Ҡөрьән уҡырға тырышыу

Ҡөрьән уҡырға тырышыу

Ҡөрьән уҡырға тырышыу

“Аллаһҡа иман килтергән кеше һынмай торған ышаныслы терәккә тотондо. Ысынлап та, Аллаһ ишетеүсе, һәр нәмәне белеп тороусы” (“Әл-Бәҡара” cүрәһе. 256-cы аят)

Изге китапта яҙылғандарҙы өйрәнә башлау 1990 йылдарҙа, дингә иркенлек килгәс кенә башланды. Әлбиттә, ул заманда дин ҡушҡанса йәшәү рәүеше әйләнә-тирәләгеләр өсөн ят, ауыр, мәшәҡәтле эш итеп ҡабул ителә. Өйөрҙән айырылған малға сыбыртҡы осо йыш эләгеүсән. Шуның кеүек, минең өҫтән дә эшләргә ҡамасаулай, тигән һылтау аҫтында ялыу яҙһалар ҙа, ғибәҙәт ҡылыуҙы туҡтатманым. Дини әҙәбиәттәрҙән үҙаллы белем алыуҙы дауам иттем. Фольклор төркөмөндә үҙем менән бергә ҡайнап йәшәгән әбейҙәремдең йәндәре йәннәттә булһын. Бер ваҡыт ғәрәп хәрефтәрен өйрәтеүҙе үтенеп, ялбарыу, инәлеү ҡатыш өмөт менән баҡты миңә ололар. Шундай йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, белем алырға ынтылып торалар, тип һоҡланыуҙың сиге юҡ. Ҡыҙыҡһынып китеп, элек өйрәнгән, ләкин бер аҙ онотола төшкән ғәрәп алфавиты яҙылған конспектҡа күҙ һалам. Өфө ҡалаһында БДУ-ла уҡығанда, Абдулла Баязитов фамилиялы уҡытыусыбыҙ (йәне йәннәт түрендә булғыры) студенттарына өйрәткән ғәрәп алфавитының кәрәге тейҙе. БДУ-ла хәрефтәрен генә өйрәттеләр. Махсус белемле түгелмен, тип иҫкәрттем шулай ҙа. Уҡыу еңел түгеллеген дә аңғарттым. Иртәгеһенә мәктәптә дәрестәр тамамланғас, Басырова Зифа, Шарипова Баҙыян, Шарипова Ғәҙилә, Ишморатова Нәсимә, Шәрәфетдинова Рәзилә, Бакирова Мәҙинә, Ҡәләмова Суфия төштән һуң, мәктәптә дәрестәр тамамланғас, парта артына ултырҙылар. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында Зәйтүнә Шәрипова биргән дәрес өлгөләре ярҙамында эш башлап ебәрҙек. Шулай уҡыуҙар көйлө генә барғанда, журналдың бер һаны миңә килмәне лә ҡуйҙы. Сатлама һыуыҡҡа ҡарамай, күрше Наурыҙ ауылына ат егеп китте Ишморатова Нәсимә Мөҙәрис ҡыҙы. Уҡытыусы булып эшләгән һеңлеһенән тәки журналды алып килде. Уҡыусыларым ярайһы ҡушып уҡый ҙа башланылар. Эштәр яйлы ғына барғанда, ауылда көтөлмәгән фажиғә булды. Бер апайыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө. Беҙҙең уҡығанды һөйһөнмәй, ҡырын ҡараш ташлап йөрөгәндәргә етә ҡалды. Ләкин, башҡалар ни әйтер, тип, ҡурҡып йәшәп булмай бит инде.

