Шөкөр донъя

Шөкөр донъя

Шөкөр донъя

Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Учалы районында йәшәүсе иманлы ҡәрҙәшебеҙ Зөбәйҙә Ҡәләмованың “Шөкөр донъя” исемле китабы донъя күрҙе. Сираттағы баҫмала автор дини тәрбиә, рухи ҡиммәт булараҡ, уның кеше тормошондағы әһәмиәте хаҡында һөйләй. “Был хеҙмәтем әүҙем тормош менән йәшәргә ынтылған, донъяның ығы-зығыһында юғалып ҡалырға теләмәгән, киреһенсә, рухи байлыҡҡа ынтылған кешеләр өсөн тәғәйенләнә” – ти ул. Һеҙҙең иғтибарға ошо китаптан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.

Бисмил-ләһир-рахмәәнир-рахиим серҙәре

Әҙәм балалары көн оҙоно ниндәй генә эш башҡармаһын, барыһын да “бисмилла” менән башлайҙар. Өйөңә инер алдынан әйтһәң, шайтан, миңә был йортта урын юҡ, тип ҡасыр; ашар алдынан әйтергә ғәҙәтләнһәң, ризыҡ юҡ бында миңә, тип әйтер. Ошо һүҙ таҙартыу ҡеүәһенә эйә.

“Бисмил-ләһир-рахмәәнир-рахиим” тип һәр ваҡыт әйт!

Дини календарҙа, был изге һүҙҙе 786 мәртәбә ҡабатлаһаң, теләгеңә ирешерһең, тиелә.

Ҡағыҙға 35 мәртәбә яҙып, өйөңдөң ишек башына ҡуйһаң, төрлө яуызлыҡтарҙан һаҡланырһың.

Мөхәррәм айының беренсе көнөндә 130 мәртәбә яҙылған ҡағыҙҙы кеҫәңә һалһаң – ул һине ауырыу, ҡайғы-хәсрәттән аралар.

Йоҡларға ятыр алдынан 21мәртәбә әйтһәң, төрлө насарлыҡтан имен булырһың.

Ошо тылсымлы һүҙҙәрҙең йәшәйешебеҙгә тәрәнерәк үтә һәм тарала барыуына уғата һөйөнөс кисерәм. Айырыуса, йәш быуындың аңына һиҙелерлек көслө тәьҫир итә ул. Ғәҙәттә, дәрестәрҙә аңлатҡанда, бигүк илтифат итә һалып бармаһалар ҙа, көтөлмәгән хәлдәргә юлыҡҡанда күптәр ошо аҫыл һүҙҙәрҙе ҡотҡарыусы сифатында күрә. Шул хаҡта булған хәлде уҡыусыларға бәйән итәһе килә.

Билдәһеҙ йән эйәләре менән осрашҡанда

“Бисмилла”ны әйттем

Булған хәл был.

Бер директор (хәҙер инде мәрхүм) беҙҙең мәктәптә эшләне. Бер серле хәлгә тарығанын үҙе һөйләгәйне. Сентябрь айының сихри төнөндә ул ҡыҙы менән икенсе ауылдан машинаһында Сораманға ҡайтып килгән. Көсөк ауылына китә торған боролмаға еткәс, туҡтап, бер аҙ ғына иген урып алырға булалар. Ҡыҙы тоҡто тотоп тора, ә атаһы ураҡ менән иген ура башлай. Тап шул мәлдә, прожектор нуры һибелгән кеүек, бар тирә-яҡ сағыу яҡтылыҡҡа күмелә. Аталы-ҡыҙлы баштарын ҡалҡытыуға, ни күрәләр: уларҙан бер нисә аҙымда ғына, телеграмм бағанаһы бейеклегендәге мөһабәт һындар быларға ҡарап тора. Ҡыҙы хәрбиҙәрҙеке кеүек баҙлап торған көмөш төҫөндәге кейемдәрен, уларҙың шаҡтай киң яурынлы булғандарын, кәүҙәләренең аҫҡа табан тарая барғанын да абайлап өлгөрә.

Ағай менән уның ҡыҙы бер нисә минутҡа шулай аптырашып-юғалып ҡала. Аңдарына килгәс, әллә ҡыҙыҡһыныуҙан, атай кеше уларға табан бер нисә аҙым яһай (Һуңынан, ул был аҙымын аңларға тырышып, теге йән эйәләре үҙҙәренә тартҡан кеүек тойолдо, тип һөйләр).

