Рәхмәтлемен Һиңә, Аллаһ Раббым!

Рәхмәтлемен Һиңә, Аллаһ Раббым!

Бисмиллалап, наҙлап, һәр бер таңды

Башлайым мин изге намаҙҙан.

Ғүмерҙәрем булһа, уҡырмын, тип,

Һорайым мин ихлас Хоҙайҙан.

Ғүмерҙәрҙе бирһәң, Хаҡ Тәғәләм,

Һаулығын да миңә йәлләмә,

Шатлыҡ-ҡыуаныстар килгән һайын,

Ихласлыҡтан донъя йәмләнә.

Ҡыуандырып атай-әсәйҙәрҙе,

Һөйөндөрөп инәй-бабайҙы,

Уҡыйыҡсы изге доғаларҙы,

Ҡалдырмайса һәр бер намаҙҙы.

Йортобоҙға именлектәр килһен,

Илебеҙҙә булһын тыныслыҡ,

Балалар ҙа шатландырып торһон,

Күңелдәргә килһен йомшаҡлыҡ.

Ғүмер буйы изге намаҙҙарҙы,

Яҙһа ине миңә уҡырға,

Рәхмәтлемен һиңә, Аллаһ Раббым,

Ризалығың биргәс был юлға!

 

 

Раушания Носратуллина,

Салауат районы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...