Үкенесле булһа ла, ҡырҡ һылтау табып, дәрестәрҙе туҡтатырға тура килде. Нәҡ шул мәлдә Мәүлит Ямалетдиновтың “Фикһүл ислам” тип аталған китабы Уральск магазинында һатылғайны. Шуларҙы һатып алып, әбейҙәремә бүләк иттем. Яҙылғандар буйынса, намаҙ тәртиптәрен үҙаллы өйрәнегеҙ, тигән тәҡдим менән хушландым. Ләкин эш бының менән бөтмәне. Магазинға бурысығыҙҙы түләгеҙ, тигән хат килеп төштө. Баҡһаң, һатыусы тәғәйен кешеһенә аҡсаны тапшырмаған булып сыҡты. Ҡайтанан түләргә тура килде. Ә үҙемдең башта бихисап уйҙар ҡайнай. Ҡайҙа яңылыштым? Нимәне дөрөҫ эшләмәнем? Ҡөрьән был турала нимә әйтә? Ахырҙа, китаптың тәржемәһен ҡулыма алып, уны уҡырға тотондом. Һәм яңы мәғлүмәттәргә юлыҡтым. Мәҫәлән: “…кем ҡулланмама эйәрә, шуға ҡурҡыныс та юҡ, хәсрәт тә булмаҫ. (“Әл-Бәҡара” сүрәһе, 38-cе аят). Ҡыҙыҡһыныу шул тиклем көсәйҙе. Артабан шул йүнәлештә белем алаһы килә. Тик эшем булыу сәбәпле, Учалыға барып, дини һабаҡтар алыу мөмкинлеге сикле. Бәхеткә күрә 2000 йылда ауылыбыҙға ирле-ҡатынлы Сәғиҙә, Шәриф Ҡотоевтар күсеп ҡайтты. Сәғиҙә Ғабдрахман ҡыҙы, ситтән тороп Ҡазанда “Ҡабан” мәҙрәсәһендә белем алған. “Йома”тапшырыуын алып барған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, иренең тыуған яҡтарына күсеп ҡайттылар. Берәүҙән – икәү яҡшы. Үтенесем буйынса, ул үҙе белгән хәтле, миңә тәжүидтән ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе өйрәтте. Аңлашылып етмәгән нәмәләреңде һорашыу өсөн эргәңдә фекерҙәшең булыуы бик һәйбәт икән.

Ҡорбан ғәйете

Ҡорбан ғәйетен билдәләү хәҙер генә ғәҙәти төҫ алды. Ә бынан өс тиҫтә йыл элек уны билдәләү һирәк күренеш ине. Ниәтем: ошо хаҡта хәтирәләр менән уртаҡлашыу. 1990-сы йылдар башы. Оло йәштәгеләрҙең фольклор төркөмөнә йөрөүсе әбейҙәрем сираттағы репетицияла шул хаҡта һүҙ ҡуҙғатты. Аптырап ҡалғанды күргәс, кемуҙарҙан миңә аңлата башланылар. Ул ваҡытта хәҙерге кеүек имам юҡ. Хәйруллина Мәүжиҙә Әнүәр ҡыҙы клуб мөдире ине. Бергәләп кәңәшләшкәс, ҡайныһы Хәйруллин Абрар Зыя улына мөрәжәғәт иттек. Ул, заманына күрә, уҡымышлыларҙан һаналды. Шулай итеп, беренсе ҡорбанды ул салды.

Күңелдәрендә иман нурын һаҡлаған, аралашыуға мохтаж был оло быуын кешеләре дини байрамдарҙы ихлас ҡабул итә. Өй беренсә йөрөп, беҙ ололарҙы Ураҙа һәм аҙағыраҡ Ҡорбан ғәйетенә саҡырҙыҡ. Ҡорбан ашын ауыҙ итергә байтаҡ ауылдаштар, хаҡлы ялдағы ауыл ҡарттары мәктәп ашханаһына йыйылды. Күрше Зәйнәкәй ауылынан ҡунаҡтар, оло йәштәгеләр, ауыл советы председателе Сәхиәр Сәғәҙәт улы килгәйне. Дини китаптарҙан уҡып, Ҡорбан байрамының риүәйәтен үҙемә һөйләргә тура килде. Алдағы йылдарҙа ошо изге эш яйлап традицияға әүерелде. Тик Ҡөръән аяттары уҡырға кеше булмауы бәкәлгә һуға. Ат еткән ергә ат, хат еткән ергә сәләм күндереп, белемле муллалар эҙләйбеҙ. Тәүге йылдарҙа имамыбыҙ булманы. Ауылдаш егеттәребеҙ Фәнүр Камаловтың, Риф Мөхәмәтовтың дини белем эстәп йөрөгән мәлдәре. Яйы сыҡҡанда, йәғни, ялға ҡайтҡан ваҡыттары тура килһә, улар ҙа ҡатнаша торғайны. Бәғзе ваҡыттарҙа, икенсе тарафтан, йә Белорет мәҙрәсәһенән шәкерттәр килеп, аяттар бағышлап китә торғайнылар. Бик булмаһа, зарураттан, Таибә Минһажетдин ҡыҙы белгәндәрен үҙе уҡый торғайны. Шуныһы хәтеремдә: хәйер өсөн уртаға ике яулыҡ йәйеп һалам.Тау өйөмөндәй хәйер йыйыла. Ҡайһылары, һинең музейыңа бирәйек, тиһәләр ҙә, нәфсем төшмәй. Йыйылыусыларҙың күҙ алдында уны шәкерттәргә тапшыра килдек. Бөгөнгө көндәрҙә дини байрамдар шунда үтә. Ауылдаштарымдың барыһы ла тип әйтерлек булмаһа ла, байтағы ҡорбан салдырырға өйрәнеп килә. Аллаһ ризалығы өсөн йыл да салынған ҡорбандан тыш, ауылыбыҙҙа нәфел (добровольный): әрүәхтәр рухына, йорт нигеҙенә, өй төҙөр алдынан, ғаиләлә сабый тыуһа, егеттәрҙе армияға оҙатҡанда, балалары уҡырға киткәндә, юбилейҙар айҡанлы ҡорбан салыуҙы яйлап керетәләр. Иҫерткес эсемлектәрҙең бөтөнләй ҡулланылмауы менән дә бик әһәмиәтле. Әхмәтов Ғадим, Шәрипов Фәнил, беҙҙең ғаилә күп итеп һарыҡ аҫрайбыҙ. Ситтән дә килеп һатып алыусылар бар. Ҡорбан байрамына ниәтләп, аҫыралған һарыҡты алдан яҡшылап ашатыу талап ителә. Махсус доға уҡып, ғәйеттән һуң уны салалар. Ғәҙәттә, был изге йоланы имамыбыҙ Фәнүр Камалов, мәзин Зиннур Ҡәләмов башҡара.

