Үлем тураһында мөнәжәт

Үлем тураһында мөнәжәт

Үлем тураһында мөнәжәт
Ғәзиз ғүмеремдең ҡәҙерен белмәнем,
Донъяны ҡыуҙым, рәхәт күрмәнем.
Ҡартлығым баҫты, сәсем ағарҙы,
Әжәл яҡындыр, зиһенем таралды.
Ауырта башым, ятамын уйлап,
Күңелем менән төрлөһөн уйлап.
Дуҫтар килерҙәр хәлем белергә,
Доға ҡылырҙар миңә терелергә.
Терелеү ҡайҙа − әжәл хәстәһе,
Асыҡ булһа ине йәннәт баҡсаһы.
Әжәл әрнеүе йөрәккә төштө,
Яғамдан тотҡас, иҫемә төштө.
Ғазраил килеп йәнемде алыр,
Һөйөклө тәнем һыуырылып ҡалыр.
Мине үлде тип, хәбәр итерҙәр,
Яҡын туғандар килеп етерҙәр.
Ҡәберем ҡаҙырға, дуҫтар, барығыҙ,
Тар ләхетемде иркен алығыҙ.
Яҡын туғандар йыуа башларҙар,
Кейемдәремде һалдырып ташларҙар.
Ҡарттар килерҙәр, өйгә керерҙәр,
Тәһлил әйтеп, доға ҡылырҙар.
Ғафил булмағыҙ, был көн етәсәк,
Әжәлдәр килеп, алып китәсәк.
Был донъя шулай һәр кемде алдай,
Атай һәм апай – береһе лә ҡалмай.
Йыйған йорттарым, тапҡан малдарым
Бер файҙа бирмәҫ, сыҡһа йәндәрем.
Ул һәм ҡыҙҙарым алып ҡалалмаҫ,
Йыйған малдарым файҙа бирә (а)лмаҫ.
Был донъяларҙан китер был башым,
Иманым булһын мәңге юлдашым.
Бер Аллаҡайым ҡазый буласаҡ,
Беҙҙең хәлдәрҙең барын һораясаҡ.
Оялыр йөҙөм, ҡапланыр күҙем,
Ниҙәр һөйләргә белмәйҙер телем.
Аҫтым туп(ы)раҡ, өҫтөм туп(ы)раҡ,
Бар туғандарым ҡалдылар илап.
Һис кем килә алмаҫ, асып керә алмаҫ,
Минең хәлемде һис кем белә алмаҫ…

Мөнирә Ҡазаева

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...


Сабир хәҙрәт

Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең йөҙ йыллыҡ юбилейы сараларын уҙғарғанда, ауылда, был мәктәптең башланғысы булып, 1906 йылда асылған мәҙрәсәнең дә тарихы һәм уны ойоштороусы Мөхәммәтсабир Халиковтың эшмәкәрлеге тураһында мәктәп етәкселәре хөрмәтләп иҫкә...


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...


Әбүзәр Ғифари ислам ҡабул итә

Әбүзәр Янбу ерҙәрендә йәшәүсе Ғифар ҡәбиләһенән була. Ғифарҙар тирә-яҡҡа даны таралған кеше талаусылар була. Улар хатта хәрәм айҙарында ла юлсыларҙы баҫып алып талар булған. Ырыуҙаштарының ошондай ҡырағай ғәҙәтен Әбүзәр ҡабул итә алмай һәм ул ғаиләһе менән сит яҡтарға күсеп китергә мәжбүр...


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...