Ирәмәлгә ашыу

Ирәмәлгә ашыу

Арттан ҡыуалаған ҡартлығымдан

Ҡотолорға теләп,

Мышнап мендем Урал тауына.

Күңел тал сыбыҡтай нескә саҡты,

Елдәй етеҙ саҡты һағына.

 

Ете саҡрым ҡара урман гиҙҙем,

Ташҡа, тамырҙарға абынып,

Иҫән-имен ҡайтыуымды теләп,

Аллаһыма һыҡтап, ялынып.

 

Бетон бағаналай аяҡтарым,

Ҡарт фил кеүек көскә атланым,

Тау итәге бик йыраҡта әле,

Ете саҡрым урман бик ҡалын.

 

Биштәремде алды, мине тартты,

Йығылма, тип, улым – юлдашым.

Үҙ-үҙемде белмәй, дәртләндем шул,

Иҫән генә ҡайтһын был башым.

 

Үр менеүе шул ҡәҙәрле ауыр,

Гонаһтарым артҡа тарталар.

Мине уҙып китә сандыр ғына

70 йәште уҙған апалар.

 

Оҙаҡ йоҡлап рәхәт йәшәүҙәргә

Үкендерә икән ауыр саҡ.

Тормош артыҡ татлы булған ах(ы)ры,

Күп ашалған ахыры бауырһаҡ.

 

Барыр һуҡмаҡтарым ауыр, йыраҡ,

Алда көтә мине Ирәмәл.

Раббым,был юлдарҙа ятып ҡалмай,

Ҡайтып етеүҙәргә бир әмәл.

 

Бальнис та юҡ бында, «скорый» ҙа,

Юлы ла юҡ арба үтерлек.

Таштан тайып аяҡ ҡаймыҡмаһын,

Йөрәк типһен ҡайтып етәрлек.

 

Күп сирҙәргә әмәл – Ирәмәлдә,

Әмәл бар ти боҙом-шайтандан.

Шифа өмөт итеп, иң ғәййәрҙәр

Килә бында әллә ҡайҙарҙан.

 

Оҙа-а-аҡ барғас, урман һирәгәйә,

Тауҙар ҡалҡа – улар иҫ киткес.

Артыш, мүк еләге, Ожмах еҫе,

Тау һауаһы бында иҫерткес.

 

Таң ысығы, ҡояш мөхәббәте

Бәрхәт биҙәк сиккән ташына.

Ирәмәлдең һәр бер йәшел ташын

Алыр инем йөҙөк ҡашына.

 

Ташты бәреп сыҡҡан шишмәләре

Инеш булып йырлап ағалар.

Улар – Йүрүҙәнгә, Ағиҙелгә

Ырыу башы – әбей-бабалар.

 

Тауҙың итәгенә килеп еткәс,

Күптәр ҡала ҡаушап, туҡталып.

Таштан ташҡа үрләп, хәл бөтһә лә,

Киттем маҡсатыма уҡталып.

 

Меңгән һайын ғәфләт артта ҡала,

Меңгән һайын шифа алаһың,

Беҙ бит тәбиғәттән шәфҡәт көткән

Әҙәм менән Һауа балаһы.

 

Намаҙлыҡты йәйеп тау башына,

Уҡыным мин шөкөр намаҙын.

Аллаһ биргән бөйөк ниғмәттәрҙең

Беҙ таныйбыҙ икән бик аҙын.

 

Тауҙай гонаһ һөйрәп менеүҙәрем

Бер кәффәрәт булһын, Ирәмәл!

Аллаһыма бер истиғфар булһын,

Бер ғибәҙәт булһын был ғәмәл.

 

 

 

Ләйсән Кәшфи

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...