«Көс етмәҫте, беләм, Раббым бирмәҫ...»

«Көс етмәҫте, беләм, Раббым бирмәҫ...»

«Көс етмәҫте, беләм, Раббым бирмәҫ...»

 

Бирәйек хәйер-саҙаҡа

 

Аллаһ Ризалығы өсөн

Бирәйек хәйер-саҙаҡа.

Яманлыҡ ишеген ябыр

Киләһе бәлә-ҡазаға.

 

Уттан, һыуҙан, тағын бурҙан

Биргән саҙаҡалар һаҡлар.

Хәләл эштәр менән тапҡан

Саҙаҡалар беҙҙе яҡлар.

 

Аллаһ Ризалығы өсөн

Бирәйек хәйер-саҙаҡа –

Ҡиәмәттә ул − күләгә,

Шифа бирер ауырыу саҡта.

 

Фәрештәләр яҙып барыр

Ҡылған изге эшебеҙҙе.

Онотмайыҡ мәңгелеккә

Фани донъянан күсеүҙе.

 

Бирәйек хәйер-саҙаҡа

Саф күңелдән мохтаждарға.

Алғандан, биргән хәйерле,

Тип аңлата Хаҡ Тәғәлә.

 

 

Бер Аллаһҡа ғына инанам

 

Тормош булғас, төрлө ваҡыт булды –

Упҡыны ла, дауыл-бураны.

Бер Аллаһтан ғына ярҙам һорап:

Ауырайтма, тиеп һораным.

 

Тормошомдо аҡ-ҡараға бүлмәй,

Атлайым мин әле лә алға,

Абынһам да, һөрлөкһәм дә ҡай саҡ,

Шөкөр ҡылам биргән һынауға.

 

Көс етмәҫте, беләм, Раббым бирмәҫ,

Ауыр ваҡыт ҡалыр йыраҡта.

Белеп-белмәй ҡылған гонаһымды

Хаҡ Тәғәләм, бер үк Ярлыҡа!

 

Аллаһ Ризалығын алайым, тип,

Сәждә ҡылам, ергә теҙләнеп...

Тәҡдиремә яҙған күрәсәктең

Хәйерлеһен һорап, теләнеп...

 

 

Илаһи зат

 

Аллаһ Берәү, тиңдәше юҡ,

Ул барыһын да Белә,

Күрә, Ишетә, Һиҙә...

Ул тыумаған, тыуҙырмаған,

Әммә Ҡөҙрәткә эйә.

Эстән нимә уйлағанды,

Мөғжизә, Ул бит Белә!

Аллаһ, һорағанды Бирә,

Һаҡланғандан Ул Һаҡлай.

Ышанып Уға тапшырһаң,

Һис шикһеҙ һине Яҡлай!

Мәңге булған һәм буласаҡ

Бер Аллаһҡа инанам!

Камил аҡыл, ғилем бирсе

Айырылмаҫҡа Имандан...

 

Гөлназ Моратова

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...