Шәхсән быйыл үҙебеҙ минең баш-күҙемдән салынған ҡорбанды зат-ырыуға ашатҡас, ишек алдына сығып, үҙ-ара гәп һатҡан ир-аттар өсөн уҡтан атыу ярышы ойошторҙоҡ. Ул барыһына ла оҡшаны. Хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уҡтан атып маташты.

...Ҡорбан байрамынан аҙаҡ, намаҙҙан һуң, өнөмдә йондоҙҙар йымылдашты. Был хәл йәнә өнөмдә дауам итә. Шулай бер көн, сираттағы байрамды үткәрешеп ҡайтҡас, өйлә намаҙына баҫтым. Уҡып бөтөүгә, ғәжәп күренеш асылды: һул яҡ стенала бихисап аҡ йондоҙҙар йымылдаша башламаһындармы! Бер нисәүһе бер юлы ҡабына. Улары һүнеүгә, икенселәре ялтыраша башлай. Бына ғәжәп. Көпә-көндөҙ бит әле. Бер ғауым ялт-йолт иткәс, нисек ҡапыл килеп сыҡҡан, шулай юғалдылар...

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

Зөбәйҙә Ҡәләмова, Учалы районы

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Еңеүселәр билдәләнде!

Алдағы һандарҙа Ҡөрьән уҡыу буйынса «Бәхет» онлайн-мәктәбе (етәксеһе Ләйсән Бәхтиева) үткәргән ғәрәп каллиграфияһы буйынса уҙғарылған конкурс тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә бәйгегә йомғаҡ яһалды һәм конкурста еңеүселәр билдәләнде.   Ойоштороусылар әйтеүенсә, Ҡөрьәнгә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ни өсөн фарыз намаҙын уҡып бөткәс, сөннәт намаҙын уҡыр алдынан икенсе урынға күсәбеҙ? Бер урындан икенсе урынға күсеү мотлаҡ түгел, әммә фарыз намаҙҙан һуң, сөннәт йәки нәфелдәрен уҡыр өсөн, үҙ урыныңды алыштырыу яҡшыраҡ. Йәмәғәт менән уҡыған намаҙҙы яңғыҙ уҡығандан айырыр өсөн шулай эшләйҙәр,...


Файҙалы эликсир

Бары тик өс компоненттан торған был эсемлек бик күп ауырыуҙарға ҡаршы көслө ҡорал. Һарымһаҡ, бал һәм алма һеркәһенән торған ҡушымта – дауалау эликсиры. Ул иммунитетты нығыта һәм ҡанды насар холестериндан таҙарта. Күп ауырыуҙар аша һынау үткән. Ике аҙна өҙлөкһөҙ ҡулланғандан һуң, төрлө...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Кейем кейгәндә «Әл-хәмдү лил-ләәһил-ләҙии кәсәәнии һәәҙәҫ-ҫәүбә үә разәҡанииһи мин ғайри хәүлин миннии үә ләә ҡуүүәһ». Мәғәнәһе: «Мин үҙем көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да (йәғни, ошо кейемде үҙем таба алырлыҡ көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да), миңә ошо кейемде кейҙергән һәм...


Мәзин олатай

Беҙ бала саҡта ауылыбыҙ менән уны, Мәзин олатайыбыҙ, тип кенә йөрөттөк. Ғәлимйән Абдулла улы 1881 йылда Йылайыр районының Аралбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Абдулла Аблаевтың өс улы: Ғәлимйән, Ахунйән, Хәкимйән һәм Кинйәбикә исемле ҡыҙы була. Уландары ла, аталарына оҡшап, дин юлын яҡын...