҡайтҡас, хәлебеҙ еңеләйеп, донъяларыбыҙ ҡотайып китте. Ундай һуғыштар бүтән бер ҡасан да ҡабатланмаһын инде! Ер шарының төрлө мөйөштәрендә барған ҡанҡойоштар туҡтатылһын! Тыуған илкәйебеҙ Аллаһу Тәғәлә тарафынан ҡурсаулы булһын!

НӘЗИФӘ ИСКӘНДӘРОВА ЯҘЫП АЛДЫ

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Кейем кейгәндә «Әл-хәмдү лил-ләәһил-ләҙии кәсәәнии һәәҙәҫ-ҫәүбә үә разәҡанииһи мин ғайри хәүлин миннии үә ләә ҡуүүәһ». Мәғәнәһе: «Мин үҙем көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да (йәғни, ошо кейемде үҙем таба алырлыҡ көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да), миңә ошо кейемде кейҙергән һәм...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

1891 йылдан ҡазый булып һайланған Ризаитдин Фәхретдинов, Аҡмулла менән был һөйләшеүҙән һуң, мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтановтың ризалығын алып, уның менән осрашыу мәжлесе ойоштора. Мәжлестә шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Хайрулла ахун һ.б. ҡатнаша. Ғәҙәттәгесә, зыялылар өсөн М. Өмөтбай менән Аҡмулла...


Файҙалы эликсир

Бары тик өс компоненттан торған был эсемлек бик күп ауырыуҙарға ҡаршы көслө ҡорал. Һарымһаҡ, бал һәм алма һеркәһенән торған ҡушымта – дауалау эликсиры. Ул иммунитетты нығыта һәм ҡанды насар холестериндан таҙарта. Күп ауырыуҙар аша һынау үткән. Ике аҙна өҙлөкһөҙ ҡулланғандан һуң, төрлө...


Талут батша һәм Дауыт

Бер ваҡыт Талут ҡунаҡ йыя һәм кейәүе Дауытты ла саҡыра. Ҡунаҡтар таралышҡас, Дауытҡа йоҡлар урынын күрһәтә. Дауыт Талутҡа ышанмай һәм йәйелгән урынға буҙалы ҙур турһыҡты һала ла өҫтөнә юрған ҡаплай, ә үҙе ситкәрәк китеп күҙәтеп тора.   Төн уртаһында Талут килә, Дауытты үлтерергә теләп,...


Еңеүселәр билдәләнде!

Алдағы һандарҙа Ҡөрьән уҡыу буйынса «Бәхет» онлайн-мәктәбе (етәксеһе Ләйсән Бәхтиева) үткәргән ғәрәп каллиграфияһы буйынса уҙғарылған конкурс тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә бәйгегә йомғаҡ яһалды һәм конкурста еңеүселәр билдәләнде.   Ойоштороусылар әйтеүенсә, Ҡөрьәнгә...