Шул саҡ ҡыҙы әсе итеп сәрелдәп ебәрә. Ҡыҙының сыр итеп ҡалыуынан ғына атай кеше ҡапыл айнып китә. Үҙенең белгән бер һүҙен, “Бисмилла”ны ҡабатлай-ҡабатлай, ҡыҙ атаһының ҡулынан тотоп ала ла уны юл ситендә торған машинаға табан әйҙәй. Әммә машинаны тиҙ генә ҡабыҙа алмай. Йәнә “Бисмилла” иҫкә төшә. Бер аҙҙан улар ҡуҙғалып китә. Ныҡ ҡурҡҡас, машина өҫтөндә тегеләр ултырған кеүек тойола. Имен-аман ҡайтып, улар өй алдына туҡтай. Ә ҡапҡа эсенә инеүгә, быларҙы йәнә бер сюрприз һағалап торған. Ире һәм ҡыҙының өйгә ҡайтып инеүен түҙемһеҙлек менән көтөп торған әсәһе ҡапҡаны шар асып, үҙе күтәрмәлә тора икән. Өҫтәүенә, ул төнгө аҡ күлдәген кейеп, ҡулдарын ҡаушырған булған. Ай нуры балҡышында ҡатын кеше икенсе төрлөрәк күренгәндер, моғайын. Тегеләр бында уҡ килеп еткән, тип ҡысҡырып ебәрә былар. Тауыш биргәс кенә, ире тыныслана төшә. Үҙҙәре менән булған хәлде, башҡаларға һөйләһәләр ҙә, уларға ышаныусы кеше булдымы икән? Юғиһә, серле урынға икенсе дуҫтарын алып барып күрһәтмәҫтәр ине. Барһалар, баяғы бағана янында тапалып бөткән үләндәрҙе һәм түңәрәк эҙҙәрен күрәләр. Ҡыҙы менән бәйләнешкә сыҡҡас,бынан бер нисә йыл элек булған хәлде ул ҡайтанан һөйләп биргәйне. Сәйер затты ауылыбыҙҙан тағы бер нисә кеше күргән икән. Кемеһенеңдер алдынан ҡыялатып үтеп киткән. Икенсеһенә, йәлләүес ҡараш ташлаған. Өсөнсөһөнөң алдынан Ҡөрьән сүрәләрен көйләй-көйләй үтеп киткән. Тимәк, ҡасандыр ишеткән бәйәндәр раҫҡа оҡшай: әбейҙәремдең ҡайһы берәүҙәре йәш саҡтарында фермала эшләгәндә, ҡара таңдан тороп эшкә барғанда, ап-аҡ кейемле берәүҙең йылғала тәһәрәт алғанын, йә ат эсереп торғанын күрә торған булған. Ул йылғаны бөгөн Әүлиә шишмәһе тип йөрөтәләр. Тирә-яғын таш менән уратып алынған ҡәберлекте Әүлиә ҡәберлеге тип атайҙар.

Шундай һорау тыуа. Сәйер һындар ниндәй заттан булған? Был һорауға яуапты “Ҡырҡ сөъәл” тигән китаптан табырға мөмкин. Йәһүд ғалимдарының Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ биргән 40 һорауҙың унынсыһына яуап килтерелә: Аллаһу Тәғәлә ерҙе ете ҡатлы итеп яратҡан. Һәр ҡат араһында атмосфера. Беренсе ҡатта кешелек, үҫемлек, хайуандар, икенселә − ендәр, өсөнсөлә − Аллаһу Тәғәлә тарафынан ҡәһәрләнгәндәр, дүртенселә − тамуҡ утын дөрләтеү өсөн әҙерләнгән көкөрт таштары, бишенселә − зәһәр ағыулы саяндар мыжғыша. Алтынсыла − шөкәтһеҙ йән эйәләре, ә етенселә – иблис. Юғарыла телгә алынған йән эйәләренең ҡайһы донъянан килеүе тураһында бары бер Аллаһу Тәғәлә генә белә.

Зөбәйҙә Ҡәләмова, “Шөкөр донъя” китабынан

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Ғаилә һәм йолалар − халыҡ мәҡәл-әйтемдәрендә

Мәҡәл-әйтем – афористик, йәғни, тәьҫирле, тасуирлы, мәғәнәле телмәр ижад төрө. Мәҡәл-әйтемдәр халыҡтың борон-борондан килгән тормош тәжрибәһен, әхлаҡи ҡараштарын хикмәтле һүҙ ярҙамында күрһәтә, шулай уҡ өгөт-нәсихәт, кәңәш биреү, аҡыл өйрәтеү вазифаһын башҡара. Шуға күрә лә мәҡәл-әйтемдәр...


Иманлы силсәүит

«Батырҙың даны алдан йөрөй» тигән бик шәп бер мәҡәл бар башҡорт халҡында. Батырҙың ғына түгел, йүнле етәксенең дә даны алдан йөрөйҙөр, тип уйлайым. Һәр хәлдә үҙе менән осрашҡанға тиклем Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина тураһында күптән хәбәрҙар...


Шайтан яҙмалары

Хәлдәр нисек, таҡыр баш? Мәжит кисә, бөҙрәханаға барып, сәсен ҡырҙырып ҡайтҡан икән. Бөгөн иптәштәре янына сыҡҡас, мин уның ялтас башын күреп ҡалдым. Һа-һа-һа! Үәт, мин илаттым уны! Һа-һа-һа! Ә беләһегеҙме, нисек килеп сыҡты? Хәҙер һөйләйем. Мин уның дуҫына: «Сәйет! Мәжитте таҡыр баш, тип...


Талут батша һәм Дауыт

Бер ваҡыт Талут ҡунаҡ йыя һәм кейәүе Дауытты ла саҡыра. Ҡунаҡтар таралышҡас, Дауытҡа йоҡлар урынын күрһәтә. Дауыт Талутҡа ышанмай һәм йәйелгән урынға буҙалы ҙур турһыҡты һала ла өҫтөнә юрған ҡаплай, ә үҙе ситкәрәк китеп күҙәтеп тора.   Төн уртаһында Талут килә, Дауытты үлтерергә теләп,...


Люля-кебаб

650 г фарш  2 һуған  тоҙ, борос  тәмләткестәр  ләүәш (теләк буйынса)  6-8 ағас таяҡса   Маринадланған һуған:  1 һуған  1 балғалаҡ аш һеркәһе (9 %)   Әҙерләү: Фаршҡа ваҡ итеп туралған һуғанды, тәмләткестәрҙе ҡушып тасҡағыҙ, бер аҙ һуҡҡылап алығыҙ. Һуңынан ярты сәғәткә һыуытҡысҡа...